Быҙауҙы тана, тананы һыйыр иткәнсе эшләргә лә эшләргә 15-07-2015, 11:21 / Ауыл тормошо

Быҙауҙы тана, тананы һыйыр иткәнсе эшләргә лә эшләргә

Бѳгѳн кешелекте туйындырыу, сифатлы тормош булдырыу ѳсѳн ауыл хужалығының ни тиклем кәрәкле, мѳһим тармаҡ икәнен танымаған кеше ҡалмағандыр. Әлбиттә, был иң мәшәҡәтле һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙен аҡламаған ҡатмарлы тармаҡ. Иртә таңдан ҡара кискәсә баш күтәрмәй эшләп тә, ѳмѳт иткәнеңдән буш тороп ҡалыуың бар. Әммә халыҡты аҙыҡ- түлек менән тәьмин итеү ѳсѳн иҫәптең хисапҡа тура килеүен уйлап торорға ваҡыт юҡ. Ямғырына-ҡарына, һыуығына-эҫеһенә ҡарамай сәсергә, сәскәнеңде тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк....