«Йәшәргә тырышам» 23-03-2015, 14:21 / Ветеран

«Йәшәргә тырышам»

Егеттәр кеүек тура баҫып йѳрѳгән, йәштәр кеүек кѳр тауышлы Малыбай Дәүләтша улы МѲХӘМӘҘИЕВтең 94 йәштә булыуына ышанғы ла килмәй. Гәзит-журнал уҡып, телевизор ҡарап, ил, донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып йәшәй ул. Һуғыш ваҡытында ауыр эштән күңеле һыҙлаған мәлдәрҙә: «Эй, Хоҙайым, исмаһам, 50 йәшкә етһәм ине», - тип хыяллана. Тормошто яратҡан изге күңелле, эшһѳйәр, егәрле егеттең уй-теләктәрен фәрештәләр ишетеп торғандыр. Үҙенең 94 йәшкә етеүен Малыбай Дәүләтша улы бер мѳғжизә итеп ҡабул итә....
АҒАСТЫ ҺАТА КҮРМӘ... 23-03-2015, 14:09 / Экология

АҒАСТЫ ҺАТА КҮРМӘ...

Быйылдан граждандарға тѳҙѳлѳш ѳсѳн бирелгән ағасты һатыу бѳтѳнләй тыйылды. Билдәле булыуынса, һәр кем үҙ ғүмерендә тѳҙѳлѳшкә 150 кубометр ағас алыу хоҡуғына эйә (уныһы ла кемгәлер эләгә, ә кемгәлер юҡ). Был тейешле ағасты халыҡ түләп алғас, ул уның милкенә әйләнә....
Бѳгѳн дә сафта 23-03-2015, 13:49 / ---

Бѳгѳн дә сафта

Район-ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл эшсәндәренә “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә -70 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырыу дауам итә....
Еңеү миҙалдары тапшырылды 18-03-2015, 12:28 / ---

Еңеү миҙалдары тапшырылды

2013 йылдың декабрендә илебеҙ Президенты Владимир Путин «1941- 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бѳгѳн республика райондарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе, партизандарҙы, тыл эшсәндәрен, концлагерь тотҡондарын ошо миҙал менән бүләкләү саралары уҙа....
Яңы китаптар сыҡты 18-03-2015, 10:26 / Яҙыусылар ижады

Яңы китаптар сыҡты

Фәриха Нәҙербай ҡыҙы ВӘЛИУЛЛИНА 1956 йылдың 27 ғинуарында Рысыҡай ауылында тыуған. Шығай урта мәктәбендә уҡыған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, 1981 йылда «Урал» гәзите редакцияһына эшкә килә. Унда дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары, хәбәрсе, 1985 йылдан алып 2013 йылға тиклем яуаплы секретарь булып эшләй....
Яңы китаптар сыҡты 18-03-2015, 10:23 / ---

Яңы китаптар сыҡты

Мансур Яҡшыбай улы ҺИҘИӘТОВ 1949 йылдың ноябрендә ҡарурман тѳпкѳлѳндәге 30-40 ѳйлѳк Һуйыр-Айыс ауылында тыуа. Ғәрип фронтовик ғаиләһендә үҫкәнгә, күп донъя мәшәҡәттәре бәләкәйҙән уның елкәһенә тѳшә. Эшләмәгән эше ҡалмай! Үҙе әйтмешләй, тыуған ауылынан транспорт йѳрѳгән һәр тарафҡа ла аяҡ сейләндереп ҡырҡ биш саҡрым тәпәйләү ҙә кәрәккән. Белоретҡа барыр ѳсѳн оҙон кѳн Елмерҙәк һырты аша тар кәлейәле поезд йѳрѳгән Туҡан, йә Инйәр ҡасабаларына атлауын, Стәрле, Ѳфѳ яҡтарына сығыу ѳсѳн иһә Таҡаты һыртын, Таш тауҙарын артылып, әлеге шул ҡырҡ биш саҡрымды тәпәйләп, автобус йѳрѳгән атаҡлы Сәйетбабаға...
Мин илемә осоп   бѳркѳт булып ҡайтырмын... 18-03-2015, 09:29 / ---

Мин илемә осоп бѳркѳт булып ҡайтырмын...

Һуғыш. Биш кенә хәрефтән торған был ҡәһәрле һүҙҙең артында миллионлаған кешенең аяныслы яҙмышы, миллионлаған ғаиләнең селпәрәмә килгән тормошо, ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәр, яҡты донъяға тыуып та йәшәй алмаған балалар тора. Һуғыш ғазаптарын, ауырлығын башҡалар менән бергә, Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Минһажетдиновтар ғаиләһе лә үҙ иңендә кисергән. Беҙ үҫкән йорттоң ҡапҡа бағаналарын ике йондоҙ биҙәне. Бәләкәйҙән беҙ был йондоҙҙарҙың береһе һуғышта һәләк булған Фуат ағайымдыҡы, ә икенсеһе атайымдыҡы икәнен күреп, белеп үҫтек, тик ағайымдың йондоҙоноң ситтәре ҡараға буялған ине....
Йорттарыбыҙ ныҡлы һәм имен булһын 18-03-2015, 08:50 / Социаль ѳлкә

Йорттарыбыҙ ныҡлы һәм имен булһын

Торлаҡ-коммуналь хужалығы — ҡатмарлы тармаҡ. Был ѳлкә йәмғиәттең хәлен күрһәтә, социаль-иҡтисади үҫештең тѳп индикаторы булып тора. «Коммунальщик» идара итеүсе компания — ҡаланың торлаҡ-коммуналь комплексының уңышлы эшләгән предприятиеһы. Компания ҡаланың Ленин, Косоротов, Киров, Октябрҙең 50 йыллығы, К.Маркс, Точисский, Б.Хмельницкий һәм башҡа урамдарҙа урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙы хеҙ- мәтләндерә....
Кескәй баланын оло тормошо 16-03-2015, 14:22 / ---

Кескәй баланын оло тормошо

Бала үҫеп буй еткерә, башына аҡыл инә, ә беҙ, ололар, үҙ-ара мѳнәсәбәттәрҙең тик һәйбәт булыуын ғына теләйбеҙ. Тик ѳлкәндәр теләгәнсә генә булмай шул. Ни ѳсѳн? Ни ѳсѳн дуҫтар, коллегалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар менән осрашҡанда тулҡынланыу, ҡурҡыу, бошоноу тоябыҙ? Беҙҙе, әлбиттә, үҫеп килгән быуындың тәртибе, килеп тыуған мәсьәләгә ҡағылышлы ауырлыҡтары борсой....
Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә… 16-03-2015, 13:33 / Байрамдар

Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә…

Үткән аҙнала Сосновка, Рысыҡай, Үткәл мәҙәниәт йорттарында «Еңеү салюты» фестивале булып үтте. - Еңеү салюты фейерверк һымаҡ булғанмы? - Һуғышта олатайҙар танкист булғанмы? Ошондай һорауҙар бирә бәләкәстәр ололарға. Дүрт йыл буйы миллиондарҙың ил- йортон көлгә әүерелдергән, ашар ризығынан, кейер кейеменән, төн йоҡоларынан яҙҙырған, зар илатҡан һуғыш тигән афәт кемдең генә ҡапҡаһын шаҡымаған һуң? 70-се Еңеү яҙына аяҡ баҫһаҡ та, емереклектәр бөтөп, яралар бер аҙ уңала төшһә лә, әле бер, әле икенсе ерҙә дары еҫтәре аңҡып, йөрәктәрҙе ҡурҡыуға һала. Тәүге Еңеү яҙын күргән ҡарт...