Байрамығыҙҙы боҙмағыҙ 22-12-2015, 12:39 / ---

Байрамығыҙҙы боҙмағыҙ

Башҡортостан Республикаһының Урман министрлығы 15 ноябрҙән 31 декабргә тиклем рѳхсәтһеҙ шыршы ҡырҡҡандарҙы асыҡлау буйынса “Шыршы - 2015” иҫкәртеү-профилактик операция алып бара. Урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә ике автомобилдә дежур итә, рейдтар үткәрә....
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды 22-12-2015, 12:34 / ---

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

18 декабрҙә район-ҡала Пенсия фонды идаралығында «Оло кешенең социаль портреты» конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү сараһы үтте. Унда Пенсия фонды идаралығы начальнигы К.В. Полетавкин, ҡала Советы рәйесе Д.Р. Хәмзина ҡатнашты....
Яңы йыл Өфөнән башлана 22-12-2015, 12:24 / ---

Яңы йыл Өфөнән башлана

Яңы йыл Ѳфѳнән башлана Яҡшы уҡыған, олимпиадаларҙа, тѳрлѳ кѳнкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан, спортты яратҡан балалар күп район-ҡалабыҙҙа, әммә 22 декабрҙә Ѳфѳлә үтәсәк Республика Башлығы шыршыһына барыу бәхете быйыл 20 балаға тәтене. Бер нисә йыл дауамында Белорет район-ҡалаһынан Ѳфѳлә үткән тантанаға 10-12 уҡыусы ғына барһа, быйыл муниципаль райондан 20 уҡыусы Республика Башлығы шыршыһында ҡатнашасаҡ....
Яҡташыбыҙҙың шәхси күргәҙмәһе 22-12-2015, 12:17 / ---

Яҡташыбыҙҙың шәхси күргәҙмәһе

18 декабрҙә ҡаланың Картиналар галереяһында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Художество академияһының маҡтаулы ағзаһы, рәссам, яҡташыбыҙ Фәйзрахман ИСМӘҒИЛЕВтең шәхси күргәҙмәһе асылды....
Аҙна бүләге - Ҡаһарманда 22-12-2015, 12:07 / ---

Аҙна бүләге - Ҡаһарманда

Гәзитебеҙ лотерея уйнатыуын дауам итә. “Урал” гәзитенә яҙылыусылар араһынан сираттағы бүләкте Ҡаһарман ауылынан Вилә Кәлим ҡыҙы ҒИНИӘТУЛЛИНА отто. - “Урал” гәзитенә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Һәр бер һанын уҡып барабыҙ, гәзит оҡшай. Был минең беренсе тапҡыр бүләк отоуым. Ошо сараны ойоштороусыларға рәхмәт. Ә инде ауылдаштарымды, барлыҡ гәзит уҡыусыларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым! Яңы йыл һәр бер йортҡа бәхет, уңыш, бәрәкәтле тормош алып килһен! - тине Вилә Кәлим ҡыҙы....
Ачери-биатлон буйынса Чемпионат 22-12-2015, 11:53 / Спорт һәм туризм

Ачери-биатлон буйынса Чемпионат

Был аҙна район-ҡалабыҙ тѳрлѳ кимәлдәге спорт сараларына бай булды. Бѳтә Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Чемпионаттары, Асыҡ Беренселектәр, район ярыштары үтте. Үтмәҫлекме ни, бының ѳсѳн районыбыҙҙа спортты үҫтереү, үткәреү ѳсѳн бѳтә уңайлыҡтар, шарттар булдырылған, тәбиғәт үҙенсәлеге лә быға булышлыҡ итә. 14-16 декабрҙә “Ҡурташ” спорт комплексында ачери-биатлон буйынса Башҡортостан Республикаһының Асыҡ Беренселеге һәм Чемпионаты үтте....
Ҡырмыҫҡалы - Үткәл дуҫлығы 22-12-2015, 11:08 / ---

Ҡырмыҫҡалы - Үткәл дуҫлығы

12 декабрҙә Үткәл ауылы ағинәйҙәре Ҡырмыҫҡалы районына ҡунаҡҡа саҡырылды. Ҡырмаҫҡалы районы сигендә беҙҙе хакимиәт башлығы урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова һәм райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гѳлнара Әминова ҡаршы алды. Ҡунаҡтар райондың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылды. Халҡыбыҙ геройы - гвардия генерал-майоры Миңлеғәле Шайморатовты мәңгеләштергән һәйкәлде күреү бәхете тейҙе. Артабан байрам Шайморат ауылының мәҙәниәт йортонда дауам итте. Сәксәктәре, күмәстәре менән йырлап-бейеп ҡаршы алды ҡырмыҫҡалылар....
“Аманат” журналы - Шығайҙа “ 22-12-2015, 11:02 / ---

“Аманат” журналы - Шығайҙа “

“Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре Шығай мәктәбендә булып китте. Улар IX класс уҡыусыһы Нурия МѲХӘМӘТЙӘРОВАға бүләк - “Аманат” тип яҙылған стена сәғәте, Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы....