Урамдарҙы тѳҙѳкләндереү етди эш 26-01-2016, 11:05 / ---

Урамдарҙы тѳҙѳкләндереү етди эш

Һуңғы йылдарҙа ауыл һәм ҡала биләмәләрендә тирә- яҡты тѳҙѳкләндереү, биҙәү эштәренә ҙур иғтибар бүленә. Был торлаҡ-коммуналь сәйәсәтенең, урындағы хакимиәттәрҙең ниндәй йүнәлештә эшләүен дә күрһәтә. Йорт-ҡураң, эргә-тирәң тәртиптә һәм матур булһын тиһәң, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән нәмәләрҙе лә контролдә тоторға тура килә....
Һаумы, Кино йылы! 26-01-2016, 11:03 / ---

Һаумы, Кино йылы!

Беҙҙең бала саҡ кино донъяһында үтте тип әйтһәк, һис тә хата булмаҫ. Кѳн дә киноға йѳрѳй торғайныҡ. Ауылда киномеханикка ла эш етерлек: кѳн һайын ике сеанс күрһәтә - балалар һәм ололар ѳсѳн. Ә инде һинд киноһын ҡуйһалар, урынһыҙ ҡалмаҫ ѳсѳн алдан килеп кѳтѳп тораһың, һинең кеүек баҫып ҡарағылары килмәгән бѳтә ауылдың балалары тигәндәй йыйылған. Бына ишек асыла, бѳтәбеҙ ҙә крепость яулағандай алға ынтылабыҙ, ишектә тығын барлыҡҡа килә. Кассир берәмләп индерергә маташып ҡарай, тик анау тиклем кѳскә ҡаршы тора алмай үткәрергә мәжбүр була, шунһыҙ тапала бит. Аҙаҡ бѳтәһе лә үҙҙәренә эләккән...
Уңған һауынсы 26-01-2016, 11:02 / ---

Уңған һауынсы

Алдынғы һауынсы Рәйфә Ишбулды ҡыҙы ХАЛИТУЛЛИНА агросәнәғәт системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Үткән аҙнала район ауыл хужалығы начальнигы В.В. Красавин Рысыҡай ауылының уңған һауынсыһына Рәхмәт хатын тапшырҙы....
Бәләкәй инеш даръяларға етә 26-01-2016, 10:38 / ---

Бәләкәй инеш даръяларға етә

Сәхнәлә Байегет МӨХӘРЛӘМОВ атлы егет кинәнеп, Мәжит Ғафуриҙың “Үгеҙ менән себен” әҫәрен һөйләй. Балаларҙың төрлө сығыштарын күреп өйрәнгән уҡытыусылар һәм үҙҙәренең һүҙ оҫталығын күрһәтергә килгән башҡа балалар, һоҡланыуын йәшермәй, мөкиббән китеп сығыш яһаусыға төбәлгән. Бына дәррәү ҡул саптылар, 15 йәшлек үҫмер иптәштәре янына төштө. “Афарин! Сәхнә тултырып һөйләнең!” - тип, асыҡтан- асыҡ фекерҙәрен белдереп, дуҫтары уның ҡулын ҡыҫты, яурынынан ҡаҡты. Бер аҙ ултыра биргәс, ул Шәйехзада Бабичтың “Тешһеҙ ҡыҙ” әҫәрен һөйләргә теләген белдерҙе. Әлбиттә, баһалама ағзалары уның ниәтенә ҡуш ҡуллап...
Эсеп үлеп бөтөрбөҙмө икән?! 26-01-2016, 10:37 / ---

Эсеп үлеп бөтөрбөҙмө икән?!

11 ғинуарҙа Тимер юл ауылында йәшәгән 26 йәшлек егеттең алкоголь менән ағыуланып, бер кѳндән һуң дауаханала үлеп ҡалыуы тураһындағы хәбәр тиҙ таралды. Таныштары әйтеүенсә, егет яҡшы урында эшләгән, эсеп-туҙып йѳрѳмәгән, спорт менән шѳғѳлләнгән. Ул дуҫтарын да был кѳндѳ саҡырып шылтыратҡан, тик улар тѳрлѳ сәбәп менән килә алмаған. Бәлки, яҙмыш уларҙы аралағандыр......
Спорт - уның булмышы 26-01-2016, 10:35 / ---

Спорт - уның булмышы

Абҙаҡ ауылында спортты үҫтереү мәсьәләһе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Ҡайһы бер ауылдарҙа хоккей майҙансығын һуңғы йылдарҙа ғына тѳҙѳһәләр, Абҙаҡта иһә бер нисә быуын хоккей уйнап үҫте. Әлбиттә, урындағы етәкселәр ҙә спортты күҙ уңынан ысҡындырмай. Бындай тырышлыҡ эҙһеҙ үтмәй, ауылда спортҡа мѳкиббән киткән йәштәр үҫеп сығыуы ошо турала һѳйләй. Улар иҫәбенә Азамат Нуриәхмәт улы МОНАСИПОВты ла индерергә була....
26-01-2016, 10:30 / ---

"Үҙ тауышым" ижади конкурсы

INF-paket-dlya-Agentstva-po-pechati-12.rar [3,36 Mb] (cкачиваний: 17)...
Бѳгѳнгѳһѳ уңышлы, киләсәге ѳмѳтлѳ 20-01-2016, 10:30 / ---

Бѳгѳнгѳһѳ уңышлы, киләсәге ѳмѳтлѳ

Алдымда бынан биш йыл элек сыҡҡан гәзит. Унда Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитовтың Башҡортостанда тау саңғыһы буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәрен асыу тураһындағы сығышы, бындай мәктәптәр “Абҙаҡ”, “Яҡтыкүл”, “Ҡандракүл”, “Ѳйәҙетау” кеүек тау саңғыһы курорттары базаһында асыласаҡ, тип яҙып сыҡҡайныҡ. Ул саҡта Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, Белорет районындағы “Морат” тау саңғыһы үҙәге яҡшы яҡҡа үҙгәреүҙәр кисерәсәк, тип белдергәйне....
Изге эшкә ҡушылайыҡ 20-01-2016, 10:25 / ---

Изге эшкә ҡушылайыҡ

Бер нисә йыл элек районыбыҙ халҡы 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа Герой исеме бирҙертеүҙе һорап, республика акцияһына ҡушылғайны. Был изге сараны бѳтә республика халҡы тиерлек күтәреп алды һәм шул арҡала биш йѳҙ меңдән ашыу ҡултамға йыйылғайны. Үкенескә ҡаршы, башлаған эш уңышһыҙ тамамланып, маҡсатҡа ирешә алманыҡ. Тѳрлѳ сәбәптәр менән халыҡ араһында герой булып танылған Миңлеғәле Шайморатовтың ҡаһарманлыҡтарын танырға теләмәнеләр....
Күңеле - моң даръяһы 20-01-2016, 10:23 / ---

Күңеле - моң даръяһы

Тыумыштан уҡ күңеленә моң, аһәң, ғәм һәм сәм һалынған кешеләр була. Ундайҙар ниндәй өлкәлә генә эшләмәһен, ғүмер дауамында мәҙәниәттән, сәнғәттән айырылмай, һөнәр менән һәләтте пар ҡанат итеп тормош үрҙәренә артыла, кешеләргә моң даръяларын бүләк итә. Сермәндә йәшәгән Венера Мәхмүт ҡыҙы БИКБАЕВА ана шундайҙарҙың береһе ул....