Гиппократ антына тоғро 24-06-2015, 16:00 / Һаулығың-байлығың

Гиппократ антына тоғро

Аҡ халатлы табиптарҙы борондан уҡ юҡҡа ғына изгелек ҡылыусы фәрештәләргә тиңләмәйҙәр, сөнки кешеләрҙең сәләмәтлеге, ғүмере улар ҡулына ышанып тапшырылған. Табип ошо яуаплы йөктө ғүмере буйына лайыҡлы алып барырға, кешеләр мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә бурыслы. Әммә һөнәрен яратҡандар үҙ эшен бурыс итеп кенә башҡармай, ә күңел һалып, бөтә булмышын ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыуға бағышлай. Быны Тирлән участка дауаханаһының баш врачы, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Ҡәйүм Мәүлит улы СИТДИҠОВ миҫалында һөйләмәксемен....
Ил данын ир-егет менән ат күтәрер 24-06-2015, 03:55 / ---

Ил данын ир-егет менән ат күтәрер

Башҡорт халҡы борондан илем-ерем тип яу сапҡан, йән атҡан. Уның эргәһендә тоғро дуҫы - аты булған. Әле лә халҡыбыҙ атҡа тоғро ҡала. Һабантуйҙа ауылдарынан ат еңһә, һәр кем ҙур ғорурлыҡ, шатлыҡ кисерә. Мәҫәлән, “Арбузик” ҡушаматлы ат тамашасы һѳйѳүен күптән яуланы, ә Әхмәр ауылынан йүгергән аттар ѳсѳн һәр ауылдашы борсолдо, еңеүгә ирешеүен күреп ҡыуанды....
Халҡыбыҙ тарихы - ҡурай моңонда 24-06-2015, 03:52 / ---

Халҡыбыҙ тарихы - ҡурай моңонда

Республика Ҡурай байрамында икенсе тапҡыр инде белореттар еңә Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында XV Республика Ҡурай байрамы уҙҙы. Унда ҡала музыка мәктәбенең Дамир ХӘСӘНОВ етәкселегендәге “Инеш” ансамбле еңеү яулап ҡайтты....
Ҡаҙаныштары тырышлығынан 24-06-2015, 03:51 / ---

Ҡаҙаныштары тырышлығынан

Әҙәм балаһы яҡты донъяға ауаз һалғанда уҡ Хоҙай Тәғәлә уны аң, аҡыл, һәләт һәм башҡа матур кешелек сифаттары менән бүләкләй. Тәбиғәттән бирелгән ошо оло бүләкте кеше ғүмере буйына лайыҡлы алып барырға, үҫтерергә, камиллаштырырға тейеш. Ысынлап та, ныҡыштар, сабырҙар тормоштоң ҡағып- һуғыуына ҡарамай, Хоҙай тәғлимәтен тормошҡа ашырып, мораҙына ирешкәндәр арабыҙҙа әҙ түгел. Бына шундайҙарҙың береһе - Инйәр ауылында йәшәгән, район мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергән, халыҡ-ара, республика, төбәк-ара, район кимәлендәге төрлө конкурстар лауреаты Рафаил Шаһағәле улы Сәлихов тураһында булыр...
Тарихына яңы бит өҫтәне Абҙаҡ 24-06-2015, 03:48 / ---

Тарихына яңы бит өҫтәне Абҙаҡ

Йәй - төрлө байрамдар осоро. Нәҡ ошо ваҡытта гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары уҙа, һабаҡташтар осраша һәм халыҡ яҙғы эштәрҙән һуң, мәшәҡәтле бесән мәленә тиклем бер аҙ ял итеп ала. Үткән аҙнала республикабыҙға бик күп билдәле шәхестәр үҫтергән Абҙаҡ ауылы халҡы ла ауылдарына нигеҙ һалыныуҙың 270 йыллығын байрам итте. Матур сараға ошо ауылда тыуып үҫкән, хәҙер республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә йәшәп, халҡына хеҙмәт иткән ауылдаштар ҡайтты һәм бик күп дәрәжәле ҡунаҡтар килде....
Халыҡ-ара фестивалдә - бронза 24-06-2015, 03:45 / ---

Халыҡ-ара фестивалдә - бронза

Яҡташыбыҙ Кира Ғәйнетдинова (Кирстен Гайнет) AsterFest халыҡ- ара кинофестивалендә бронза миҙалға лайыҡ булды. Йәш кинорежиссер Инйәр ҡасаба- һында тыуып үҫкән....
Журналистар һѳнәри байрамын билдәләне 24-06-2015, 03:22 / ---

Журналистар һѳнәри байрамын билдәләне

Журналистарҙың һөнәри байрамы - Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған фестиваль быйыл Күгәрсен районының «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында уҙҙы....