19-05-2015, 15:30 / Мәғариф

"Балаларҙың һѳйѳүе - эшемә баһа"

Йәмғиәттә тәрбиәсенең роле ифрат ҙур. Шуға ла ошо тармаҡ һөнәр оҫталарының хеҙмәтен тейешенсә баһалау, мәртәбәһен күтәреү ниәтендә конкурстар ойош- торола башланы. Быйыл район-ҡалала икенсе тапҡыр «Йыл тәрбиәсеһе-2015» конкурсы ҡаланың 29-сы балалар баҡсаһында үтте. Ул ошо ауыр һәм яуаплы, әммә изге һәм бөйөк тә булған һөнәр эйәләрен бергә тупланы....
Ватан һаҡсылары исеме мәңгеләштерелде 19-05-2015, 14:38 / ---

Ватан һаҡсылары исеме мәңгеләштерелде

Еңеүҙең 70 йыллығына, һуғыш һәм тыл ветрандарының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналған саралар дауам итә....
Хеҙмәт юлы лайыҡлы! 18-05-2015, 14:09 / Үрнәк

Хеҙмәт юлы лайыҡлы!

«Уҡытыусы» һүҙе ябай ғына яңғыраһа ла, был исемде йѳрѳткән кеше иңенә ҙур һәм изге бурыс йѳкмәтелгән. Ул бала күңеленә юл таба, аң-белем бирә, юғары әхлаҡлылыҡ тәрбиәләй, кеше һәм шәхес итә. Уҡытыусы - тормош ҡуйған мѳһим һорауҙарға яуап тоторға ярҙам итеүсе остаз да. Һүҙем ошо яуаплы һѳнәр эйәһе, 36 йыл буйы уҡытыусы исемен лайыҡлы йѳрѳткән Инйәрҙең 2-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Зәкиә Сабит ҡыҙы ДИНИСЛАМОВА хаҡында булыр....
Хеҙмәт менән яуланған хѳрмәт 18-05-2015, 13:30 / Яңылыҡтар

Хеҙмәт менән яуланған хѳрмәт

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары, полиция подполковнигы Хафиз Ғәйсәр улы ҺИҘИӘТОВҡа Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа яҡшы хеҙмәте ѳсѳн” миҙалы тапшырылды....
Яугирҙәр иҫтәлеген хѳрмәтләп 13-05-2015, 12:27 / ---

Яугирҙәр иҫтәлеген хѳрмәтләп

Ишле ауыл хакимиәте биләмәһе лә Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығын ҙур әҙерлек менән, тѳрлѳ байрам саралары үткәреп, ҡаршы алды....
Әзекәйҙә монумент асылды 13-05-2015, 11:36 / ---

Әзекәйҙә монумент асылды

Бѳйѳк Еңеүҙе һәр бер ауыл үҙенсә, лайыҡлы итеп ҡаршыларға тырышты. Әзекәй ауылында ла иртә таңдан Еңеүгә бағышланған йырҙар яңғырауы бында оло тантанаға әҙерләнеүҙәре тураһында алдан уҡ белгертеп торҙо....
Сермәндә Мәңгелек ут яна 13-05-2015, 09:58 / ---

Сермәндә Мәңгелек ут яна

Сермән ауылынан 366 кеше һуғышҡа киткән, бары 201 яугир тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алған. Һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштарының исемен мәңгеләштереүҙә сермәндәр быға тиклем дә күп эш башҡарҙы. Ә инде 7 майҙа ауыл уртаһында Мәңгелек ут ҡабыҙыу Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабалар тураһында хәтирәләрҙе сермәндәр берҙән, хәтерендә яңыртһа, икенсенән, тарихҡа тағы ла ныҡлап ҡарарға, үткәндәрҙе барларға, онотмаҫҡа саҡырыу ҙа булды....
Ҡаһарман ауылдаш иҫтәлегенә 12-05-2015, 11:31 / Спорт һәм туризм

Ҡаһарман ауылдаш иҫтәлегенә

8 майҙа Шығайҙа Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов иҫтәлегенә “Еңеү ѳсѳн” тип аталған традицион еңел атлетика эстафетаһы үтте. Эстафета быйыл 25-се тапҡыр үткәрелде....
Эшелондарҙа ҡайтты Еңеү яҙы 12-05-2015, 09:07 / ---

Эшелондарҙа ҡайтты Еңеү яҙы

9 Май Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрам сараһы «Үлемһеҙ полк» акцияһы менән башланып китте....
Еңеү — балалар йѳрәгендә 12-05-2015, 09:02 / Мәғариф

Еңеү — балалар йѳрәгендә

Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең район-ҡала ветерандар хәрәкәте активистары менән осрашыуы йылы һәм иҫтә ҡалырлыҡ үтте. Балаларға ҡунаҡҡа Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандары Д. Трофимов, Дан ордены кавалеры М. Ржанов, Ҡораллы Кѳстәр ветераны, отставкалағы полковник Ю. Матрохин, хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты рәйесе А. Белов, Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бѳрйән райондары буйынса хәрби комиссариат хеҙмәткәре, майор У. Дәүләтбирҙин, Афғанстанда хәрби хеҙмәтен үтәгән Р. Ғиләзетдинов килде. Хѳрмәтле ҡунаҡтарҙан торған делегацияға Сермәндә тыл ветерандары М.Әйүпова, М. Ғимранов, С....