Ҡурай моңон ҡитғаларҙа яңғыратып... 13-04-2015, 16:34 / ---

Ҡурай моңон ҡитғаларҙа яңғыратып...

Һәр төбәктең, һәр райондың ниндәйҙер бер өлкәлә танылыу алған, яҡташтары күңелендә ғорурлыҡ уятҡан һәм киләсәк быуындарға өлгө итеп ҡуйырҙай арҙаҡлы шәхестәре була. Ә бына Шығай ауылы егете Мөхәмәт Усман улы Түлебаев бер түгел, ике өлкәлә абруй һәм танылыу алып, оло уңыштар, юғары исемдәр яулауға ирешкән. Уҡытыусы булараҡ, әллә күпме баланы оло тормош юлына сығарып, белем тауына әйҙәһә, атаҡлы ҡурайсы булараҡ, милли мәҙәниәтебеҙ данын сит тарафтарға таратыуға, әһаңле ҡурай моңон ят милләттәр күңеленә еткереүгә бар ғүмерен арнаған, тиһәк һис тә хата булмаҫ....
Бәхет тәме 13-04-2015, 11:02 / Үрнәк

Бәхет тәме

Ғаиләһен, тыуып үҫкән ауылы - Үткәлен, ауылдаштарын ярата Фәрзәнә. Бала сағы, үҫмерлек осоро тормоштоң сөсөһөнә ҡарағанда әсеһен күберәк татыған әсәкәйенә - Сафия инәй мәрхүмәгә донъя көтөшөргә ярҙамлашып үтһә лә, хәҙер ул нәҡ шул мәлдәрҙе һағынып иҫләй....
БДИ-ға әҙерлек йылдам бара 13-04-2015, 09:59 / Мәғариф

БДИ-ға әҙерлек йылдам бара

2009 йылдан Берҙәм дәүләт имтиханы урта дөйөм белем биреү мәғариф программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп формаһы булып тора. Йыдың-йылы миллионға яҡын кеше Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырып килә. Быйыл иһә яҡынса 715 мең кеше дәүләт һынауын тапшырырға әҙерләнә. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханына үҙгәрештәр индерелде....
Улар еңеүселәр сафында 13-04-2015, 09:51 / ---

Улар еңеүселәр сафында

Ишле, Олойылға, Кәртәле ауылының тыл ветерандары ла Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап сығарылған юбилей миҙалдарын алып һѳйѳндѳ....