ХАЛЫҠ ТЫНЫСЛЫҒЫ -ҺЕҘҘЕҢ ҠУЛДА 17-11-2014, 11:21 / Яңылыҡтар

ХАЛЫҠ ТЫНЫСЛЫҒЫ -ҺЕҘҘЕҢ ҠУЛДА

Ҡаланың “Металлург” кинотеатрында тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләне....
ҒӘМҺЕҘ БУЛМАЙЫҠ, милләттәштәр! 17-11-2014, 10:17 / Сәйәсәт

ҒӘМҺЕҘ БУЛМАЙЫҠ, милләттәштәр!

Хакимиәт бинаһының ҙур залында район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Рәфғәт улы КҮСӘБАЕВ, милли мәғариф һәм фән буйынса сектор мѳдире Рәйсә Абдрахман ҡыҙы КҮЗБӘКОВА, Ҡоролтайҙың ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләре, мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комиссиялар рәйесе, «Киске Ѳфѳ» гәзитенең баш мѳхәррире Гѳлфиә Гәрәй ҡыҙы ЯНБАЕВА, БР «Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарыусы директоры Рөстәм Әхмәт улы ИСХАКОВ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ауыл...
Күп мәсьәләләрҙе «бер тәҙрәлә» хәл итеп 12-11-2014, 09:40 / Социаль ѳлкә

Күп мәсьәләләрҙе «бер тәҙрәлә» хәл итеп

Үткән аҙнала ҡаланың 5 Июль урамында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәк асылды. Үҙәк бѳгѳн мәҙәни, архитектура ҡомартҡыһы булып һаналған, 1916 йылда тѳҙѳлгән бинала эшләйәсәк....
Ир-егеттәр ғаилә һәм ауыл һағында 10-11-2014, 11:05 / Сәйәсәт

Ир-егеттәр ғаилә һәм ауыл һағында

Милләтебеҙгә хас булған борон-борондан килгән ғәҙәттәр буйынса ғаилә ҡороу ҡағиҙәһе һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. Һәр замандың үҙ заңы, үҙ көйө була тип һөйләргә яратһаҡ та, был хәл һағайырға мәжбүр итә. Үҙ менталитетының сифаттары, ғөрөф-ғәҙәте ҡанына һеңгән башҡорт балаһының ҡасандыр бер килеп Европа ҡанундары буйынса йәшәй алыуы шик тыуҙыра. Һәр быуындың заманына, шул замандың ҡанундарына ғына хас булған холоҡ-фиғеле, үҙенсәлектәре була, тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Әлбиттә, шулайҙыр, сөнки һәр кемдең үҙ ҡарашы, фекере булыуы менән дә килешмәйенсә булмай. Бөгөн йәш ғаилә башлыҡтары,...
ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР БУЛ! 10-11-2014, 10:09 / Спорт һәм туризм

ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР БУЛ!

Физкультура һәм спорт ѳлкәһендә дәүләт сәйәсәтен артабан камиллаштырыу һәм кеше потенциалын үҫтереүгә, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән физик тәрбиә биреүҙең эффектлы ысулдарын булдырыу йәһәтенән Рәсәй Президенты Владимир Путин “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул!” Бѳтә Рәсәй физкультура спорт комплексын тергеҙеү тураһында”ғы указға ҡул ҡуйғайны....
ЕТДИ ЭШТӘР ХАҠЫНДА йәнле аралашыу 10-11-2014, 09:59 / Яңылыҡтар

ЕТДИ ЭШТӘР ХАҠЫНДА йәнле аралашыу

Белорет полицияһы республикала бѳтә күрһәткестәр буйынса ла алдынғы бүлектәрҙең береһе һанала. Һѳнәри байрамдары алдынан үҙгәрештәр, полиция хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында “Белорет” полиция бүлеге начальнигы Ришат Рәшит улы Баймырҙин ҡаланың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән «түңәрәк ѳҫтәл» артында әңгәмә ҡорҙо....
ҺАЛЫМ ТҮЛӘҮ - беҙҙең бурыс 5-11-2014, 10:49 / Яңылыҡтар

ҺАЛЫМ ТҮЛӘҮ - беҙҙең бурыс

Һалым түләүселәрҙең күптәре мѳлкәт һалымын түләүҙе бурыс түгел, ә хоҡуҡ тип һанай. Әммә РФ Һалым кодексының 23-сѳ статьяһына ярашлы закон нигеҙендә ҡуйылған һалымды түләү һалым түләүсенең бурысы итеп билдәләнгән. Шулай уҡ гәзит уҡыусылар ҙа, йыш ҡына һалым түләүгә ҡағылышлы бихисап һорауҙар менән мѳрәжәғәт итә. Ошо һорауҙарға яуап табыу ниәтендә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 20-се район-ара инспекцияһы начальнигы Любовь Михайловна Полякова менән әңгәмә ҡорҙоҡ....
ИҢДӘРЕНДӘ ҙур яуаплылыҡ 5-11-2014, 10:39 / Байрамдар

ИҢДӘРЕНДӘ ҙур яуаплылыҡ

Суд ҡарарҙарының үтәлешен тәьмин иткән, судта тәртип урынлаштырған, суд ҡарарын үтәмәй ҡасып йѳрѳгән алиментсылар һәм башҡа бурыслылар менән эш иткән суд приставтары бѳгѳн һѳнәри байрамын билдәләй....
ЯҘМЫШ ТУЛҠЫНДАРЫ 5-11-2014, 09:42 / Яҙмыштар

ЯҘМЫШ ТУЛҠЫНДАРЫ

Заман ѳйѳрмәләренә бирешмәйенсә, маҡсатына ынтылып, тормош, йәшәү ѳсѳн кѳрәшеп, яҙмыш тулҡындарын аша атлап, алға барған юлсыны хәтерләтте Сабира инәйем. Яңы йәмғиәт тѳҙѳйбѳҙ тип, 30-сы йылдарҙа ебәрелгән оло хаталарҙың, фажиғәләрҙең сағылышын күрәбеҙ Сабира Заһит ҡыҙының хәтирәләрендә. Тырыш хеҙмәте менән бер аҙ хәллеләр рәтенә күтәрелгән, белемле, ихтирамлы Заһит Аҙнағолов ғаиләһенең аяуһыҙ ҡыйратылыуы бѳгѳн дә йѳрәкте әрнетә. Әммә заманында “халыҡ дошманы” тип иғлан ителгән олатайыбыҙ Заһит мулланың намыҫлы исеме кире ҡайтты....