ПОСОБИЕЛАР АРТА, ӘММӘ КҮП ТҮЛӘРГӘ ТУРА КИЛӘСӘК 20-01-2015, 09:57 / ---

ПОСОБИЕЛАР АРТА, ӘММӘ КҮП ТҮЛӘРГӘ ТУРА КИЛӘСӘК

Быйыл дәүләт хеҙмәттәренә хаҡтар, күсемһеҙ милеккә һалымдар артты, яңы дәүләт пошлиналары барлыҡҡа килде. Документтарҙы юллап алыуға күп кенә аҡса түгергә кәрәк буласаҡ. 5 йылға бирелгән сит ил паспортын алыу ѳсѳн 2000 һум бирергә тура киләсәк, 14 йәшкә тиклемге балаларҙың сит ил паспорты 1000 һумға тѳшә. 10 йылға бирелгән сит ил паспорты элекке 2500 һум урынына 3500 һум (балалар варианты — 1500 һум), уларына бармаҡ эҙҙәре тѳшѳрѳлгән....
БОКС - ир-егеттәр генә спорты түгел... 20-01-2015, 09:50 / Замандаш

БОКС - ир-егеттәр генә спорты түгел...

Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында Урал аръяғы, кѳньяҡ-кѳнсығыш райондары спортсыларының бокс буйынса Яңы йыл турниры булып үтте. Унда ҡаланың 3-сѳ мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Лира Ҡаһарманова үҙ ауырлыҡ категорияһында (40 кг) I урынды яулап, «Байсура» физкультура- һауыҡтырыу комплексы администрацияһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде....
«Грамоталы ҡала булайыҡ» 20-01-2015, 09:33 / Социаль ѳлкә

«Грамоталы ҡала булайыҡ»

Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре буйынса комиссияның сираттағы ултырышы булды. Унда комиссия ағзаларынан тыш, ҡаланың сауҙа үҙәктәренең директорҙары, администраторҙар, шәхси магазин тотоусылар һәм “Экспресс реклама» етештереү фирмаһы, «Сплайн» фәнни-производство компанияһы етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендә тел мәсьәләһенә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды....
Йәш табип эшкә ҡайтты 20-01-2015, 09:21 / Һаулығың-байлығың

Йәш табип эшкә ҡайтты

Сосновка амбулаторияһы Сосновка, Шығай ауыл хакимиәттәренә ҡараған 10 ауылды хеҙмәтләндерә. Был тораҡ пункттарында 4094 кеше йәшәһә, уларҙың 3004-е — 18 йәштән үткәндәр, ә балалар - 1090....