Кәзә, кәзә, тип кѳлмәгеҙ, уның да мѳгѳҙѳ бар... 15-12-2014, 09:46 / ---

Кәзә, кәзә, тип кѳлмәгеҙ, уның да мѳгѳҙѳ бар...

2015 - Күк Ағас Кәзә йылын нисек ҡаршыларға? Ҡытай календары буйынса ике йыллыҡ «ағас» циклы тамамлана, үтеп барған йыл символы - Йылҡы йылына ағас Кәзә алмашҡа ашыға. Ат йылы менән сағыштырғанда, 2015 йыл тынысыраҡ булмаҡсы. Кәзә (Һарыҡ) баҫымсаҡ, йыуаш хайуан, шулай булғас, әллә ни шаҡ ҡатырғыс, радикаль үҙгәрештәр булмаҫ, тип ышанайыҡ. 2015 йылдың 19 февралендә йыуаш, оялсан, йомшаҡ күңелле, бер үк ваҡытта бер аҙ үҙ һүҙле һәм тибешкәк тә Кәзә сафҡа баҫа....
Ҡояшлы егет 15-12-2014, 09:30 / Замандаш

Ҡояшлы егет

Ҡояш һымаҡ балҡып, тирә-йүндәгеләргә нурҙарын һирпеп йәшәгән кешеләр була. Улар менән һинең бѳтә ҡайғы-хәсрәттәрең юғала, аралашыуҙан үҙеңде бер яҡты, мѳғжизәле донъяға килеп эләккәндәй хис итәһең....
“Тѳбәк операторы”на һорауҙар күп 15-12-2014, 09:23 / Иҡтисад

“Тѳбәк операторы”на һорауҙар күп

2014 йылдың октябренән күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр “БР Тѳбәк операторы” исеменән капиталь ремонт ѳсѳн түләүҙәргә квитанциялар ала башланы. Унда аңлатыуҙарынса, алты ҡатҡа тиклем йорттарҙағы фатир хужалары 1 квадрат метр ѳсѳн 5 һум 20 тин, ә унан да бейек йорттарҙа торғандар 5 һум 80 тин түләргә тейеш....
Сәхнәлә - кәйеф оҫталары 15-12-2014, 09:15 / Мәҙәниәт

Сәхнәлә - кәйеф оҫталары

Үткән аҙнала Сермән ауылындағы Социаль-мәҙәни үҙәктә район мәҙәниәт йорттары һәм клубтары мѳдирҙәре, художество етәкселәре “Кәйеф оҫтаһы - 2014” конкурсында һѳнәри маһирлыҡтарын күрһәтте. Сара тәүгә генә ойошторолһа ла, бик уңышлы үтте....
Тхэквондо буйынса чемпионат 10-12-2014, 16:26 / Спорт һәм туризм

Тхэквондо буйынса чемпионат

Ѳфѳлә Халыҡ-ара тхэквондо федерацияһының тхэквондо буйынса Волга буйы федераль округы Беренселеге һәм Чемпионаты уҙҙы. Унда Рәсәйҙең 10 тѳбәгенән 322 кеше ҡатнашты. 14-18 йәш категорияһында командалар араһында Шамил Ишберҙин етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы I урын яуланы. Призлы урындар алған федерациялар һәм клубтар — диплом, кубоктар, ә спортсылар грамота, миҙалдар менән наградланды. Белореттан 16 кеше Башҡортостан йыйылма командаһы составына инде. Белореттар инструкторҙары Ольга Борисевич (кескәйҙәр тѳркѳмѳ) менән Анатолий Балаев (үҫмерҙәр тѳркѳмѳ) етәкселегендә...
Кѳтәм һине, улым, күктәрҙән, Ә ул гүр эйәһе булған күптәнән... 10-12-2014, 15:41 / Яҙмыштар

Кѳтәм һине, улым, күктәрҙән, Ә ул гүр эйәһе булған күптәнән...

Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тиһәләр ҙә, ѳлѳшѳңә тѳшкән тәҡдирҙән ҡасып булмай. Яҙмыш әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа, ниндәй генә ҡайғы-ғазаптар төшөрмәй. Берәүҙе шатлыҡтар менән күмһә, икенсеһен ығы-зығылы хәсрәт һағыштарға сорнай. Тик ҡайһы саҡ шатлыҡтары ла ҡайғыға төрөлгән була. Шул ҡайғы төргәген һүтмәй тороп, шатлыҡҡа ирешеп булмайҙыр. Минең дә бѳгѳнгѳ һѳйләйәсәк геройым һикәлтәле яҙмыш һуҡмағын үтеп, ҡайғы-хәсрәттәр, юғалтыуҙар аша балалары һәм чечен һуғышында һәләк булған улының иҫтәлеге хаҡына, һынауҙарға бирешмәй, яҡты киләсәккә юл ярған Наилә Абдулхаҡ ҡыҙы Фунтусова...
Күнекмәләр һәләтте камиллаштыра 8-12-2014, 15:18 / Спорт һәм туризм

Күнекмәләр һәләтте камиллаштыра

Янғынға ҡаршы, уны иҫкәртеү йәһәтенән ниндәй генә саралар уҙғарылмай ҙа, ниндәй генә эштәр башҡарылмай. Ут менән һаҡ эш итеү, янғындан һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәү бурысы халыҡҡа даими еткерелә, ошо хаҡта аңлатыу эштәре алып барыла. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай ҙа. Шуға күрә республикала ауыл биләмәләре территорияларында янғынға ҡаршы ирекле командалар һәм дружиналар булдырыу буйынса Федераль закон ҡабул ителде лә инде....
Улар иғтибарға, ихтирамға мохтаж 8-12-2014, 15:10 / Мәҙәниәт

Улар иғтибарға, ихтирамға мохтаж

Ошо аҙнала ҡала мәҙәниәт һарайында Инвалидтар кѳнѳнә арналған тантаналы концерт үтте. Унда мәҙәниәт йортоноң йырсылары менән бер рәттән сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән балалар, үҫмерҙәр һәм оло йәштәгеләр сығыш яһаны....
Районыбыз намысын яkланы 8-12-2014, 14:39 / Мәҙәниәт

Районыбыз намысын яkланы

Яңыраҡ Ѳфѳлә “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” тигән республика конкурсы үтте. Сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналы, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Харис улы Йосопов ойошторҙо. Донъябыҙ матур булһын, киләсәккә яҡшы ѳлгѳләр ҡалдырайыҡ, тип янып йѳрѳгән ҡатын- ҡыҙҙарҙы күрһәтеү, дәртләндереү, ҡатын-ҡыҙҙың баһаһын, абруйын арттырыу маҡсатында ойошторолған республика конкурсы проекты авторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Гѳлнур Ҡолһарина: “Ойоштороу ко- митетына 150-нән ашыу эш килде. Конкурстың географияһы киң....
Тормошонан мәғәнә табып йәшәй 3-12-2014, 14:28 / Социаль ѳлкә

Тормошонан мәғәнә табып йәшәй

Борон-борондан халыҡта, әҙәм балаһы был донъяға тормош һынауҙары үтер өсөн тыуа, тигән фекер йәшәп килгән. Ысынлап та, кешеләрҙең төрлө яҙмыштарын күрәһең дә боронғолар фекере нигеҙендә дөрөҫлөк барлығына инанаһың. Тәҡдиренә төшкән өлөшө, тормош һынауҙары аша кешенең рух ныҡлығы, ихтыяр көсө һынала ла инде. Берәүҙәр, юлындағы ауырлыҡтарҙы күтәрә алмайынса, бөгөлөп төшһә, икенселәр тимер кәртәләрҙе лә емереп, алға ынтылып, ниндәй генә хәлгә тарыуына ҡарамаҫтан, кешеләр араһында сәмләнеп йәшәй. Бына шундайҙар иҫәбендә Абҙаҡ ауылы егете Фәнгиз Нуретдиновтың тормошо асыҡ миҫал булып тора....