Ағас — тамыры, кеше - нәҫеле менән 12-01-2015, 09:22 / Замандаш

Ағас — тамыры, кеше - нәҫеле менән

Һәр ағас тамыры менән кѳслѳ булған кеүек, кеше яҙмышы ла нәҫеленең ниндәй булыуына бәйле. Бының шулай икәнлегенә сығышы менән Асынан булған, бѳгѳнгѳ кѳндә Белоретта ғүмер кисергән Сабир Хәбибулла улы ҒИЛМАНОВ менән танышҡандан һуң инандыҡ. Ысын башҡорт ир-егеттәренә хас сифаттар уға ата-әсәһенән, олатай-ѳләсәһенән, бабайҙарынан күскән. Сабир ағайҙың атаһы - мулла, ә олатаһы хатта указлы мулла була. Ә ҡайҙа иман - шунда әҙәп тә, тәртип тә барлығы һәр кемгә мәғлүм....