Ҡартлыҡты эш менән ҡыуа 30-09-2014, 16:47 / Үрнәк

Ҡартлыҡты эш менән ҡыуа

Ҡартлыҡ ялҡауҙарҙы һәм ғәмһеҙҙәрҙе ярата, тигәндәре дѳрѳҫтѳр. 80-де үтһә лә, йүгереп йѳрѳгән Рәйсә (мулла ҡушҡан исеме Мѳьминә) Фәтҡулла ҡыҙы Ғарифуллина менән аралашҡандан һуң бының айышына тѳшѳнәһең. Бѳтә уңайлыҡтары булған фатирҙа йәшәһә лә, ул һаман ҡыҙы Фәйрүзә менән баҡсаға йѳрѳй, йәшелсә-емеш, еләк үҫтереп мул уңыш алалар....
Хеҙмәт алдынғыһының урыны алда 30-09-2014, 15:37 / Замандаш

Хеҙмәт алдынғыһының урыны алда

Машина эшләү ѳлкәһендә Белорет предприятиелары һынатмай. Был ѳлкәлә ҙур ѳлѳш индергән, республика, Рәсәй һәм донъя кимәлендә ныҡлы урын тотҡан “Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә әлеге ваҡытта 300 кеше эшләй. Предприятиела эш хаҡы даими түләнә һәм ул райондағы иҡтисад буйынса уртаса эш хаҡынан юғары. БЗРП етәкселеге йыл да Машина эшләүселәрҙең һѳнәри байрамы алдынан “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” конкурсын үткәрә....