Абҙаҡтар һынатманы 3-02-2016, 10:09 / ---

Абҙаҡтар һынатманы

Күптән түгел Абҙаҡ мәктәбендә 1999-2002 йылда тыуған егеттәр араһында билбау көрәше буйынса ярыш үтте. Ярышта Абҙаҡ, Баймаҡ районы Темәс һәм Әбйәлил районының Асҡар мәктәптәренән 24 уҡыусы кѳс һынашты. Билбау менән көрәштә Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары һынатманы: Алмаз Хәйруллин, Айбулат Дауытов, Булат Абдрахманов, Данил Хазыров үҙ ауырлыҡ категорияларында уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яуланы. Сараны үткәрергә ярҙам иткән Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужинаға, Вахит Мәүлитбай улы Абдрахмановҡа, Алмас Жәүәт улы Дауытовҡа, 1-се Белорет спорт мәктәбе директоры Галина Юрьевна...
Эх, сана шыуыуҙары! 3-02-2016, 10:07 / ---

Эх, сана шыуыуҙары!

Мулдаҡай ауылында сана шыуыуға арналған матур байрам үткәрелде. Сараны ауыл китапханасыһы Раушания Вәлиева һәм ауыл клубы хеҙмәткәре Әлиә Һѳнәрғолова ойошторҙо. Дәрестән һуң балалар саналарын һѳйрәтеп, Дүртѳйлѳ тауына ағылды. Йырҙар йырлап, уйнап-кѳлѳп, тау башына менделәр. Кѳн дә шундай матур: ҡояшлы һәм елһеҙ булды. Сана шыуыу ҡағиҙәләре менән балаларҙы таныштырғандан һуң кемдер яңғыҙ, парлашып та тауҙан елдереп тѳшә башланы. Уларҙың шат тауыштарын ишетеп, ауыл халҡы ла йыйыла башланы. Сараны ойоштороусылар самауыр ҡуйҙы. Бәлеш, бал, ҡоймаҡ һәм башҡа тәмлекәстәр менән күмәкләшеп сәй эстек....
Ҡайҙа тыуған, шунда кәрәккән 3-02-2016, 10:06 / Арҙаҡлы яҡташтар

Ҡайҙа тыуған, шунда кәрәккән

Рәз тауына һыйынып ҡына ултырған Рысыҡай ауылында 1956 йылдың 27 ғинуарында Фәриҙә Мәһәҙей ҡыҙы менән Нәҙербай Кинйәбай улы Вәлиуллиндар ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Фәриха (ғәрәп телендә шат күңелле) тип исем ҡушалар. Исем кешенең яҙмышында ҙур урын биләй тип әйтеүҙәрендә хаҡлыҡ бар. Фәриха Нәҙербай ҡыҙы дүрт ҡыҙ араһында шаян, күңелсәк ҡыҙ булып үҫә. Алсаҡ, йылмайып торған ҡыҙ һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек, уртаҡ тел табырлыҡ һәләткә лә эйә була. Бер мәл почтальон булып эшләп алған әсәһенә ярҙам итеп, бала саҡтан гәзит менән таныш була. Шуғалыр ҙа урта мәктәпте тамамлағандан һуң...
Тормошта ҡайнап йәшәйҙәр 3-02-2016, 10:02 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Тормошта ҡайнап йәшәйҙәр

Сосновка ауылында уңған ғаиләләр күп. Гөлсимә һәм Азамат МӨХӘМӘТЙӘРОВТАР ғаиләһе шундай уңғандарҙың береһе....
3-02-2016, 09:58 / ---

"Маймыл утkа kарап kыуана", - ти Нәсихә инәй йәки Районда ниңә янғындар артҡан

25 ғинуар, сәғәт телдәре тѳнгѳ 12-не ҡыуа. Телефон шылтырай: “Һуң шылтыратҡанға ғүфү итегеҙ. Беләһегеҙме, бѳгѳн Шығайҙа янғын булды, ике хужаға тәғәйенләнгән йорт янды, ике ғаилә урамда тороп ҡалды. Быйыл беҙҙең хакимиәткә ҡараған ауылдарҙа теркәлгән ѳсѳнсѳ янғын. Тиҙ генә сара күрергә кәрәк!” - тип теҙеп алып китте шылтыратыусы......
Яҡшы һѳҙѳмтәләр ѳсѳн - күсмә байраҡ 3-02-2016, 09:56 / ---

Яҡшы һѳҙѳмтәләр ѳсѳн - күсмә байраҡ

Бөгөнгө социаль-иҡтисади, сәйәси яҡтан тынғыһыҙ заманда тормошобоҙҙо полиция хеҙмәткәрҙәренән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Йәшәйешебеҙҙе саҡ ҡына булһа ла еңелерәк, тынысыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итеү өсөн погонлы хеҙмәткәрҙәргә күп көс һалырға тура килә....