АТАЙҘАР, БАЛАҒЫҘҘАН БАШ ТАРТМАҒЫҘ! 26-08-2015, 10:33 / Социаль ѳлкә

АТАЙҘАР, БАЛАҒЫҘҘАН БАШ ТАРТМАҒЫҘ!

Баланы мәктәпкә әҙерләү ата-әсәләргә ҡиммәткә төшөүен һәр кем белә. Тулы ғаиләләр өсөн был әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар ҙа тыуҙырмайҙыр, әммә балаларын бер үҙе үҫтергән әсәйҙәр иңенә күпме ауырлыҡ ятыуын суд приставтарынан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Тап ошо турала Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы ҒӘЛИМОВА менән әңгәмәләшәбеҙ....
Беҙ – еңеүселәр 26-08-2015, 10:28 / Конкурстар

Беҙ – еңеүселәр

“Урал батыр” эпосы - башҡорт халҡының аҡыл һәм тәрбиә ҡанундарын туплаған үҙенсәлекле хазинаһы. Бигерәк тә үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: яҡшылыҡты яманлыҡтан айырыу, хеҙмәткә өйрәтеү, төрлө тыйыуҙар, ололарҙы ихтирам итеү һәм кеселәргә оло була белеү, тыуған төйәгеңде һаҡларға һәм яҡларға өйрәтеү, тәрбиә йолаһы ла, өгөт-нәсихәт тә - барыһы ла урын тапҡан унда. Ошо маҡсаттан сығып, республика мәктәптәре араһында күп йылдар уҙғарылып килгән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы хәҙер инде матур традицияға әйләнгән....
Хеҙмәт һөйгәнде ил хөрмәтләй 26-08-2015, 10:21 / Үрнәк

Хеҙмәт һөйгәнде ил хөрмәтләй

Күптән түгел “Белорет металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 6 эшсеһенә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең юғары наградалары тапшырылды. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Рамил Мөхәмәҙиә улы МӨХӘМӘТЙӘРОВ та бар. Беҙ уның баш ҡалабыҙға сәфәренән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендек. - Күңелдәге кисерештәрҙе һөйләп кенә бөтөрөрлөк түгел....
Йәшлек дәрте менән  Ҡатай йәштәренең йыйынынан репортаж 24-08-2015, 09:50 / Байрамдар

Йәшлек дәрте менән Ҡатай йәштәренең йыйынынан репортаж

- Иртәгә Бирҙеғолда йәштәр йыйыны була! Әхирәтем һөйөнсөләй-һөйөн- сөләй йүгереп килеп етте. Үҙенә генә хас булған етеҙлек менән түргә менеп сәй яһай-яһай, башҡа таныштарына шылтырата ла баш- ланы. - Иртәгә, әбизәтелнә...эйе, эйе! ...Осрашҡанға тиклем! - Ҡапыл әхирәтем әйләнеп китеп, бәләкәй генә бармағын минең яҡҡа төрттө лә, - һин дә бараһың! - тип ярты сәғәтлек өгөтләү хәбәрен дө- йөмләштереп ҡуйҙы....
Һѳнәри оҫталыҡ күрһәттеләр 24-08-2015, 09:44 / Конкурстар

Һѳнәри оҫталыҡ күрһәттеләр

20 августа Белоретта Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре араһында “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” республика конкурсының тѳбәк этабы үтте. Ярышта Белорет, Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил райондарының һәм Межгорье ҡалаһының торлаҡ-коммуналь ѳлкәһе коллективтарының иң яҡшы 38 вәкиле ҡатнашты. Һѳнәри оҫталыҡ ярышында районыбыҙ намыҫын 17 кешенән торған команда яҡланы....
Ҡышҡылыҡҡа салаттар 19-08-2015, 13:22 / Ял минуттарында

Ҡышҡылыҡҡа салаттар

Ҡыярҙан салат 1 кг ҡыярҙы түңәрәкләп турағыҙ ҙа майҙа ҡыҙҙырығыҙ. 1 кг кишерҙе эре ҡырғыста ҡырғас, уны ла ҡыҙҙырығыҙ. 1 кг татлы боросто һаламлап турағас, быныһын да ҡыҙҙырығыҙ. Бѳ- тәһен бергә ҡушҡас, ѳлѳш- тәргә бүленгән 1 кг помидор һалып, болғатығыҙ. 2 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы һеркә эссенцияһы, әсе борос, һарымһаҡ ѳҫтәп, 1 сәғәт быҡтырығыҙ. Банкаларға эҫе килеш һалып, ҡапҡастар менән япҡас, түңкәреп, йылыға тѳрѳп ҡуйығыҙ....
ЙӘЙ үҙе бер - ғүмер 19-08-2015, 13:16 / Мәғариф

ЙӘЙ үҙе бер - ғүмер

Йәйҙең һуңғы айы. Кѳтѳп алған каникулдың һынаулы ғына кѳндәре ҡалды. Алда - яңы уҡыу йылы. Мәктәптәр яңынан ишектәрен асыр, класс бүлмәләре балалар тауышына күмелер. Яңы кѳс, дәрт-дарман туплаған уҡыусылар белем донъяһына сумыр. Ә әлегә улар олатай-ѳләсәйҙәрендә, лагерҙарҙа рәхәтләнеп ял итә....
БЫУЫНДАР ТАРИХЫ - ШӘЖӘРӘ 17-08-2015, 16:48 / Шәжәрә

БЫУЫНДАР ТАРИХЫ - ШӘЖӘРӘ

Ҡатай ырыуы башҡорттарының Туғыҙҙар араһынан Хызыр Ғәббәс улы нәҫеле йыйынынан Халҡыбыҙҙың тарихын белеү, йолаларын тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыу - беҙҙең изге бурысыбыҙ. Һуңғы ваҡытта ауылдарҙа халыҡтың ошо юҫыҡта әүҙемләшеп, ырыу йыйындары, Шәжәрә байрамдары үткәреүе ҡыуаныслы күренеш. Тимәк, тамырҙары менән ошо ергә береккән милләтебеҙ кѳсѳ бар, ата-бабаларыбыҙ йолаһы, быуындар күсәгилешлеге дауам итә, халҡыбыҙ тарихын онотмай, рухи үҫеш юлында йәшәй. Быны ауылдарҙа уҙғарылған Шәжәрә байрамдары раҫлай....
ТӘНҠИТ КӘНФИТ ТҮГЕЛ 17-08-2015, 14:04 / Мәҙәниәт

ТӘНҠИТ КӘНФИТ ТҮГЕЛ

Йәш авторҙарҙың шиғырҙарын тикшереү ултырышын Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы рәйесе урынбаҫары, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары Дамир Шәрәфетдинов алып барҙы....
«Әҙәби нағыш» - Белоретта 17-08-2015, 13:59 / Мәҙәниәт

«Әҙәби нағыш» - Белоретта

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына ярашлы, республикала “Әҙәби нағыш” марафоны, ниһайәт, беҙҙең район-ҡалаға килеп етте....