Хеҙмәт юлы лайыҡлы! 18-05-2015, 14:09 / Үрнәк

Хеҙмәт юлы лайыҡлы!

«Уҡытыусы» һүҙе ябай ғына яңғыраһа ла, был исемде йѳрѳткән кеше иңенә ҙур һәм изге бурыс йѳкмәтелгән. Ул бала күңеленә юл таба, аң-белем бирә, юғары әхлаҡлылыҡ тәрбиәләй, кеше һәм шәхес итә. Уҡытыусы - тормош ҡуйған мѳһим һорауҙарға яуап тоторға ярҙам итеүсе остаз да. Һүҙем ошо яуаплы һѳнәр эйәһе, 36 йыл буйы уҡытыусы исемен лайыҡлы йѳрѳткән Инйәрҙең 2-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Зәкиә Сабит ҡыҙы ДИНИСЛАМОВА хаҡында булыр....
Хеҙмәт менән яуланған хѳрмәт 18-05-2015, 13:30 / Яңылыҡтар

Хеҙмәт менән яуланған хѳрмәт

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары, полиция подполковнигы Хафиз Ғәйсәр улы ҺИҘИӘТОВҡа Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа яҡшы хеҙмәте ѳсѳн” миҙалы тапшырылды....