Яҡшы финанс - уңышлы иҡтисад нигеҙе 9-09-2015, 09:49 / Үрнәк

Яҡшы финанс - уңышлы иҡтисад нигеҙе

Был байрам Рәсәй Федерацияһы Президентының Финансист көнө тураһындағы Указына ярашлы, 2011 йылдан үткәрелә. Уның 8 сентябргә тура килеүе лә осраҡлы түгел. 1802 йылдың 8 сентябрендә император Александр I үҙенең манифесы менән Рәсәйҙә Финанстар министрлығы төҙөй. Финансты һаҡлау - дәүләттең йәшәү көсөн һаҡлау ул. Ә финанс туплау һәм уның менән идара итеү бөгөн финансистар ҡулында. Иҫтәлекле көн алдынан ҡаланың “ТеплоТрейд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең коммерция директоры Рәил Сәғит улы ИШМѲХӘМӘТОВ менән әңгәмәләштек....
ИЛДӘ КРИЗИС ДАУАМ ИТӘ, ҮҘЕБЕҘҘЕҢ КѲСКӘ ЫШАНАЙЫҠ 7-09-2015, 16:40 / Сәйәсәт

ИЛДӘ КРИЗИС ДАУАМ ИТӘ, ҮҘЕБЕҘҘЕҢ КѲСКӘ ЫШАНАЙЫҠ

Муниципаль район хакимиәтендә районда ныҡлы иҡтисади үҫеште һәм социаль тотороҡлоҡто тәьмин итеү буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рѳстәм Марданов, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, район Советы рәйесе Евгений Карепанов, ауыл хакимиәте башлыҡтары, район-ҡала предприятиелары һәм тѳрлѳ учреждение етәкселәре ҡатнашты....
Тағы шул уҡ тырмаға баҫмайбыҙмы? 7-09-2015, 16:35 / Ауыл тормошо

Тағы шул уҡ тырмаға баҫмайбыҙмы?

Бѳгѳн беҙҙе, бигерәк тә ауыл кешеһен, ниндәй генә яңылыҡтар, закондар менән “ҡыуандырмайҙар” - иҫең китерлек. Быйыл ғына Таможня союзының техник регламентына ярашлы, һатыу ѳсѳн тәғәйенләнгән мал фәҡәт махсус урындарҙа һуйылырға тейешлеген белдерһәләр, һуңғы яңылыҡ та мал аҫрауға бәйле булды. Был юлы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал һанын сикләмәкселәр....
Егәрле лә, дәртле лә Аҙналы ауылы халҡы 7-09-2015, 09:29 / Ауыл тормошо

Егәрле лә, дәртле лә Аҙналы ауылы халҡы

Был тормошта нисегерәк һәм ниндәйерәк йүнәлеш менән йәшәүҙе әҙәм балаһы үҙе хәл итә. Берәүҙәр алдына ҡуйған ниәт-маҡсаттарына ирешеү ѳсѳн әллә ниндәй кәртәләрҙе лә емереп үтә, икенселәре бәләкәй генә ҡыйынлыҡтар алдында ла ҡурҡып-ҡаушап ҡала. Кемдер тауҙай эштәр атҡарып та, тауыш-тын күтәрмәй баш баҫып йәшәүҙе хуп күрһә, ѳсѳнсѳләре зарланырға ярата. Ә шулай ҙа, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, тешен ҡыҫып булһа ла, лайыҡлы йәшәргә, үҙ артынан матур эҙ ҡалдырырға тырышҡандары иғтибарҙы нығыраҡ йәлеп итә. Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙа ауылдары менән тырыш, күптәргә ѳлгѳ булып торғандар етерлек....
“Белем кѳнѳн Яңы йылға тиңләйем”,  - ти Егәҙе мәктәбе мѳғәллимәһе Мәрйәм Хәсән ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНА 2-09-2015, 16:01 / Мәғариф

“Белем кѳнѳн Яңы йылға тиңләйем”, - ти Егәҙе мәктәбе мѳғәллимәһе Мәрйәм Хәсән ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНА

Бѳгѳн - Белем кѳнѳ! Һәр уҡыусы бала, ата-әсә һәм бигерәк тә уҡытыусылар был кѳндѳ тулҡынланып кѳтә. Ә бына Егәҙе ауылы мәктәбенең уҡытыу- тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Мәрйәм Хәсән ҡыҙы Ғәлиуллина мәғариф ѳлкәһендә эшләгән осоронда быйыл 37-се тапҡыр 1 сентябрҙе ҡаршы ала....