ӘЗЕКӘЙҘӘ - КОЛЯСКАЛАР ПАРАДЫ 15-06-2015, 10:17 / Мәҙәниәт

ӘЗЕКӘЙҘӘ - КОЛЯСКАЛАР ПАРАДЫ

1 июндә Әзекәй ауылы стадионында балалар һабантуйы үтте. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар ѳсѳн тѳрлѳ спорт һәм милли уйындар ойошторҙо. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары матур концерт ҡуйҙы....
Йырлап торам, бейеп торам - ҡайһы ерем оҡшамай 15-06-2015, 10:12 / ---

Йырлап торам, бейеп торам - ҡайһы ерем оҡшамай

Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар, “Урал” гәзитенә яҙылыу тамамланыуға һанаулы ғына кѳндәр ҡалды. Ҡасандыр күмәк кѳс менән, ҙур тырышлыҡ һалып асылған райондағы берҙән-бер башҡорт гәзитенең киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда. Гәзиткә яҙылыу кеүек тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән эштең нигеҙендә тәрән мәғәнә, хәҡиҡәт ята. Үҙ баҫмабыҙҙы алдырып, район-ҡала тормошо менән генә ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы күрһәтмәйбеҙ. Нәҡ беҙҙең иңдә милләттәштәребеҙҙең ни тиклем берҙәм, сәмле, туған теленә, мәҙәниәтенә битараф булмауын күрһәтеү кеүек оло бурыс та ята....
ЮРҒАНЫҢА ҠАРАП АЯҒЫҢ ҺУҘ 15-06-2015, 10:03 / Иҡтисад

ЮРҒАНЫҢА ҠАРАП АЯҒЫҢ ҺУҘ

Редакцияға Владимир Путиндың адресын һорап бер оло ғына инәй килде. - Һеҙгә ниңә Президенттың адресы кәрәк булды һуң? – тип ҡыҙыҡһындым. - Хат яҙам, ҡыҙым. Миңә 79 йәш. Ғүмер буйы ауыр эштәрҙә, леспромхозда бил бѳктѳм. Хәҙер килеп, мин минималь пенсия ғына алам. Башҡортостан Башлығы Рѳстәм Хәмитовҡа ла яҙғайным, хәҙер Путинға хат ебәрәм. Эш хаҡым тураһындағы справканы ла һалам. - Үҙегеҙ яҙаһығыҙмы?...
Ғорурланырға хаҡыбыҙ бар 15-06-2015, 09:18 / Яңылыҡтар

Ғорурланырға хаҡыбыҙ бар

Бөгөн ниндәй генә байрамдар юҡ, уларҙы һанай китһәң, иҫәбе-хисабына сығырлыҡ түгел. Дәүләт иғлан иткән рәсми байрамдарҙан тыш, һөнәри, дини, ғаилә байрамдары, төрлө иҫтәлекле көндәр һәм тағы ла башҡа тѳрлѳ даталар бик күп. Байрам итәбеҙ икән, тимәк, сәбәптәре бар, бының бер зыяны ла юҡ, тип әйтер кемдер. Әлбиттә, шулай, бер һүҙ ҙә юҡ. Ә инде байрам көнө айҡанлы өҫтәмә ял көнө лә бирелә икән, тағы ла шәберәк. Йылдар үтеү менән ҡайһы бер ҡыҙыл даталар календарҙан алып ташланһа ла, халыҡ үҙе тѳрлѳ байрамдар уйлап сығарырға ғына тора. Шуныһы ҡыҙыҡ, күптәр байрам итергә яратһа ла, уның килеп сығыу...