Сермәндә - “Яҙ - 2015” фестивале 22-04-2015, 11:04 / ---

Сермәндә - “Яҙ - 2015” фестивале

Сермән мәҙәниәт һарайында Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арналған «Яҙ — 2015» район йәштәр фестивале уҙҙы....
ҺҮҘҘӘН ЭШКӘ КҮСЕРГӘ ВАҠЫТ 22-04-2015, 10:58 / ---

ҺҮҘҘӘН ЭШКӘ КҮСЕРГӘ ВАҠЫТ

Бѳйѳк Ватан һуғышы һәр ѳйгә ҡайғы килтерһә, бѳгѳн иһә, тыныс тормошта, алкоголь һәм юл-транспорт фажиғәһе арҡаһында кеше ғүмере аяуһыҙ ҡырыла. Эскелек бик күптәрҙең тормошона үтеп инде, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бѳгѳн эскелекте милләтте тамырынан юҡҡа сығарыусы социаль сирҙәр иҫәбенә индереү ошоно дѳрѳҫләй....
ѲМӘГӘ СЫҒАЙЫҠ, ДУҪТАР! 22-04-2015, 10:36 / ---

ѲМӘГӘ СЫҒАЙЫҠ, ДУҪТАР!

Башҡортостан Хөкүмәте биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Өмәләр 11 апрелдән 16 майға тиклем дауам итәсәк. Тәүге яҙғы өмәләр 11 апрелдә ойошторолдо. Республика буйынса сарала 320 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан, 11 мең тонна ҡаты ҡалдыҡтар йы- йылған. Белорет муниципаль районы хакимиәте лә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан төҙөкләндереү, таҙартыу эшенә иртә яҙҙан тотоноуҙы бурыс итеп ҡуйҙы һәм тораҡ пункттарҙың биләмәләрен таҙартыу һәмтөҙөкләндереү буйынса экологик ѳмәләр ойошторҙо....
ЕҢЕҮ БАЙРАҒЫ БЕЛОРЕТТА 22-04-2015, 09:49 / ---

ЕҢЕҮ БАЙРАҒЫ БЕЛОРЕТТА

17 апрелдә Совет халҡыныңБѳйѳк Ватан һуғышында Еңеүенең 70 йыллығы байрамы алдынан Сермән ауылы халҡы районыбыҙҙа беренселәрҙән булып “Еңеү Байрағын ҡаршылау” эстафетаһын ҡабул итте. Еңеү байрағы 1945 йылдың 1 майында Берлин ҡалаһының Рейхстаг бинаһы башына эленә һәм 20 июндә самолет менән Мәскәүгә килтерелә. Дәүләт реликвияһы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Ҡораллы Кѳстәр музейында һаҡлана. “Еңеү Байрағын ҡаршылау” акцияһында ҡатнашҡан Байраҡ музейҙа һаҡланғанының күсермәһе. Сермәндәр ҙә илебеҙ менән бер рәттән эстафетаны ҡабул итте һәм Еңеү Байрағын ҡаршы алыу митингыһында...