Рәсәй кѳнѳнә - спорт байрамы 16-06-2015, 16:27 / ---

Рәсәй кѳнѳнә - спорт байрамы

11 июндә ҡаланың Металлургтар майҙанында Рәсәй кѳнѳнә арналған ҙур спорт байрамы үтте. Был кѳндѳ спорт мәктәптәренең саңғы һәм велосипедсылар секцияһында шѳғѳлләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ярышты. Саңғыроллерҙар ѳсѳн миҙгел асылды, йәй улар ѳсѳн актив күнекмәләр мәле булһа, велосипедсыларға иһә ярыштарҙа, үҙҙәрен һынап ҡарау ваҡыты етте....
Урау булһа ла, юл яҡшы 16-06-2015, 15:40 / Социаль ѳлкә

Урау булһа ла, юл яҡшы

Йылдан-йыл транспорт һаны арта бара. Автотранспорттың бер туҡтауһыҙ ағылыуы, бигерәк тә ҙур йѳк автомобилдәренең күбәйеүе федераль, республика юлдары үткән ҡала-ауыл халҡы тормошона ҙур ҡыйынлыҡтар, уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра....
ӘЗЕКӘЙҘӘ - КОЛЯСКАЛАР ПАРАДЫ 15-06-2015, 10:17 / Мәҙәниәт

ӘЗЕКӘЙҘӘ - КОЛЯСКАЛАР ПАРАДЫ

1 июндә Әзекәй ауылы стадионында балалар һабантуйы үтте. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар ѳсѳн тѳрлѳ спорт һәм милли уйындар ойошторҙо. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары матур концерт ҡуйҙы....
Йырлап торам, бейеп торам - ҡайһы ерем оҡшамай 15-06-2015, 10:12 / ---

Йырлап торам, бейеп торам - ҡайһы ерем оҡшамай

Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар, “Урал” гәзитенә яҙылыу тамамланыуға һанаулы ғына кѳндәр ҡалды. Ҡасандыр күмәк кѳс менән, ҙур тырышлыҡ һалып асылған райондағы берҙән-бер башҡорт гәзитенең киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда. Гәзиткә яҙылыу кеүек тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән эштең нигеҙендә тәрән мәғәнә, хәҡиҡәт ята. Үҙ баҫмабыҙҙы алдырып, район-ҡала тормошо менән генә ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы күрһәтмәйбеҙ. Нәҡ беҙҙең иңдә милләттәштәребеҙҙең ни тиклем берҙәм, сәмле, туған теленә, мәҙәниәтенә битараф булмауын күрһәтеү кеүек оло бурыс та ята....
ЮРҒАНЫҢА ҠАРАП АЯҒЫҢ ҺУҘ 15-06-2015, 10:03 / Иҡтисад

ЮРҒАНЫҢА ҠАРАП АЯҒЫҢ ҺУҘ

Редакцияға Владимир Путиндың адресын һорап бер оло ғына инәй килде. - Һеҙгә ниңә Президенттың адресы кәрәк булды һуң? – тип ҡыҙыҡһындым. - Хат яҙам, ҡыҙым. Миңә 79 йәш. Ғүмер буйы ауыр эштәрҙә, леспромхозда бил бѳктѳм. Хәҙер килеп, мин минималь пенсия ғына алам. Башҡортостан Башлығы Рѳстәм Хәмитовҡа ла яҙғайным, хәҙер Путинға хат ебәрәм. Эш хаҡым тураһындағы справканы ла һалам. - Үҙегеҙ яҙаһығыҙмы?...
Ғорурланырға хаҡыбыҙ бар 15-06-2015, 09:18 / Яңылыҡтар

