Ир ҡеүәте абруйҙа 29-09-2014, 16:30 / Үрнәк

Ир ҡеүәте абруйҙа

Данлы хеҙмәт юлы үтеп, күптәргә ѳлгѳ булған һәм ҡартлығында ла тормоштан йәм, тәм табып йәшәй белгән кешеләр һәр саҡта ла һоҡланыу уята. Ундайҙар ҡасандыр йәш, дәртле саҡтарында һайлаған тормош позицияһынан саҡ ҡына булһа ла тайпылмай, ҡартлығында ла эргә-тирәләрендәгеләргә үрнәк күрһәтеп, ихтирам яулап йәшәй белә....
Уңыш башы - тырышлыҡ 29-09-2014, 16:14 / Мәғариф

Уңыш башы - тырышлыҡ

Гөлшат Рауил ҡыҙы үҙен киң ҡарашлы уҡытыусы, оҫта ойоштороусы һәм абруйлы етәксе итеп танытты. Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫеүе лә уның күңелендә мәктәп, белемгә ынтылыу рухының нығыныуына нигеҙ булып торған. Атаһы Рауил Мөждәбә улы ғүмер буйы рус теле һәм әҙәбиәте фәне буйынса балаларға белем бирһә, әсәһе Гөлнур Хөснулла ҡыҙы математика hәм физика уҡытыусыhы. Әле икеһе лә хаҡлы ялда. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙам итәләр. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәктәп эшен алып барыу менән бер рәттән Вәлиевтәр биш балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына әҙерләгән....
ҺӘР ВАҠЫТ ҮҪЕШТӘ 29-09-2014, 15:53 / Мәғариф

ҺӘР ВАҠЫТ ҮҪЕШТӘ

Уҡытыусы! Кеше ниндәй генә бейеклектәргә ирешһә лә, уңыштары башында уның уҡытыусыһы тора. Уҡытыусы — йәмғиәттә оло хөрмәткә лайыҡ кеше. Бөйөк педагог Ян Амос Коменский “Был донъяла уҡытыусы хеҙмәтенән дә өҫтөн нәмә юҡ” тигән фекере менән ғәйәт хаҡлы....