Күнекмәләр һәләтте камиллаштыра 8-12-2014, 15:18 / Спорт һәм туризм

Күнекмәләр һәләтте камиллаштыра

Янғынға ҡаршы, уны иҫкәртеү йәһәтенән ниндәй генә саралар уҙғарылмай ҙа, ниндәй генә эштәр башҡарылмай. Ут менән һаҡ эш итеү, янғындан һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәү бурысы халыҡҡа даими еткерелә, ошо хаҡта аңлатыу эштәре алып барыла. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай ҙа. Шуға күрә республикала ауыл биләмәләре территорияларында янғынға ҡаршы ирекле командалар һәм дружиналар булдырыу буйынса Федераль закон ҡабул ителде лә инде....
Улар иғтибарға, ихтирамға мохтаж 8-12-2014, 15:10 / Мәҙәниәт

Улар иғтибарға, ихтирамға мохтаж

Ошо аҙнала ҡала мәҙәниәт һарайында Инвалидтар кѳнѳнә арналған тантаналы концерт үтте. Унда мәҙәниәт йортоноң йырсылары менән бер рәттән сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән балалар, үҫмерҙәр һәм оло йәштәгеләр сығыш яһаны....
Районыбыз намысын яkланы 8-12-2014, 14:39 / Мәҙәниәт

Районыбыз намысын яkланы

Яңыраҡ Ѳфѳлә “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” тигән республика конкурсы үтте. Сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналы, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Харис улы Йосопов ойошторҙо. Донъябыҙ матур булһын, киләсәккә яҡшы ѳлгѳләр ҡалдырайыҡ, тип янып йѳрѳгән ҡатын- ҡыҙҙарҙы күрһәтеү, дәртләндереү, ҡатын-ҡыҙҙың баһаһын, абруйын арттырыу маҡсатында ойошторолған республика конкурсы проекты авторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Гѳлнур Ҡолһарина: “Ойоштороу ко- митетына 150-нән ашыу эш килде. Конкурстың географияһы киң....