4-03-2016, 16:18 / ---

"Мин сәнғәткә ғашиҡ"

Февралдә ҡала Мәҙәниәт һарайында Башҡорт халыҡ театры тамашасы хѳкѳмѳнә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” драмаһын сығарҙы. Унда тѳп ролдәрҙең береһен - Ғәлиәбаныуҙы Гѳлнара БӘШӘРОВА уйнаны. Ҡыҙ режиссерҙың ышанысын аҡланы һәм образды асыуға иреште....
Һыуытҡысты тапшырҙыҡ! 4-03-2016, 16:07 / ---

Һыуытҡысты тапшырҙыҡ!

“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы 2016 йылдың тәүге ярты йыллығына үҙенә ҡараған гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында акция ойошторҙо. Уйын шарттары буйынса, унда ҡатнашыу ѳсѳн район һәм республика баҫмаларына яҙылғандар абонемент күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрҙе. Беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа әүҙемлек күрһәтеп, был акцияла ҡатнашты. Һѳҙѳмтәлә, Нәшриәт йорто уйнатҡан 21 бүләктең икәүһе (!) “Урал” гәзитенә һәм республика баҫмаһына яҙылған уҡыусыларыбыҙға эләкте....
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 4-03-2016, 16:05 / ---

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Самуил Маршактың 1937 йылда балалар ѳсѳн яҙған “Билдәһеҙ герой тураһында” исемле шиғырында янғын һүндереүселәр, милиция һәм фотографтар ҡыҙҙы уттан алып сыҡҡан 20 йәшлек егетте эҙләй. “Билдәләренән - урта буйлы, киң яурынлы, кѳслѳ, аҡ футболкала һәм кепкала йѳрѳй. Күкрәгендә “ГТО” билдәһе. Башҡа уның тураһында бер нәмә лә белмәйҙәр” тигән юлдар бар. Шиғырҙың эстәлеге шунда, ул ваҡытта ярты ил “ГТО” билдәһе таға, хеҙмәткә һәм оборонаға һәр береһе әҙер була. Кемдәр Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем мәктәптә уҡыған, шулар ѳс кенә хәрефтән торған “ГТО” йәки “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” тигән...
Ир яҙмышы - ил яҙмышы 4-03-2016, 16:04 / ---

Ир яҙмышы - ил яҙмышы

Ил, халыҡ хәстәре менән янып йѳрѳгәндәр һәр ваҡыт хѳрмәт һәм ихтирам уята. Ә инде ундай кешенең ѳлгѳлѳ ғаилә башлығы булыуы етәксенең абруйын тағы ла арттырып ебәрә. Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбе директоры Рәфил Нуриәхмәт улы ИҘРИСОВ тураһында һүҙебеҙ....
Ул да Еңеүгә ҙур ѳлѳш индерә 4-03-2016, 16:03 / ---

Ул да Еңеүгә ҙур ѳлѳш индерә

Вәлимә инәй 1926 йылдың 13 мартында Хәйбулла (Һа- ралы) ауылында Сабира менән Заһиҙулла Хәмзиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға кил- гән. Хәмзиндар ун балаға ғүмер бирә, тик уларҙың бишәүһе вафат була һәм Миңлегөл, Вәлимә, Фәғилә, Нәғимә, Ғарифулла ғына иҫән ҡалған. 1943 йыл. Ҡәһәрле һуғыш осоро…...
Көрәшселәр Октябрьский ҡалаһында 4-03-2016, 16:01 / ---

Көрәшселәр Октябрьский ҡалаһында

19-20 февралдә Октябрьский ҡалаһында 1999-2001 йылғы үҫмерҙәр араһында билбау буйынса республика беренселеге үтте. Унда беҙҙең райондан Белорет балалар- үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Абҙаҡ мәктәбендә- ге кѳрәш секцияһында шѳғѳлләнгән балалар ҡатнашты. Ете уҡыусының дүртәүһе призлы урын яуланы. Малайҙар араһында 85 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Данил Хазыров, 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Айбулат Дауытов, ҡыҙҙар араһында 44 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында - Нәилә Усманова, 63 кило- грамға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Гүзәл Фазылова призлы урын яуланы....