Йылғырҙар ҙа, кѳслѳләр ҙә... 10-06-2015, 09:12 / Мәҙәниәт

Йылғырҙар ҙа, кѳслѳләр ҙә...

Һабантуйҙа һырғауылға үрмәләү йылдан-йыл популярлыҡ ала бара. Бәйге, кѳрәштән ҡала һырғауылға үрмәләү ҙә үҙ кѳйәрмәндәрен, тамашасыһын йыя. Быйыл да һырғауылға менергә теләүселәр күп булды. Алдан килгән урын ѳсѳн, тигәндәй,егеттәр алдан килеп яҙылып та ҡуйҙылар....
Гѳрләп уҙҙы Һабантуй 10-06-2015, 09:05 / Мәҙәниәт

Гѳрләп уҙҙы Һабантуй

«АРБУЗИК» БЫЙЫЛ ДА ЕҢДЕ Ат сабышы – һабантуйҙың тѳп йәме, биҙәге. Күптәр нәҡ бәйгене ҡарар ѳсѳн килә. Быйыл да халыҡ ат сабышы башланыр ваҡытҡа – сәғәт 12-гә бәйге үтәсәк яланға йыйылды. Бәйгене бер сәғәткә һуңлап башлаһалар ҙа, сабыр ғына, таралышмай кѳтѳп торҙолар....
Тирмәләрҙә -тарихи асылыбыҙ 10-06-2015, 08:55 / Мәҙәниәт

Тирмәләрҙә -тарихи асылыбыҙ

Быйылғы һабантуйҙа 13 ауыл хакимиәте, 4 ойошма һәм предприятие үҙ тирмәһен ҡуйҙы. Конкурс положениеһына ярашлы, конкурсанттар үҙ йәйләүендә ысын башҡорт һәм рус донъяһын сағылдырырға, уны матур итеп биҙәргә, арҙаҡлы кешеләре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман яугирҙәре, хеҙмәт алдынғылары, ауыл тарихы һәм шәжәрә буйынса күргәҙмә эшләргә, милли аш-һыу әҙерләргә, биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен, ҡул эштәрен һәм ниндәйҙер йола күрһәтергә тейеш ине....
Милләттәр берҙәмлегшен нығытыр һабантуйҙар 10-06-2015, 08:39 / Мәҙәниәт

Милләттәр берҙәмлегшен нығытыр һабантуйҙар

Иртә менән һабантуй майҙанына халыҡ эркелде. Көн бер аҙ болоҡһоп тороуына ҡарамаҫтан, сауҙа рәттәре эшләне, балалар өсөн күңел асыу программалары башланды, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларының продукцияларынан күргәҙмә теҙелде, район-ҡаланың үҙешмәкәрҙәре геү килеп репетиция үткәрҙе, ә тирмәләр йәйләүендә тотош бер тормош ҡайнаны. Ҡапыл ғына ямғыр ҡоя башлауы ла бер кемгә ҡамасауламаны, ә байрамды асыу тантанаһы башланыуға болоттар асылып, ҡояш ҡалҡыуы, әйтерһең дә, тәбиғәттең һабантуйға фатиха биреү ишараһы булды....