Тырышһаң - бөтәһе лә була 26-02-2016, 17:17 / ---

Тырышһаң - бөтәһе лә була

Ҡыштың да һуңғы айы уҙып бара, әммә ҡайһы бер малсылар өсөн яҙғы осор ҙа ауырға тура килеүе бар. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының нисек мал ҡышлатыуын белеү маҡсатында уларҙың бер нисәүһенә мөрәжәғәт иттек....
Сессия ултырышынан 26-02-2016, 17:15 / ---

Сессия ултырышынан

Муниципаль район хакимиәте бинаһында муниципаль район Советының XXX ултырышы булып уҙҙы. Унда урман хужалығы министрының беренсе урынбаҫары С.А. Бәхтиәров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары И. И. Ғәбитов, Ю. Н. Щевелев, муниципаль район хакимиәте башлығы, муниципаль район Советы рәйесе, ойошма һәм предприятие етәкселәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, урындағы депутаттар ҡатнашты. Владислав Миронов менән Евгений Карепанов муниципаль район Советының һәм хакимиәтенең былтырғы эш һөҙөмтәләренә байҡау яһаны, 2016 йылға пландар һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа,...
Тарих  онотолмаҫҡа тейеш 19-02-2016, 16:18 / ---

Тарих онотолмаҫҡа тейеш

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 27 йыл тулыуға ҡарата ҡалала яугир-интернационалистар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында тантаналы сара уҙҙы....
19-02-2016, 16:16 / ---

"Башҡортостан ынйылары" сәхнә түрендә

Республиканың йәш граждандарын башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни йолалары, мираҫы, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләү, туған телгә һѳйѳү, баланың ижади һәм лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү, тарихҡа, мәҙәниәткә һәм йолаларға иғтибарын йүнәлтеү һәм уларҙы ѳйрәнеүгә теләк тыуҙырыу кеүек изге бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған “Башҡортостан ынйылары” республика конкурс- фестивале ойошторолоуға быйыл ун йыл тула....
19-02-2016, 16:12 / ---

"Ғәлиәбаныу"ҙың яңы балҡышы

Тамаша залында ут һүнде, халыҡ, мѳғжизә кѳткәндәй, шымып ҡалды. Бына холда гармун, йыр ишетелде һәм тамаша залына киске уйынға сыҡҡан егеттәр килеп инде лә, тирә-яҡты йыр моңға күмеп, сәхнәгә табан юлланды. Бына шулай үҙенсәлекле башланып китте “Ғәлиәбаныу” спектакле....
Үҫмер сағығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ! 19-02-2016, 16:08 / ---

Үҫмер сағығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ!

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тәүге уҡыуҙа 14 йәштән ғаилә ҡорорға рѳхсәт итеүсе закон проектын ҡабул итте. Башҡортостанда айырым осраҡтарҙа 14 йәшлек үҫмерҙәр никахлаша алыуы тураһында закон проекты республика прокуратураһы тарафынан тәҡдим ителде. Иң ҡыҙыу бәхәс, йәнлелек тыуҙырған законға тѳҙәтмә индереү буйынса тауыш биргәндә 88 депутат риза, 6-һы ҡаршы, бер нисә парламентарий үҙ фекерен белдереүҙән баш тартты йә бѳтѳнләй тауыш бирмәне. Ғѳмүмән, күпселек закон проектын хупланы....
Яңы линия сафҡа ебәреләсәк 19-02-2016, 16:05 / ---

Яңы линия сафҡа ебәреләсәк

Бөгөн эргә-тирәбеҙҙең таҙалығын, һәр ваҡытта ла йыйыштырыулы булыуын ғәҙәти күренешкә һанап, урам һепереүселәрҙең, сүп-сар өйөмөн алып китеүселәрҙең хеҙмәтен әллә ни баһалап та еткермәйбеҙ. Бының өсөн был һөнәр кешеләрен бер генә көн эшкә сыҡмаған тип күҙ алдына килтереп ҡарау ҙа етер ине, моғайын. Тормош ауыр тип зарланырға яратһаҡ та, халыҡ бөгөн етеш йәшәй, яңынан-яңыға ынтыла, төҙөй, емерә, заманса йыһаздар менән файҙалана, иҫкеһен сығарып ташлай. Шул сәбәпле сәнәғәт, көнкүреш ҡалдыҡтары ла күбәйә....
«Спортһыҙ йәшәү мѳмкин түгел» 16-02-2016, 11:41 / Һаулығың-байлығың

«Спортһыҙ йәшәү мѳмкин түгел»

Үткән ял кѳндәрендә илебеҙҙә “Рәсәй саңғыһы” Бѳтә Рәсәй саңғы ярыштары үтте. Был сараға беҙҙең ҡала-район спорт һѳйѳүселәре лә ҡушылды....
Татыу ғаилә - ил терәге 16-02-2016, 11:39 / ---

Татыу ғаилә - ил терәге

Йыл да 15 февралдә илебеҙ Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу кѳнѳн билдәләй. Афған һуғышында Йөйәк ауылынан да егеттәр ҡатнаша. Бер ғаиләнән ике ир-егет ҡатнашҡан ғаиләләрҙең береһе тураһында һүҙем....
Беҙҙә лә туризмды үҫтерергә кәрәк 16-02-2016, 11:38 / Спорт һәм туризм

Беҙҙә лә туризмды үҫтерергә кәрәк

Туризм тураһында хәҙер күп яҙалар. Белорет районы етәкселеге лә, ниһайәт, был тармаҡҡа иғтибар итә башланы. Ирәмәл тәбиғәт паркы, “Абҙаҡ”, “Морат” тау саңғыһы үҙәктәре һәм башҡалар менән бергә “Асы” шифаханаһын да туризмды үҫтереү йүнәлешенә индерәләр. Ысынлап та, Асы төбәген, шифахананы ла индереп, туризм төбәгенә әүерелдереп була бит....