ҺАУЛЫҠ ҺАҒЫНДА ТЫРЫШ КОЛЛЕКТИВ 22-10-2014, 08:33 / Социаль ѳлкә

ҺАУЛЫҠ ҺАҒЫНДА ТЫРЫШ КОЛЛЕКТИВ

Үрге Әүжән ауылы районыбыҙҙа шанлы, бай тарихҡа эйә булған иң боронғо рус ауылы һанала. Быйыл йәй ул үҙенең 260 йыллыҡ юбилейын билдәләне....
Башҡорт егете «ТАНЦЫ» телепроектында 20-10-2014, 16:28 / Замандаш

Башҡорт егете «ТАНЦЫ» телепроектында

ТНТ каналы ойошторған «Танцы» телепроектында Белореттан Роберт ӘМИРОВ ҡатнаша Хәҙерге заманда таланттарҙы асыу ниәтендә бихисап конкурстар үткәрелә. Шулар араһынан иң популяр конкурстарҙың береһе - ТНТ каналы ойошторған «Танцы» телепроекты. Бына күптән түгел яҡташыбыҙ, башҡорт егете Роберт Әмиров ошо проектҡа кастинг үтеп, унда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды....
«Мәңге йәшәй Салауат!» 20-10-2014, 15:34 / Мәҙәниәт

«Мәңге йәшәй Салауат!»

“Мин киткәнгә, илап ҡайғырмағыҙ, Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла...” Ошо шиғыр юлдары менән ҡаршы алды Учалы ере Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арнап үткәрелгән флешмобта ҡатнашырға килгән ҡунаҡтарҙы. Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалы, Учалы районы Ҡоролтайы башҡарма комитеты, Учалы районының мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре, Салауат районы муниципаль район хакимиәте, Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәре инициативаһы менән, Мәҙәниәт йылына ярашлы, 26 сентябрҙә милли батырыбыҙҙың шиғырҙарын һѳйләү буйынса флешмоб үтте....
Һыҙҙырт, егет, ҡурайыңды... 20-10-2014, 15:25 / Мәҙәниәт

Һыҙҙырт, егет, ҡурайыңды...

Беҙгә күрше генә булған Учалы районының Ҡобағош ауылы мәҙәниәт йорто белореттар менән ныҡлы хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ булдырған, тиһәк, һис тә хата булмаҫ....
Матурлыҡ тыуҙырыусы 20-10-2014, 14:41 / Үрнәк

Матурлыҡ тыуҙырыусы

Мөхәмәт ауылы данлы балта оҫталары, үрнәкле, уңған хужабикәләре менән дан тота. Шуларҙың береһе - Дәүләтовтар ғаи- ләһе. Уларҙың өй эсе картиналар галереяһын хәтерләтә. Стеналарҙы Әлифә апайҙың бәйләгән, тегеп-сигелгән картиналары, натюрморттары, әкиәт ге- ройҙары, сәскәләр биҙәй. Һәр береһе матур итеп рамға ҡуйылған. Шулай уҡ өҫтәл, ултырғыс яп- малары, мендәр тыштары, селтәрле ҡорғандар, йылы кофталар, яулыҡ-шәлдәр, күҙ яуын алып торған башҡа төр әйберҙәргә ҡарап һоҡланаһың....
«Инйәр икмәге»нә - асыҡ юл! 20-10-2014, 14:05 / ---

«Инйәр икмәге»нә - асыҡ юл!

Ауылда яңы эш урындары асылыу мѳһим ваҡиға, һәр кем ѳсѳн шатлыҡлы күренеш. Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғ.Ғ. Мѳфтәхетдиновтың, ауыл старостаһы З.Ғ. Сойкинаның хәстәрлеге һәм тырышлығы менән халыҡ һорауы буйынса «Тимер юл сауҙа компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Һамар филиалы Инйәрҙә пекарня асырға йѳрьәт итте....
Заман менән аҙымдаш 20-10-2014, 14:05 / Замандаш

Заман менән аҙымдаш

Уҡыусының бер кемдән дә кәм түгеллеген аңлатыу, үҙ-үҙенә, үҙ көсөнә ышаныс уятырға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған уҡытыусылар маҡтауға лайыҡ. Уҡытыусы өсөн иң мөһиме — бала күңеленә дөрөҫ юл табыу, дәртен, өмөтөн һүндермәү. Уҡытыусы йөрәгенән сыҡҡан һүҙ генә йөрәккә барып етә, туған тел, һүҙ көсө ярҙамында, герой өлгөһөндә баланы тормошҡа әҙерләй, рух ныҡлығы, илһөйәрлек тәрбиәләй, уҡыусы күңеленә изгелек орлоҡтары һала....
Уның ғорурлығы - юлдар һәм күперҙәр 20-10-2014, 13:19 / Социаль ѳлкә

Уның ғорурлығы - юлдар һәм күперҙәр

«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - Белорет юл ремонтлау-тѳҙѳү идаралығының 1-се участкаһы мастеры Рәвил Ғилмулла улы РАФИҠОВТЫҢ быйылғы һабантуйҙа алдынғылар рәтендә тантаналы парадта ҡатнашыуы бер ҙә осраҡлы түгел....
Коҙҙо һәм күңелде сағыулатҡан байрамдар 14-10-2014, 10:33 / Мәҙәниәт

Коҙҙо һәм күңелде сағыулатҡан байрамдар

Октябрь байрамдарға бай. Иҫтәлекле кѳндәр үтеү менән редакцияға хаттар, шылтыратыуҙар күбәйә: гәзит уҡыусылар шатлыҡтары менән уртаҡлаша, ауылдаштарына рәхмәт белдерә......
Манышты ауылынан район һәм ҡаланың Почетлы ветераны Нурулла 14-10-2014, 09:37 / Үрнәк

Манышты ауылынан район һәм ҡаланың Почетлы ветераны Нурулла

Мѳхѳтдин улы Миһранов йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Ололар менән тығыҙ бәйләнеш тота, ауылдың ветерандар ойошмаһын етәкләй. Нурулла Мѳхѳтдин улы район һәм республика матбуғатында ла үҙенең тос мәҡәләләре менән сығыш яһай, яҡташтарының тормош юлын яҡтырта, кѳнүҙәк проблемаларҙы күтәрә....