Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа 9-02-2016, 15:41 / Спорт һәм туризм

Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа

Муниципаль район хакимиәте беренселегенә 1999 йылғы һәм унан йәшерәктәр араһында хоккей буйынса ярыштарҙың IV турнирында ҡаланың “Факел”, “Юность”, Октябрьский биҫтәһенең “Метеор”, Ломовканың “Ломовка ҡарсығалары”, Тимер юл ауылының “Локомотив”, Тирләндең “Луч”, Абҙаҡтың “Абҙаҡ”, Сермәндең “Бөркөт” командалары “Ровесник” хоккей майҙансығында мауыҡтырғыс уйын күрһәтте....
Ѳс игеҙәк малай тыуҙы 9-02-2016, 15:41 / ---

Ѳс игеҙәк малай тыуҙы

Ғинуар айы Белоретта йәшәгән Мананниковтар ғаиләһен бер тынала күп балалы ғаиләгә әйләндерҙе. Ѳс малай - Владимир, Степан һәм Федор донъяға килеп, йәш ғаиләне, олатай- өләсәйҙәрҙе, туғандарҙы һөйөндөрҙө....
Ике яҡлы миҙал һәр саҡта ла яҡшы булмай 9-02-2016, 15:40 / ---

Ике яҡлы миҙал һәр саҡта ла яҡшы булмай

Дәүләт ниндәй юлдар менән бизнес ѳлкәһен асыҡ итер? Бөгөнгө тормошобоҙҙо эшҡыуарлыҡ өлкәһенән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Евросоюз һәм АҠШ тарафынан Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар, импортты алыштырыу мәсьәләһе киҫкен торғанлыҡтан, был өлкәне үҫтереүгә дәүләт тарафынан да айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Шул арҡала эшҡыуарҙарҙың роле лә үҫә бара. Тик миҙалдың ике яғы булған кеүек, бында ла үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыусылар, башҡалар иҫәбенә кеҫәһен ҡалынайтырға теләүселәр күбәйҙе. Ошо йәһәттән “конверттағы эш хаҡы”, “ҡара ведомость” кеүек һүҙҙәрҙе лә йыш ишетергә тура килә. Был...
Яман сирҙе иҫкәртергә була 9-02-2016, 15:38 / ---

Яман сирҙе иҫкәртергә була

Район-ҡала онкологик хеҙмәтенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеге Белорет районы һәм ҡаланың онкологик хеҙмәтенә Тәүге онкологик үҙәк, Муниципаль- ара онкологик үҙәк, 30 койкалыҡ онкология бүлеге, 1-се поликлиникала паллиатив ярҙам кабинеты һәм врачҡа тиклем ҡарау кабинеты инә. Район-ҡалала 2015 йылда 103 708 кеше йәшәгән. Яман шеш менән сирләү осрағы 100 мең кешегә 337,5, республика буйынса 100 мең кешегә 321, 4 сирле тәшкил итте. 330 сирленең 323-ѳ актив рәүештә, йәғни диспансеризация, флюорография үткәндә асыҡланды. 4078 эндоскопик тикшереү уҙғарылды. Дѳйѳм онкологик патология структураһында I...