Эше менән хѳрмәтле 7-10-2014, 11:42 / Үрнәк

Эше менән хѳрмәтле

Уҡытыусы һѳнәрен ихлас күңелдән яратып алып барған ир-егеттәр бик һирәк. Балалар менән уртаҡ тел табып, уларҙа белем донъяһына ҡыҙыҡһыныу уятып, ғилем тауҙарына үрләтеүгә иҫ китмәле кешелекле, эшһѳйәр, сабыр булырға кәрәк. Тап ошондай сифаттар Йѳйәк урта мәктәбенең хеҙмәт һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы Илгиз Нафиҡ улы НОҒАМАНОВҡа хас....
Мѳхәррәм ағай диск сығарҙы 7-10-2014, 11:35 / Яңылыҡтар

Мѳхәррәм ағай диск сығарҙы

Бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан үҙешмәкәр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мѳхәррәм Әхмәтша улы Сәлимовтың балалар ѳсѳн яҙған йырҙары уҡытыу программаһына индерелде....
МӘКТӘПТӘРҘӘ райондың киләсәге үҫә 7-10-2014, 11:29 / Мәғариф

МӘКТӘПТӘРҘӘ райондың киләсәге үҫә

Абҙаҡ мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе Ауылдың йѳҙѳн балаларға белем, тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырған мәктәп билдәләй, тиһәк һис тә хата булмаҫ. Район, Республикаға ғына түгел, ә бѳтә илгә данлыҡлы шәхестәрең, абруй, хѳрмәт яулаған ул һәм ҡыҙҙарың күп икән, тимәк, ошо ауылда эшләгән мәктәптең, уҡытыусыларҙың да тырышлығы оло баһаға лайыҡ. Ә инде белемле, мәҙәниәтле кешеләре күп булған ауылдың киләсәге лә ныҡлы, яҡты булыуына ѳмѳт ҙур....
Иҫтәлеккә - “ИҪТӘЛЕК” 7-10-2014, 11:20 / Арҙаҡлы яҡташтар

Иҫтәлеккә - “ИҪТӘЛЕК”

Абҙаҡ ауылы аҡһаҡалы Рәйес Ғилмитдин улы Хәлилов оло шатлыҡ кисерҙе. Ҡаланың Матбуғат йортонда “Иҫтәлек” исемле икенсе китабы баҫылып сыҡты. Түбәндә хеҙмәт ветераны менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ....
МӘСЕТ - РУХИ ЙОРТОБОҘ 7-10-2014, 11:14 / Иман

МӘСЕТ - РУХИ ЙОРТОБОҘ

Шығай ауыл хакимиәте 2003 йылдың 8 Март байрамы кѳнѳ үҙенең яңы бинаһын туйланы. Был социаль-мәҙәни үҙәктә почта, китапхана, полиция участкаһы, АТС, мәҙәниәт йорто, ФАП урынлашты. Элек фельдшерлыҡ пункты урынлашҡан бинаны хакимиәт башлығы Р.С. Шәрәфетдинов инициативаһы менән мәсеткә әйләндерҙек....
ЕҢЕЛ ТАБЫШ БӘХЕТ КИЛТЕРМӘЙ 7-10-2014, 10:14 / Тәртип һағында

ЕҢЕЛ ТАБЫШ БӘХЕТ КИЛТЕРМӘЙ

Белорет ҡала суды Федераль миграция хеҙмәте территориаль бүлегенең 32 йәшлек элекке инспекторына хѳкѳм ҡарары сығарҙы. Ул законһыҙ юл менән миграция ойоштороуҙа, ришүәт алыуҙа һәм вазифаһын файҙаланып, ялған документтар эшләүҙә ғәйепләнде....
Балаларға автокресло! 7-10-2014, 10:04 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Балаларға автокресло!

Йылдан-йыл юл хәрәкәте ҡатмарлаша. Ҡала-ауыл урамдарында автомототранспорт һаны арта. Автомобилдәр һаны үҫеүенә бәйле килеп тыуған проблемалар араһында авариялар һәм транспорт йәрәхәттәре беренсе урында тора. Юл хәрәкәте хәл- ваҡиғаларында бер ғәйепһеҙ балаларҙың зыян күреүе ҙур борсолоу тыуҙыра. Яҡынса һәр етенсе аварияла 16 йәшкә тиклемге бала зыян күрә....
Утынға ағас бирмәйҙәр... 7-10-2014, 09:58 / Социаль ѳлкә

Утынға ағас бирмәйҙәр...

Ошо кѳндәрҙә “Урал” гәзите мѳхәрририәтенә Сермән ауылынан хат килде. “Хѳрмәтле редакция! Миңә 77 йәш. Ярҙам итеүсе кешем юҡ. Икенсе йыл утын ѳсѳн ағас ала алмайым. Быйыл да мѳрәжәғәт иткәйнем, 50 кешегә генә бирелде, тинеләр. Әбделмәжит АБДУЛЛИН, хеҙмәт ветераны”....
ЯНҒЫН ПОСЫ АСЫЛДЫ 7-10-2014, 09:03 / Яңылыҡтар

ЯНҒЫН ПОСЫ АСЫЛДЫ

Абҙаҡ ауылында айырым янғын посын асыу эштәре 2013 йылдың яҙында уҡ башланғайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп кенә әҙерлек эштәре башҡарылды. Техниканы, янғын-техник ҡорамалдарын файҙаланыуға шарттар булдырыу, бинаны норматив талаптарға ярашлы итеп әҙерләү, халыҡты лайыҡлы хеҙмәтләндереү ѳсѳн бар хеҙмәткәрҙәрҙе лә алдан ныҡлап ѳйрәтергә тура килде. Һайлап алыу юлы менән эшкә алынған хеҙмәткәрҙәр, белемен камиллаштырыу ѳсѳн, 3 ай баш ҡалала әҙерлек курстарында уҡып ҡайтты....