КЕМ УЛ- КОЛЛЕКТОР 29-07-2015, 10:15 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

КЕМ УЛ- КОЛЛЕКТОР

Бѳгѳнгѳ кѳндә арабыҙҙа кредит алмаған кешеләр бик һирәктер, хатта кѳндѳҙ сыра яндырып эҙләп кенә банкка бурысһыҙ кешене табырға булалыр, тип әйтһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Арабыҙҙа тѳрлѳ кешеләр бар: намыҫлылар, тоғролар, выжданһыҙҙар, әҙәпһеҙҙәр, мутлашырға яратҡандар. Күптәр ай һайын банкка ҡайтара барған бурысының түләү ваҡытын иғтибарҙа тотмай....
Йәйҙең бер кѳнѳ йылды туйҙырыр 29-07-2015, 10:10 / Ауыл тормошо

Йәйҙең бер кѳнѳ йылды туйҙырыр

Бөгөн ауыл халҡы донъялағы үҙгәрештәргә лә, иҡтисади көрсөккә лә тыныс ҡарай. Күптәрҙең тормошҡа, иҡтисади проблемаларға ҡарашы үҙгәрҙе. Тырыштар, уңғандар баҙар иҡтисадына ла яраҡлашып, бынамын итеп донъя көтөргә өйрәнде, алма бешкәнен көтөп ятыуҙың урынһыҙ булыуын аңланы. Үҙ еренә берегеп, ауыл йәме булып йәшәгән уңған ғаиләләрҙең береһе - Һаруновтар хаҡында бөгөнгө мәҡәләбеҙ....
Берәҙәк эттәр проблемаһын кемдәр хәл итер? 27-07-2015, 10:02 / Социаль ѳлкә

Берәҙәк эттәр проблемаһын кемдәр хәл итер?

Эт кешенең дуҫы, юлдашы тигәндәрен бала саҡтан уҡ ишетеп, уларҙы яҡын күреп үҫәбеҙ. Әммә кешеләр бер төрлө булмаған кеүек, эттәрҙең дә төрлөһө була. Шул арҡала ҡайһы бер саҡтарҙа уларҙың дошманға әйләнеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ. Был осраҡта үҙенә эйәләтеп, күҙенә ҡарап торған хайуанды йүнләп ашатмаған йәиһә кәрәге бөткәс, уны бөтөнләй ҡыуып сығарған хужаһымы, әллә инде кешегә ышанысын юғалтып, ниндәй юл менән булһа ла тамағын туйҙырырға тырышҡан эт ғәйеплеме, белеп булмай....
Әүжәндә байрам үтте 27-07-2015, 09:58 / Мәҙәниәт

Әүжәндә байрам үтте

21 июлдә Үрге Әүжән ауылында Ҡазан тәреһе (Казанская икона Божий матери) хѳрмәтенә һәм ауыл кѳнѳнә арналған саралар үтте. Быйыл беренсе тапҡыр Үрге Әүжәнгә байрамға Башҡортостан митрополияһы башлығы, Ѳфѳ һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон килде....
Автоуҙыш старт алды 27-07-2015, 09:50 / Яңылыҡтар

Автоуҙыш старт алды

Республиканың район-ҡалалары буйлап 21 июлдә “Еңеүгә салют!” автоуҙышы башланды. Улар беҙҙең район-ҡалала ла булып китте. Автотуризмға ылыҡтырыу аша үҫмерҙәрҙә илһөйәрлек тойғоһон һәм юғары әхлаҡи сифаттар формалаштырыу маҡсатында ойошторолған сара Өфөлә “Волна” скверындағы һәләк булған десант-яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәл янынан старт алды....
Матур ғаилә - ауыл күрке 21-07-2015, 16:49 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Матур ғаилә - ауыл күрке

Тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә бирелмәй, гѳрләтеп донъя кѳткән ауыл кешеләре һәр ваҡытта ла һоҡланыу уята. Улар баҡса үҫтерергә лә, мал аҫрарға ла, тѳп эштәренән тыш, тѳрлѳ йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәргә лә ваҡыт таба. Ундайҙарҙың күңел нуры, дәрте эргә-тирәләгеләргә лә күсһен, тырышлығы, сәме ѳлгѳ булып торһон ине, тип теләйһең....
Белорет тарихына тағы ла бер йыл ѳҫтәлде 21-07-2015, 13:43 / ---

Белорет тарихына тағы ла бер йыл ѳҫтәлде

Үткән шәмбелә, ямғыр булыуға ҡарамаҫтан, Ҡала һәм Металлургтар кѳнѳнә арналған сараларҙың барыһы ла алдан иғлан ителгәнсә барҙы. Был кѳндѳ муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов Твердышев урамында тѳҙѳлгән яңы йорттан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған бер тѳркѳм граждандарға, йәғни 12 етем балаға, фатир асҡыстары тапшырҙы....
Тетрәндерҙе 20-07-2015, 11:48 / ---

Тетрәндерҙе

13 июлдә урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт берҙә, һалдаттар йоҡлаған саҡта, Омскиҙа хәрби десант ғәскәрҙәре часында дүрт ҡатлы казарманың бер өлөшө һәм ҡыйығы емерелеп тѳшә. Бинала 300-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәр булған. Фажиғәлә 23 йәш егеттең ғүмере ѳҙѳлә. Шул иҫәптән Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егет һәләк була....
Бер кѳндә ѳс янғын 20-07-2015, 11:46 / Экология

Бер кѳндә ѳс янғын

13 июлдә районда ѳс янғын булды. Тѳнгѳ сәғәт бер тулала янғын часына Арский ташы ауылының Үҙәк урамында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ урынға сыға, Сосновка ауыл хакимиәтенең ирекле янғын командаһы ла барып етә. Янғын һѳҙѳмтәһендә 8х4 метр майҙанлы йорт, 250 квадрат метр майҙанда кәртә-ҡаралтылар зыян күрә....
Спорт комплексы тѳҙѳлә 20-07-2015, 11:41 / Яңылыҡтар

Спорт комплексы тѳҙѳлә

Районыбыҙҙа спортҡа, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Был йүнәлеште үҫтереүгә һалынған кѳс, сығымдар үҙен аҡлай тиергә була. Тѳрлѳ спорт сараларының йыш ойошторолоуы, спорт комплекстарының тѳҙѳлѳүе, республикаға ғына түгел, бѳтә илгә билдәле спортсыларыбыҙ, тренерҙарыбыҙ алда әйткәндәребеҙгә дәлил булып тора....