«Һаулыҡ планетаһы» гѳр килә 18-08-2014, 13:55 / Мәғариф

«Һаулыҡ планетаһы» гѳр килә

Белоречье» шифахана-профилакторийында «Һаулыҡ планетаһы» тип аталған йәйге һауыҡтырыу лагеры эшләй. 6 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар 21 кѳн дауамында һаулыҡтарын нығытыу менән бер рәттән күңелле ял итә, бер-береһе менән аралаша....
Тәҡдиргә яҙылғандар 12-08-2014, 16:04 / Яҙмыштар

Тәҡдиргә яҙылғандар

Тѳндә йәшенле ямғыр ҡойоп үткән. Һауа саф, дымлы, ҡояш талғын ғына йылыта. Июль айы тамамланып, август башланған саҡ....
Тамырынан ҡороторға 12-08-2014, 16:01 / Яңылыҡтар

Тамырынан ҡороторға

Башҡортостанда Рәсәй Наркоконтроль федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы йыл һайын “Мәк-2014” операцияһын үткәрә. Был профилактик сара наркотик матдәһе булған үҫемлектәрҙе үҫтереүҙе тыя һәм бының ѳсѳн административ, енәйәт эше ҡуҙғатылыуы хаҡында иҫкәртә. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының түбәндәге статъялары буйынса штрафтар ҡаралған: 10.5-се статья: ер хужаһы һәм ер менән файҙаланған кеше наркотик матдәһе булған ҡырағай үҫемлектәрҙе бѳтѳрѳү буйынса сара күрмәгән осраҡта: ябай граждандарға - 1500 һумдан 2 мең һумға, вазифалы кешеләргә 3 мең һумдан 4 мең...
Тыйыуҙар  һөҙөмтәле булмаҡсы 12-08-2014, 15:58 / Иҡтисад

Тыйыуҙар һөҙөмтәле булмаҡсы

Рәсәй ҡабул иткән санкциялар тураһындағы мәғлүмәт кѳн ҡаҙағында ҡайнай 7 августа Рәсәй Хѳкүмәте ултырышында Премьер-министр Дмитрий Медведев Евросоюз илдәренән һөт продукцияһын һәм ит ризыҡтарын, емеш-еләк индереүҙе тыйған ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ил Хөкүмәтен был аҙымға көнбайыш илдәрендә ҡабул ителгән иҡтисади санкциялар этәрҙе. Рәсәй эмбаргоһы (испан телендә “тыйыу” тигәнде аңлата) әлегә бер йылға ҡабул ителә. Бѳгѳн Хѳкүмәткә ошо ҡарарҙы атҡарыу ѳсѳн тѳрлѳ саралар үткәреү йѳкмәтелде. Эмбарго проблемаһы, үҙҙәре лә Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереүгә ҡарамаҫтан, Япония менән Швейцарияға...
Донъяла эҙ ҡалдырып, матур йәшәүҙәргә ни етә! 12-08-2014, 15:55 / Үрнәк

Донъяла эҙ ҡалдырып, матур йәшәүҙәргә ни етә!

Арабыҙҙа матур тормош юлы үтеп, фиҙаҡәр хеҙмәте менән күптәрҙең абруйын, хѳрмәтен яулаған кешеләр булыуы һәр саҡта ла һоҡланыу уята. Ундайҙар ҡартлығын да үҙ баһаһын белеп, лайыҡлы үткәрә. Бѳгѳнгѳ мәҡәләбеҙ геройы ла нәҡ шундай кешеләрҙең береһе, ҡалабыҙҙа йәшәгән аҡһаҡал Вәлиәхмәт Нуриәхмәт улы Хәбиәхмәтов хаҡында....
Тормош  һабаҡтары 11-08-2014, 15:50 / Яҙмыштар

Тормош һабаҡтары

Заман башҡа - заң башҡа Хәҙер компьютер мѳмкин-лектәре әсә ҡарынындағы балаға ла тәьҫир итәлер, ахыры. Шулай булмаһа, тыуырға ла ѳлгѳрмәгән баланың бѳтә нәмәне тойоуын, белеп тороуын нисек аңлатырға һуң? Был бѳтә балалар ҙа шулай тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Әле аяғына ла баҫмаған сабыйҙы әсәһе ѳйгә алып инде лә ѳҫтәлгә ултыртты. Тегенең ѳҫкѳ кейемен сисеүҙәре булды, йәһәт кенә эргәһендә торған телефонды алды ла тѳймәләренә баҫа башланы....
АТАЙ 11-08-2014, 15:42 / Яҙыусылар ижады

АТАЙ

Эш ваҡыты бөтөп, инде ҡайтырға йыйына башлағайным, һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Туҡылдау шундай сәйер, һағайып, башымды күтәреп ишеккә төбәлдем. Ҡыҫып асылған ишек артынан яртылаш баш күренде. - Мөмкинме? - Яңаҡтары ҡурҡыныс булып эскә батҡан, илле биш йәштәр самаһындағы ир бесәй һымаҡ йомшаҡ баҫып, эйелә-бөгөлә килеп инде. Алан-йолан ҡаранып алғас, ҡояштай балҡып, ҡуш ҡуллап күрешергә ҡулын һуҙҙы. Мин уларҙы күрмәгәндәй, аптырап ҡатып ҡалдым. Ҡулдар һауала эленеп торҙо ла һәленеп төштө....
Кемдәргә күктән “алтын ямғыр” яуа? 11-08-2014, 15:39 / Иҡтисад

Кемдәргә күктән “алтын ямғыр” яуа?

Импорт тауарһыҙ йәшәй алабыҙмы? Бѳгѳн магазин кәштәләредә йәнең нимә теләй, бѳтәһен дә табырға була. Араларында ер аяғы ер башынан килтерелгән, беҙҙең милләткә бөтөнләй ят булғандары ла байтаҡ. Ысынлап та, иғтибарлыраҡ ҡараһаң, нимә генә юҡ һатыуҙа: Ташкент помидорҙары, Польша, Голландия алмаһы, Аргентина ите, Норвегия балығы, хатта Израил укробы менән Ҡытай һарымһағына тиклем бар. Ә инде элегерәк төшкә лә инмәгән емеш-еләктең иҫәбе-хисабы юҡ....
“Ингосстрах” компанияһынан бүләк 11-08-2014, 15:35 / Яңылыҡтар

“Ингосстрах” компанияһынан бүләк

Республикалағы тәүге уникаль спорт майҙансығы - беҙҙә! Ҡаланың Реабилитация үҙәге территорияһында сәләмәтлеге буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән балалар ѳсѳн заманса спорт майҙансығы асылды. Майҙансыҡты ҡала халҡына “Ингосстрах” компанияһы бүләк итте. Был спорт комплексы компанияның инвалидтар ѳсѳн уңайлы мѳхит булдырыу социаль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы һәм Рәсәйҙә паралимпия, адаптив спортты үҫтереү маҡсатында асылды....
Баланы бишектән тәрбиәлә 6-08-2014, 15:29 / ---

Баланы бишектән тәрбиәлә

Элекке тәрбиә принциптары ни ѳсѳн ҡыҫырыҡлана? Һуңғы ваҡытта матбуғат саралары аша йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһе йыш телгә алына һәм баланы тыйырғамы, юҡмы тигән һорау ҡуйылып, тәрбиә сараларына ҡарата тѳрлѳ ҡараш белдерелә....