Ғаиләгә лә, ижадҡа ла ваҡыт таба 7-07-2015, 07:16 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Ғаиләгә лә, ижадҡа ла ваҡыт таба

Мәүлит Зиннәт улы Кәримов 2013 йылдан “Ҡуңыр буға” ижади ойошмаһы идараһы рәйесе урынбаҫары. Уның шиғырҙары - “Миләштәр”, “Әрем тәме”, хикәйәләре “Биҙәктәр” йыйын- тыҡтарында донъя күрҙе. Мәүлит Кәримовтың ижады, мәҡәләләре “Ағи- ҙел” журналында, “Урал”, “Йәшлек” гәзиттәрендә лә йыш баҫыла. 2011 йылда “Йәшлек” гәзите ойошторған Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге премия лауреаты була, ижады һәр саҡ Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнеп килә. Исмаҡай ауылында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы үткә- релгән сарала яҙыусы Мәүлит Кәримов Башҡорт әҙ әбиәтенә индергән ѳлѳшѳ һәм Әҙәбиәт йылы...
Матурлыҡ менән тоғролоҡ ѳлгѳһѳ 7-07-2015, 07:09 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Матурлыҡ менән тоғролоҡ ѳлгѳһѳ

Был биниһая киң донъяла кеше яҙмыштарында ҡояш нурҙары, ләйсән ямғыр, йәйғор сағыулығы менән бергә ел-бурандар, дауылдар осрамай ҡалмай. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ғаиләһен бәхетле, мөхәббәтле итер өсөн күңел йылыһын һәм ҡул көсөн һалғандар күп арабыҙҙа. Үҙ көстәре менән донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙар бар Манышты ауылында....
Комбинат - уның яҙмышы 7-07-2015, 07:01 / ---

Комбинат - уның яҙмышы

Меңәрләгән кешене эш менән тәьмин иткән “Белорет металлургия комбинаты” йәмғиәте район-ҡала тормошонда ҙур урын алып тороуы һәр кемгә мәғлүм. Беҙҙең милләттәштәребеҙ ҙә ауылдарҙан килеп, комбинаттың үҫешенә тос ѳлѳш индерә. Айыс ауылынан сыҡҡан Рәшит Файзрахман улы Мѳхәмәтовты ла улар иҫәбенә индерергә мѳмкин....