БАЛА ТӘРБИӘЛӘҮ МӘКТӘП ЭШЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ... 24-02-2015, 14:27 / Үрнәк

БАЛА ТӘРБИӘЛӘҮ МӘКТӘП ЭШЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ...

Рәсәй үҙ тарихында ниндәй генә тетрәндергес хәл-ваҡиғалар, һуғыштар кисерһә лә, һәр саҡ еңеп сығыуға ирешкән. Еңеүҙең сере лә ябай — бында үҙ ерен, илен яратҡан халыҡ йәшәй. Бѳгѳн, цивилизация үҫешкән заманда, һуғыш кеүек афәттәр бѳтѳнләй булмаҫҡа тейеш кеүек булһа ла, илдәр, милләттәр, диндәр араһында беренселеккә ынтылыу тѳрлѳ болалар сығыуға сәбәп булып тора. Иҡтисади яҡтан ҡарағанда, кѳслѳләр иһә донъялағы нефть, газ ѳсѳн һуғыш алып бара. Сәғүд Ғәрәбстаны, Иран, Ираҡ, Египет, Сүриә кеүек нефткә бай илдәрҙә юҡ-барҙан бола сығарырға һәм тотороҡһоҙлоҡто үҙ файҙаһына борорға теләгән...
ИҠТИСАДИ МӘСЬӘЛӘЛӘР ҠАРАЛДЫ 24-02-2015, 13:38 / Иҡтисад

ИҠТИСАДИ МӘСЬӘЛӘЛӘР ҠАРАЛДЫ

Ошо кѳндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рѳстәм Марданов беҙҙең районда эш сәфәрендә булды. Ул муниципаль райондың социаль тотороҡлоғон һәм иҡтисадтың үҫешен тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында сығыш яһаны....
Ауырлыҡтар уны һындырмай 23-02-2015, 13:35 / ---

Ауырлыҡтар уны һындырмай

Хәсән Әбүбәкир улы Әбүталипов Үҙәнбаш ауылында иҫән-һау ҡалған берҙән-бер Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны....
Ике банк та банкрот булған 18-02-2015, 11:27 / Яңылыҡтар

Ике банк та банкрот булған

“Хѳрмәтле редакция, беҙ 1993 йылда “Восток” банкына дүрт хосусилаштырыу чегын һалғайныҡ. Шунан бирле банктың яҙмышы тураһында бер нәмә лә белмәйбеҙ. Былтыр ғинуар айында матбуғатта беҙҙең кеүектәргә компенсация түләнә тигән хәбәр ишеткәйнек. Шул турала гәзит аша аңлатып, ярҙам итһәгеҙ, бик рәхмәтле булыр инек. Юнысовтар”....
Тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалдыҡ 18-02-2015, 11:15 / Иҡтисад

Тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалдыҡ

Ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген етештереү ѳлкәһендә “Белорет май-сыр комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡалала совет осоронан ҡалған берҙән-бер предприятие тип әйтһәк тә хата булмаҫ....
ТЕЛДЕ БЕЛҺӘҢ - ИЛГӘ КИЛ! 18-02-2015, 10:10 / Социаль ѳлкә

ТЕЛДЕ БЕЛҺӘҢ - ИЛГӘ КИЛ!

2015 йылдың 1 ғинуарынан миграция ҡануниәтендә телгә бәйле үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, сит ил граждандарына хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, ваҡытлыса йәшәүгә йәки тороу ѳсѳн таныҡлыҡ алыуға рус телен, Рәсәй Федерацияһы ҡанундары нигеҙен һәм тарихын белеү мотлаҡ....
Тарихи марафонда 16-02-2015, 10:04 / Мәғариф

Тарихи марафонда

Үткән аҙнала ҡаланың лицей-интернатында Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Минең хәтеремдә” тип аталған район һәм ҡала-ара тарихи марафон уҙғарылды....
Театр сәнғәте - мѳғжизәле донъя 16-02-2015, 09:55 / Мәҙәниәт

Театр сәнғәте - мѳғжизәле донъя

Күптән түгел «Ирәмәл» башҡорт халыҡ театры тамашасылар хѳкѳмѳнә күренекле драматург Әнғәм Атнабаевтың “Әсә хѳкѳмѳ” спектаклен тәҡдим итте. Шулай уҡ был кѳндѳ улар Ѳфѳнән килгән ҡунаҡтар - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина, Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Азат Нәҙерғолов алдында халыҡ театры исемен дә яҡланы....
УҠЫТЫУСЫЛАР - БАШҠОРТ ТЕЛЕН, БЕҘ УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫ КҮТӘРӘЙЕК 16-02-2015, 09:32 / Мәғариф

УҠЫТЫУСЫЛАР - БАШҠОРТ ТЕЛЕН, БЕҘ УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫ КҮТӘРӘЙЕК

Тормош ҡуласаһы шул тиклем тиҙ әйләнә, ундағы хәл-ваҡиғаларға өйрәнеп, яңылыҡтарҙы үҙләштереп тә өлгөрмәйһең, яңылары шау-шыу тыуҙыра, заманса бурыстар, талаптар алдыбыҙға баҫа. Республикабыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының конкурсын уҙғарыуға ла быйыл теүәл 20 йыл булып киткән икән. Конкурсанттарҙы һайлау йылдан-йыл ҡыйынлашһа ла, муниципаль районда был сара айырым конкурс булараҡ бишенсе тапҡырға ойошторола. Быйылғы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2015” конкурсын тантаналы асыу ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҙҙы. Конкурсты муниципаль...
Яңы биҫтә ҡалҡып сығасаҡ 16-02-2015, 09:03 / Социаль ѳлкә

Яңы биҫтә ҡалҡып сығасаҡ

Башҡортостанда граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһын тормошҡа ашырыуҙың икенсе этабы башланды. Программаның беренсе этабында 7 меңгә яҡын кеше авария хәлендәге йорттарҙан яңы фатирға күсте. 2015 йылдың аҙағына тиклем 278 күп фатирлы йорт тѳҙѳү планлаштырылған һәм республикала йәшәгән 6,5 меңгә яҡын кеше йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ. Тѳбәктең 18 муниципаль биләмәһе программала ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды....