ЕҢЕЛ ТАБЫШ БӘХЕТ КИЛТЕРМӘЙ 7-10-2014, 10:14 / Тәртип һағында

ЕҢЕЛ ТАБЫШ БӘХЕТ КИЛТЕРМӘЙ

Белорет ҡала суды Федераль миграция хеҙмәте территориаль бүлегенең 32 йәшлек элекке инспекторына хѳкѳм ҡарары сығарҙы. Ул законһыҙ юл менән миграция ойоштороуҙа, ришүәт алыуҙа һәм вазифаһын файҙаланып, ялған документтар эшләүҙә ғәйепләнде....
Балаларға автокресло! 7-10-2014, 10:04 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Балаларға автокресло!

Йылдан-йыл юл хәрәкәте ҡатмарлаша. Ҡала-ауыл урамдарында автомототранспорт һаны арта. Автомобилдәр һаны үҫеүенә бәйле килеп тыуған проблемалар араһында авариялар һәм транспорт йәрәхәттәре беренсе урында тора. Юл хәрәкәте хәл- ваҡиғаларында бер ғәйепһеҙ балаларҙың зыян күреүе ҙур борсолоу тыуҙыра. Яҡынса һәр етенсе аварияла 16 йәшкә тиклемге бала зыян күрә....
Утынға ағас бирмәйҙәр... 7-10-2014, 09:58 / Социаль ѳлкә

Утынға ағас бирмәйҙәр...

Ошо кѳндәрҙә “Урал” гәзите мѳхәрририәтенә Сермән ауылынан хат килде. “Хѳрмәтле редакция! Миңә 77 йәш. Ярҙам итеүсе кешем юҡ. Икенсе йыл утын ѳсѳн ағас ала алмайым. Быйыл да мѳрәжәғәт иткәйнем, 50 кешегә генә бирелде, тинеләр. Әбделмәжит АБДУЛЛИН, хеҙмәт ветераны”....
ЯНҒЫН ПОСЫ АСЫЛДЫ 7-10-2014, 09:03 / Яңылыҡтар

ЯНҒЫН ПОСЫ АСЫЛДЫ

Абҙаҡ ауылында айырым янғын посын асыу эштәре 2013 йылдың яҙында уҡ башланғайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп кенә әҙерлек эштәре башҡарылды. Техниканы, янғын-техник ҡорамалдарын файҙаланыуға шарттар булдырыу, бинаны норматив талаптарға ярашлы итеп әҙерләү, халыҡты лайыҡлы хеҙмәтләндереү ѳсѳн бар хеҙмәткәрҙәрҙе лә алдан ныҡлап ѳйрәтергә тура килде. Һайлап алыу юлы менән эшкә алынған хеҙмәткәрҙәр, белемен камиллаштырыу ѳсѳн, 3 ай баш ҡалала әҙерлек курстарында уҡып ҡайтты....
Ҡорбан сала беләһеңме? 1-10-2014, 09:07 / Иман

Ҡорбан сала беләһеңме?

Ҡорбан салыу — ул билдәле бер ваҡытта Аллаһы Тәғәләгә рухыбыҙ менән яҡынайыу, бының ѳсѳн ҡуш тояҡлы малды шәриғәт ѳйрәткән юл менән салыу. Ҡорбан салыуҙың иң беренсе маҡсаты - Аллаһының ризалығын алыу ѳсѳн уның әмерен үтәү, мосолмандарҙың тәҡүәлеген (динилеген) арттырыу, байрам кѳндәрендә ҡорбан ите һәм бүләктәр таратып, туғанлыҡ ептәрен нығытыу, күршеләр араһында яҡшы мѳнәсәбәттәр булдырыу....
Ағинәйҙәр осрашты 1-10-2014, 08:55 / Социаль ѳлкә

Ағинәйҙәр осрашты

Күптән түгел Әбйәлил районында Республика ағинәйҙәре конференцияһы булып үтте. 12 райондан делегаттар ҡатнашыуы ағинәйҙәр хәрәкәтенең популярлаша барыуын һѳйләй. Унда беҙҙең райондан да 4 делегат ҡатнашты. Үткәлдән Айһылыу Йомағужина, Хѳсәйендән Рәйлә Иҫәнғужина, Шығайҙан Дилә Канафина, Зилә Ғәлекәева үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлаша....
Иң ҙур бәхет - балаларың булыу 1-10-2014, 08:27 / Үрнәк

Иң ҙур бәхет - балаларың булыу

Һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай. Ә Йѳйәк ауылында йәшәгән Зѳләйха Мѳхәмәт ҡыҙы Шаһисолтанова: “Балаларымдың иҫән булыуы, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстары минең ѳсѳн ҙур бәхет”, - ти....