
Йод тураһында
Кѳҙгѳгә ҡарап, шешкән йѳҙѳгѳҙҙѳ, ҡойолған сәстәрегеҙҙе, тиҙ һынып барған тырнаҡтарығыҙҙы, һүнгән күҙҙәрегеҙҙе күрәһегеҙме? Арыуығыҙ йѳҙѳгѳҙгә сыҡҡанмы? Йоҡоға тартамы, илағығыҙ киләме? Аңлашыла, тимәк, һеҙҙең организмға йод етешмәй. Был микроэлементтың организмға етешмәүе күп хәүеф тыуҙыра....
Белем байрамы старт алды
Каникул тамамланып, уҡыу башланыуға һанаулы көндәр генә ҡалды. Тап бер аҙнанан ҡулдарына аллы-гөллө гөлләмәләр тотҡан шат балалар белем һуҡмағына юл тотасаҡ....
Проблема ҡасан яйланыр
Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарға яҙылып та, уны ваҡытында алмауға зарланыусылар артҡандан-арта. Һәр тармаҡтың проблемалары булған кеүек, «Рәсәй почтаһы»ның да үҙ ѳлкәһендә хәл итәһе мәсьәләләре бик күп әле. Тармаҡтың матбуғат баҫмаларын таратыуға бүленгән 3 миллиард һумлыҡ Хѳкүмәт дотацияһынан ҡолаҡ ҡағыуы ла хәлде ҡатмарлаштыра тѳштѳ. Шул сәбәпле, «Рәсәй почтаһы» баҫмаларға яҙылыу хаҡын ҡырҡа арттырҙы. Һѳҙѳмтәлә, күп кенә тѳбәктәрҙә гәзит-журналадар үҙ уҡыусыһын, тиражын юғалтты, ә ҡайһы бер матбуғат саралары бөтөнләй нәшер ителеүҙән туҡтаны....
АТАЙҘАР, БАЛАҒЫҘҘАН БАШ ТАРТМАҒЫҘ!
Баланы мәктәпкә әҙерләү ата-әсәләргә ҡиммәткә төшөүен һәр кем белә. Тулы ғаиләләр өсөн был әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар ҙа тыуҙырмайҙыр, әммә балаларын бер үҙе үҫтергән әсәйҙәр иңенә күпме ауырлыҡ ятыуын суд приставтарынан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Тап ошо турала Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы ҒӘЛИМОВА менән әңгәмәләшәбеҙ....
Беҙ – еңеүселәр
“Урал батыр” эпосы - башҡорт халҡының аҡыл һәм тәрбиә ҡанундарын туплаған үҙенсәлекле хазинаһы. Бигерәк тә үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: яҡшылыҡты яманлыҡтан айырыу, хеҙмәткә өйрәтеү, төрлө тыйыуҙар, ололарҙы ихтирам итеү һәм кеселәргә оло була белеү, тыуған төйәгеңде һаҡларға һәм яҡларға өйрәтеү, тәрбиә йолаһы ла, өгөт-нәсихәт тә - барыһы ла урын тапҡан унда. Ошо маҡсаттан сығып, республика мәктәптәре араһында күп йылдар уҙғарылып килгән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы хәҙер инде матур традицияға әйләнгән....