Ғорурланырға хаҡыбыҙ бар

Бөгөн ниндәй генә байрамдар юҡ, уларҙы һанай китһәң, иҫәбе-хисабына сығырлыҡ түгел. Дәүләт иғлан иткән рәсми байрамдарҙан тыш, һөнәри, дини, ғаилә байрамдары, төрлө иҫтәлекле көндәр һәм тағы ла башҡа тѳрлѳ даталар бик күп. Байрам итәбеҙ икән, тимәк, сәбәптәре бар, бының бер зыяны ла юҡ, тип әйтер кемдер. Әлбиттә, шулай, бер һүҙ ҙә юҡ. Ә инде байрам көнө айҡанлы өҫтәмә ял көнө лә бирелә икән, тағы ла шәберәк. Йылдар үтеү менән ҡайһы бер ҡыҙыл даталар календарҙан алып ташланһа ла, халыҡ үҙе тѳрлѳ байрамдар уйлап сығарырға ғына тора. Шуныһы ҡыҙыҡ, күптәр байрам итергә яратһа ла, уның килеп сығыу...
Йылғырҙар ҙа, кѳслѳләр ҙә... 10-06-2015, 09:12 / Мәҙәниәт

Йылғырҙар ҙа, кѳслѳләр ҙә...

Һабантуйҙа һырғауылға үрмәләү йылдан-йыл популярлыҡ ала бара. Бәйге, кѳрәштән ҡала һырғауылға үрмәләү ҙә үҙ кѳйәрмәндәрен, тамашасыһын йыя. Быйыл да һырғауылға менергә теләүселәр күп булды. Алдан килгән урын ѳсѳн, тигәндәй,егеттәр алдан килеп яҙылып та ҡуйҙылар....
Гѳрләп уҙҙы Һабантуй 10-06-2015, 09:05 / Мәҙәниәт

Гѳрләп уҙҙы Һабантуй

«АРБУЗИК» БЫЙЫЛ ДА ЕҢДЕ Ат сабышы – һабантуйҙың тѳп йәме, биҙәге. Күптәр нәҡ бәйгене ҡарар ѳсѳн килә. Быйыл да халыҡ ат сабышы башланыр ваҡытҡа – сәғәт 12-гә бәйге үтәсәк яланға йыйылды. Бәйгене бер сәғәткә һуңлап башлаһалар ҙа, сабыр ғына, таралышмай кѳтѳп торҙолар....
Тирмәләрҙә -тарихи асылыбыҙ 10-06-2015, 08:55 / Мәҙәниәт

Тирмәләрҙә -тарихи асылыбыҙ

Быйылғы һабантуйҙа 13 ауыл хакимиәте, 4 ойошма һәм предприятие үҙ тирмәһен ҡуйҙы. Конкурс положениеһына ярашлы, конкурсанттар үҙ йәйләүендә ысын башҡорт һәм рус донъяһын сағылдырырға, уны матур итеп биҙәргә, арҙаҡлы кешеләре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман яугирҙәре, хеҙмәт алдынғылары, ауыл тарихы һәм шәжәрә буйынса күргәҙмә эшләргә, милли аш-һыу әҙерләргә, биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен, ҡул эштәрен һәм ниндәйҙер йола күрһәтергә тейеш ине....
Милләттәр берҙәмлегшен нығытыр һабантуйҙар 10-06-2015, 08:39 / Мәҙәниәт

Милләттәр берҙәмлегшен нығытыр һабантуйҙар

Иртә менән һабантуй майҙанына халыҡ эркелде. Көн бер аҙ болоҡһоп тороуына ҡарамаҫтан, сауҙа рәттәре эшләне, балалар өсөн күңел асыу программалары башланды, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларының продукцияларынан күргәҙмә теҙелде, район-ҡаланың үҙешмәкәрҙәре геү килеп репетиция үткәрҙе, ә тирмәләр йәйләүендә тотош бер тормош ҡайнаны. Ҡапыл ғына ямғыр ҡоя башлауы ла бер кемгә ҡамасауламаны, ә байрамды асыу тантанаһы башланыуға болоттар асылып, ҡояш ҡалҡыуы, әйтерһең дә, тәбиғәттең һабантуйға фатиха биреү ишараһы булды....