Берәҙәк эттәр проблемаһын кемдәр хәл итер? 27-07-2015, 10:02 / Социаль ѳлкә

Берәҙәк эттәр проблемаһын кемдәр хәл итер?

Эт кешенең дуҫы, юлдашы тигәндәрен бала саҡтан уҡ ишетеп, уларҙы яҡын күреп үҫәбеҙ. Әммә кешеләр бер төрлө булмаған кеүек, эттәрҙең дә төрлөһө була. Шул арҡала ҡайһы бер саҡтарҙа уларҙың дошманға әйләнеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ. Был осраҡта үҙенә эйәләтеп, күҙенә ҡарап торған хайуанды йүнләп ашатмаған йәиһә кәрәге бөткәс, уны бөтөнләй ҡыуып сығарған хужаһымы, әллә инде кешегә ышанысын юғалтып, ниндәй юл менән булһа ла тамағын туйҙырырға тырышҡан эт ғәйеплеме, белеп булмай....
Әүжәндә байрам үтте 27-07-2015, 09:58 / Мәҙәниәт

Әүжәндә байрам үтте

21 июлдә Үрге Әүжән ауылында Ҡазан тәреһе (Казанская икона Божий матери) хѳрмәтенә һәм ауыл кѳнѳнә арналған саралар үтте. Быйыл беренсе тапҡыр Үрге Әүжәнгә байрамға Башҡортостан митрополияһы башлығы, Ѳфѳ һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон килде....
Автоуҙыш старт алды 27-07-2015, 09:50 / Яңылыҡтар

Автоуҙыш старт алды

Республиканың район-ҡалалары буйлап 21 июлдә “Еңеүгә салют!” автоуҙышы башланды. Улар беҙҙең район-ҡалала ла булып китте. Автотуризмға ылыҡтырыу аша үҫмерҙәрҙә илһөйәрлек тойғоһон һәм юғары әхлаҡи сифаттар формалаштырыу маҡсатында ойошторолған сара Өфөлә “Волна” скверындағы һәләк булған десант-яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәл янынан старт алды....