Күңел ятҡан эш 14-09-2015, 10:32 / Үрнәк

Күңел ятҡан эш

Һәр кешенең дә тиерлек күңел һалып, яратып башҡарған бер шѳғѳлѳ була. Күп осраҡта донъя мәшәҡәте, эш, балалар тәрбиәләү арҡаһында кемдәрҙеңдер был шѳғѳлгә ҡулы етеңкерәмәй ҙә тора. Ә бына хаҡлы ялдағыларға йәш саҡта тормошҡа ашыра алмаған шѳғѳлдәренә ихласлап тотоноу мѳмкинселеге бар. Кемдер гѳрләтеп баҡса үҫтерә, икенсеһе сигеү сигә, бәйләм бәйләй. Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңғы йылдарҙа ҡул эштәре менән булышҡан ир-аттар ҙа күбәйҙе. Берәүҙәр үҙ шѳғѳлѳнән килем алыу ѳсѳн тырышһа, икенселәре, күңеле матурлыҡҡа тартылғандан, тѳрлѳ ҡул эштәрен үҙ итә....
Прокурор аңлата 14-09-2015, 10:29 / Тәртип һағында

Прокурор аңлата

Гәзит уҡыусыларҙы борсоған һорауҙарға Белорет район-ара прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре яуап бирә....
Уңыш, муллыҡ, матурлыҡ байрамы 14-09-2015, 10:25 / Экология

Уңыш, муллыҡ, матурлыҡ байрамы

Ҡаланың Йәш натуралистар станцияһында уҙған “Көҙгө уңыш” байрамы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арналды. Йылдан-йыл тәжрибә туплаған йәш натуралистар жюри ағзаларын белемле сәскәселәр, йәшелсәсе, игенсе, флористар, дизайнер, умартасылар булыуҙары менән һоҡландырҙы....
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты 14-09-2015, 10:21 / Сәйәсәт

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты

Һалым түләү ваҡыты тамамланыуға һанаулы кѳндәр ҡалып килә, әммә халыҡтың күп өлөшө был мѳһим бурысын үтәргә ашыҡмай. Гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 20-се район-ара һалым инспекцияһы начальнигы урынбаҫары Наталья Юрьевна СЕРЕГИНА яуап бирҙе....
Баҙар бай ҙа ул, кеҫә һай шул 14-09-2015, 10:12 / Ауыл тормошо

Баҙар бай ҙа ул, кеҫә һай шул

Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереүгә илебеҙ Хөкүмәте тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Ошо тармаҡта бихисап маҡсатлы программалар эшләй. Уларҙы файҙаланып, крәҫтиән хужалығын киңәйтеүселәр, йә фермерлыҡ эшен башлауға йөрьәт итеүселәр ҙә әҙ түгел. Әммә башлыса үҙ йүнен үҙе күреп ғәҙәтләнгән ауыл халҡы әүәлгесә мал тотоп, йәшелсә үҫтереп көн күреүҙе хуп күрә. Биғәйбә, ауыл кешеһенә элекке (колхоз заманында) кеүек баш баҫып, аҡса эшләрлек эш урыны, шарттар ҙа юҡ шул. Шулай ҙа ҡаршылыҡтарҙы еңеп өйрәнгән, ныҡыш крәҫтиәндәр көткән малынан табыш алыу ниәтендә һәр төрлө юлдарға барырға мәжбүр, сөнки...
Ветерандарҙы күп һорауҙар борсой 14-09-2015, 10:10 / Социаль ѳлкә

Ветерандарҙы күп һорауҙар борсой

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юрий Пустовгаровтың урынбаҫары, ярҙамсыһы Зѳһрә Сәитҡолова Белорет металлургия комбинаты ветерандары менән осрашты. Сараны комбинаттың ветерандар советы рәйесе Сергей Болонин үткәрҙе....
Хәл итәһе мәсьәләләр күп 14-09-2015, 10:05 / Социаль ѳлкә

Хәл итәһе мәсьәләләр күп

Кесе йомала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Илдар Ғәбитов граждандар менән видео ҡабул итеү ойошторҙо. Унда район-ҡаланан тиҫтәгә яҡын кеше үҙҙәрен борсоған һорауҙары менән мөрәжәғәт итте....
Хакимиәт башлыҡтарының семинары уҙҙы 14-09-2015, 10:01 / Бурыстар, үтәлештәр

Хакимиәт башлыҡтарының семинары уҙҙы

Муниципаль район хакимиәтендә ауыл хакимиәте башлыҡтарының һәр йылда ла уҙғарылған сираттағы семинары булып үтте. Традицияға әйләнгән сара ун йылдан ашыу уҙғарылып килә. Уның маҡсаты - урындағы үҙидаралыҡ ор- гандарының эшмәкәрлеген камиллаштырыу, ауыл ха- кимиәте башлыҡтарының һө- нәри оҫталығын арттырыу, ыңғай тәжрибә менән ур таҡлашыу....