Металлургтар байрам итә 20-07-2015, 11:38 / Яңылыҡтар

Металлургтар байрам итә

Был аҙнала металлургтар һѳнәри байрамын билдәләй. Байрам уңайынан 211 металлург тѳрлѳ маҡтаулы исемдәргә, федераль, республика, тармаҡ, муниципаль ведомстволары һәм корпоратив, профсоюз ойошмаһы наградаларына, премияларына лайыҡ буласаҡ....
Быҙауҙы тана, тананы һыйыр иткәнсе эшләргә лә эшләргә 15-07-2015, 11:21 / Ауыл тормошо

Быҙауҙы тана, тананы һыйыр иткәнсе эшләргә лә эшләргә

Бѳгѳн кешелекте туйындырыу, сифатлы тормош булдырыу ѳсѳн ауыл хужалығының ни тиклем кәрәкле, мѳһим тармаҡ икәнен танымаған кеше ҡалмағандыр. Әлбиттә, был иң мәшәҡәтле һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙен аҡламаған ҡатмарлы тармаҡ. Иртә таңдан ҡара кискәсә баш күтәрмәй эшләп тә, ѳмѳт иткәнеңдән буш тороп ҡалыуың бар. Әммә халыҡты аҙыҡ- түлек менән тәьмин итеү ѳсѳн иҫәптең хисапҡа тура килеүен уйлап торорға ваҡыт юҡ. Ямғырына-ҡарына, һыуығына-эҫеһенә ҡарамай сәсергә, сәскәнеңде тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк....
Тағы ла бер баннер ҡуйылды 13-07-2015, 11:16 / Яңылыҡтар

Тағы ла бер баннер ҡуйылды

Бѳгѳн республикала ғына түгел, үҙебеҙҙең районда ла башҡорт телендә яҙылған баннерҙар урынлаштырыу матур күренешкә әйләнде. Улар йѳкмәткеһе менән дә, биҙәлеше менән дә күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә....
Урманға яңғыҙ барма, башыңа бәлә алма 13-07-2015, 11:13 / Тәбиғәт-Әсә һулышы

Урманға яңғыҙ барма, башыңа бәлә алма

Ял итеү ѳсѳн ниндәй генә уңайлыҡтары булған ял йорттарын тѳҙѳһәләр ҙә, кеше күңеле барыбер тәбиғәткә ынтыла, сѳнки беҙ - тәбиғәт балаһы. Саф һауала булыу, тәбиғәт тыныслығына сумыу бар ауырлыҡтарҙы оноттора, күңел, йән ял итә. Әммә был ял, хәүефһеҙлек саралары күрмәгәндә, бәләгә әйләнеүе лә ихтимал. Һаҡланғанды Хоҙай үҙем һаҡлармын, тигән әйтем йѳрѳй. Бик хаҡ һүҙҙәр. Күп осраҡта кеше дыуамаллыҡ, еңел, тѳптән уйламай эш итеү арҡаһында зыян күрә. Һуңғы ваҡытта Белорет районы урмандарына ял итергә килгән кешеләр юғалыуы тураһында мәғлүмәт күбәйҙе....
Бал ҡортондай уңған ул 12-07-2015, 11:10 / Үрнәк

Бал ҡортондай уңған ул

Белорет почтамтында оҙаҡ йылдар үҙ эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәр бар. Шулар иҫәбенә Белорет почта бүлексәһендә оператор булып эшләгән Тәслимә Нотфулла ҡыҙы Ғайфуллинаны индерергә мѳмкин. Уның почтала эшләүенә быйыл 34 йыл тула. Тәслимә Нотфулла ҡыҙы Ҡаһарман ауылында күп балалы ғаиләлә үҫә....
Ғаиләгә лә, ижадҡа ла ваҡыт таба 7-07-2015, 07:16 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Ғаиләгә лә, ижадҡа ла ваҡыт таба

Мәүлит Зиннәт улы Кәримов 2013 йылдан “Ҡуңыр буға” ижади ойошмаһы идараһы рәйесе урынбаҫары. Уның шиғырҙары - “Миләштәр”, “Әрем тәме”, хикәйәләре “Биҙәктәр” йыйын- тыҡтарында донъя күрҙе. Мәүлит Кәримовтың ижады, мәҡәләләре “Ағи- ҙел” журналында, “Урал”, “Йәшлек” гәзиттәрендә лә йыш баҫыла. 2011 йылда “Йәшлек” гәзите ойошторған Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге премия лауреаты була, ижады һәр саҡ Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнеп килә. Исмаҡай ауылында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы үткә- релгән сарала яҙыусы Мәүлит Кәримов Башҡорт әҙ әбиәтенә индергән ѳлѳшѳ һәм Әҙәбиәт йылы...
Матурлыҡ менән тоғролоҡ ѳлгѳһѳ 7-07-2015, 07:09 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Матурлыҡ менән тоғролоҡ ѳлгѳһѳ

Был биниһая киң донъяла кеше яҙмыштарында ҡояш нурҙары, ләйсән ямғыр, йәйғор сағыулығы менән бергә ел-бурандар, дауылдар осрамай ҡалмай. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ғаиләһен бәхетле, мөхәббәтле итер өсөн күңел йылыһын һәм ҡул көсөн һалғандар күп арабыҙҙа. Үҙ көстәре менән донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙар бар Манышты ауылында....
Комбинат - уның яҙмышы 7-07-2015, 07:01 / ---

Комбинат - уның яҙмышы

Меңәрләгән кешене эш менән тәьмин иткән “Белорет металлургия комбинаты” йәмғиәте район-ҡала тормошонда ҙур урын алып тороуы һәр кемгә мәғлүм. Беҙҙең милләттәштәребеҙ ҙә ауылдарҙан килеп, комбинаттың үҫешенә тос ѳлѳш индерә. Айыс ауылынан сыҡҡан Рәшит Файзрахман улы Мѳхәмәтовты ла улар иҫәбенә индерергә мѳмкин....
Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар 4-07-2015, 06:56 / Ауыл тормошо

Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар

Бөгөн бал ҡортоноң наҙы, улар йыйған балдың файҙаһы тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Ҡортсолоҡ ауыл хужалығының мөһим тармағы ғына булып тормай, ә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә ҙур үҫеш кисерә. Бал ҡортоноң файҙаһы хаҡында сит илдә лә яҡшы беләләр, мәҫәлән АҠШ, Канада, Австралияла юғары механизацияланған махсуслаштырылған умартасылыҡ өҫтөнлөк ала. Үзбәкстан Республикаһының иһә күптәнән инде апитерапия продукцияларын эшкәртеү буйынса Башҡортостан умартасыларының тәжрибәһен ѳйрәнгеһе килә....
4-07-2015, 06:49 / ---

"Урал"ға яҙыл да купонлы бул!

2015 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланды. Барыһы ѳсѳн дә һѳҙѳмтәле, уңышлы үтмәне ул. Ҡайһы бер баҫмалар күпләп тиражын юғалтты, күп кенә гәзит-журнал алдырыусылар уҡыусылар аудиторияһынан тѳшѳп ҡалды. Бының сәбәптәрен тѳрлѳсә аңлаталар: кемдер почта насар эшләй тиһә, икенсе берҙәренә гәзиттең хаҡы оҡшамай....