Ил данын ир-егет менән ат күтәрер 24-06-2015, 03:55 / ---

Ил данын ир-егет менән ат күтәрер

Башҡорт халҡы борондан илем-ерем тип яу сапҡан, йән атҡан. Уның эргәһендә тоғро дуҫы - аты булған. Әле лә халҡыбыҙ атҡа тоғро ҡала. Һабантуйҙа ауылдарынан ат еңһә, һәр кем ҙур ғорурлыҡ, шатлыҡ кисерә. Мәҫәлән, “Арбузик” ҡушаматлы ат тамашасы һѳйѳүен күптән яуланы, ә Әхмәр ауылынан йүгергән аттар ѳсѳн һәр ауылдашы борсолдо, еңеүгә ирешеүен күреп ҡыуанды....
Халҡыбыҙ тарихы - ҡурай моңонда 24-06-2015, 03:52 / ---

Халҡыбыҙ тарихы - ҡурай моңонда

Республика Ҡурай байрамында икенсе тапҡыр инде белореттар еңә Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында XV Республика Ҡурай байрамы уҙҙы. Унда ҡала музыка мәктәбенең Дамир ХӘСӘНОВ етәкселегендәге “Инеш” ансамбле еңеү яулап ҡайтты....
Ҡаҙаныштары тырышлығынан 24-06-2015, 03:51 / ---

Ҡаҙаныштары тырышлығынан

Әҙәм балаһы яҡты донъяға ауаз һалғанда уҡ Хоҙай Тәғәлә уны аң, аҡыл, һәләт һәм башҡа матур кешелек сифаттары менән бүләкләй. Тәбиғәттән бирелгән ошо оло бүләкте кеше ғүмере буйына лайыҡлы алып барырға, үҫтерергә, камиллаштырырға тейеш. Ысынлап та, ныҡыштар, сабырҙар тормоштоң ҡағып- һуғыуына ҡарамай, Хоҙай тәғлимәтен тормошҡа ашырып, мораҙына ирешкәндәр арабыҙҙа әҙ түгел. Бына шундайҙарҙың береһе - Инйәр ауылында йәшәгән, район мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергән, халыҡ-ара, республика, төбәк-ара, район кимәлендәге төрлө конкурстар лауреаты Рафаил Шаһағәле улы Сәлихов тураһында булыр...
Тарихына яңы бит өҫтәне Абҙаҡ 24-06-2015, 03:48 / ---

Тарихына яңы бит өҫтәне Абҙаҡ

Йәй - төрлө байрамдар осоро. Нәҡ ошо ваҡытта гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары уҙа, һабаҡташтар осраша һәм халыҡ яҙғы эштәрҙән һуң, мәшәҡәтле бесән мәленә тиклем бер аҙ ял итеп ала. Үткән аҙнала республикабыҙға бик күп билдәле шәхестәр үҫтергән Абҙаҡ ауылы халҡы ла ауылдарына нигеҙ һалыныуҙың 270 йыллығын байрам итте. Матур сараға ошо ауылда тыуып үҫкән, хәҙер республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә йәшәп, халҡына хеҙмәт иткән ауылдаштар ҡайтты һәм бик күп дәрәжәле ҡунаҡтар килде....
Халыҡ-ара фестивалдә - бронза 24-06-2015, 03:45 / ---

Халыҡ-ара фестивалдә - бронза

Яҡташыбыҙ Кира Ғәйнетдинова (Кирстен Гайнет) AsterFest халыҡ- ара кинофестивалендә бронза миҙалға лайыҡ булды. Йәш кинорежиссер Инйәр ҡасаба- һында тыуып үҫкән....
Журналистар һѳнәри байрамын билдәләне 24-06-2015, 03:22 / ---

Журналистар һѳнәри байрамын билдәләне

Журналистарҙың һөнәри байрамы - Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған фестиваль быйыл Күгәрсен районының «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында уҙҙы....
Шығайҙа матур ғаилә бар 22-06-2015, 03:18 / ---

Шығайҙа матур ғаилә бар

Шығай ауылында уңған ғаиләләр күп. Улар иҫәбенә Шығай урта мәктәбенең уҡытыусылары Гүзәл һәм Рөстәм ЙОМАҒУЖИНДАРҙы индерергә була. Татыу ғаиләлә өс бала үҫә....
14 ИЮНДӘ БѲТӘ ДОНЪЯ ДОНОР КѲНѲ БУЛДЫ 22-06-2015, 03:17 / ---

14 ИЮНДӘ БѲТӘ ДОНЪЯ ДОНОР КѲНѲ БУЛДЫ

Кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыу ѳсѳн үҙ ҡанын йәлләмәгән атҡаҙанған һәм хѳрмәтле донорҙарҙың халыҡ-ара байрамы ул. Донорлыҡ һѳнәр ҙә, эш тә, шѳғѳл дә түгел, шулай ҙа улар менән бѳтә ил ғорурлана ала. Донор кешегә технологиялар ярҙамында, башҡа бер нәмә менән алыштырып, һатып алып булмаҫлыҡ ҡанын бүләк итә....
Үҙ эшенең оҫтаһы булған доктор 22-06-2015, 03:15 / ---

Үҙ эшенең оҫтаһы булған доктор

Йәйҙең матур июнь айында район һәм ҡалала күптәргә таныш булған, Башҡортостандың атҡаҙанған юғары категориялы врачы - Әхтәр Мөбәрәк улы ШӘМИҒОЛОВҡа 70 йәш тула. Әхтәр Мөбәрәк улы Бөрйән районының Әб- делмәмбәт ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъяға килә. Дәһшәтле һуғыш йылдарынан һуң тыуған бала булараҡ, уға донъяның михнәттәрен үҙ иңендә татырға тура килә....
Урман тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмә 22-06-2015, 03:13 / ---

Урман тармағын үҫтереү буйынса кәңәшмә

Белоретта Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов булып китте. Ул беҙҙең ҡалала тәүге тапҡыр. Эш сәфәре барышында Андрей Чечеватов ҡаланың Күп функциялы үҙәгенә барҙы һәм халыҡҡа күрһәтелгән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең сифаты менән танышты....