25-03-2016, 17:57 / ---

"Ниндәй кѳй бар - бѳтәһен дә уйнайым"

Районда баянсы Иршат Шаһивәли улы Шәғәлинды танымаған-белмәгән кеше юҡтыр. Ул “Үткәл” халыҡ фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы, ауылдарға концерттар менән бара, тѳрлѳ мәҙәни сараларҙа, спектаклдәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Шығайҙарҙың “Гѳлнәзирә” фольклор ансамбле аккомпаниаторы....
Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге 25-03-2016, 17:55 / ---

Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһын тормошҡа ашырыу проблемалары Сибай ҡалаһының Башҡорт дәүләт университеты филиалы базаһында “Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге” IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһын тормошҡа ашырыу проблемаларына арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Cараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Сибай ҡала хакимиәте менән берлектә уҙғарҙы....
25-03-2016, 17:54 / ---

"Зачетка" студенттар форумы

Ҡаланың Белорет медицина колледжында “Зачетка” студенттар форумы булып үтте. Йәштәрҙең ял үҙәге ойошторған сарала ҡаланың барлыҡ уҡыу йорттарынан студенттар делегацияһы ҡатнашты....
Район халҡы ташҡынға әҙер 25-03-2016, 17:54 / ---

Район халҡы ташҡынға әҙер

Оҙон ҡыштан һуң барыбыҙ ҙа яҙҙы һағынып көтөп алабыҙ. Кѳн йылыуына, тәбиғәттең йоҡонан уяныуына ҡыуанабыҙ. Ә инде йылға ташыуын, боҙ китеүен олоһо ла, кесеһе лә элек-электән айырыуса яратып күҙәткән. Тик шулай ҙа был миҙгелдең үҙенә генә хас хәүефе булыуын оноторға ярамай. Ҡарҙар иреп, һыу күтәрелеү менән башлана ла инде яҙҙың иң мәшәҡәтле, хәтәр мәле. Йәй көнө тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына булған йылғалар, кескәй генә инештәр ҙә яҙғыһын, ярҙарынан сығып, ҡурҡыныс менән янай. Быйылғы ташҡынды алдан иҫкәртеү өсөн ауыл Советы ауыл биләмәләрендә ниндәй саралар күрелә? Ошо хаҡта Йѳйәк ауыл хакимиәте...
Сосновкала - 25-03-2016, 17:53 / ---

Сосновкала - "Буҙа" байрамы

Сосновка ауылында бынан ике йыл элгәре ағинәйҙәр ойошмаһы эшләй башланы. Аллаға шөкөр, ойошма йылдан-йыл тулылана, башҡарған эштәре тослана, ауыл йәмәғәтселеген күскә туплау әүҙемләшә бара. Тәүҙәрәк һигеҙ генә ағзанан торған ойошмаға бөгөн 16 ағинәй йөрөй. Үткән йыл ағинәйҙәр үҙҙәренә милли костюм йүнләһә, быйыл тик үҙ көстәре менән мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһен сынъяһау итеп ремонтлап, миллилекте һынландырған төҫтәр, атрибуттар менән биҙәп алды. Ағинәйҙәр, ошо һөйөнөстәре менән уртаҡлашыу маҡсатында, Сосновка ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, мәктәп, йәмәғәтселек ҡатнашлығында «Буҙа» байрамы...
Ныҡлы аҙымдар менән 25-03-2016, 17:42 / ---

Ныҡлы аҙымдар менән

Ҡайҙа уҡырға барырға? Был һорау мәктәп, гимназия, лицейҙарҙы тамамлаусылар өсөн һәр ваҡыт көнүҙәк булды һәм булып ҡала. Тағы бер нисә айҙан сығарылыш уҡыусылары өсөн һынаулы осор башлана. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғандан һуң улар алдында күңелдәренә яҡын уҡыу йортона инеү бурысы тора. Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлаған егет һәм ҡыҙҙарҙың, балалары мәктәп тупһаһынан оло тормош юлына баҫырға йыйынған ата-әсәләрҙең кисерештәрен, тулҡынланыуҙарын аңларға була. Тәүге аҙым - Берҙәм дәүләт имтиханы. Сығарылыш уҡыусыларының күңелдәре урында түгел әле: имтихандарҙы нисек тапшырырға, ниндәй һөнәрҙе үҙ...
Ветерандарҙың ҡыуанысы 25-03-2016, 17:41 / ---

Ветерандарҙың ҡыуанысы

Март - ҡалабыҙҙа йәшәгән Асия Бәҙретдин ҡыҙы менән Хәлил Мәхмүт улы Садиҡовтар өсөн икеләтә ҡыуаныслы ай һанала. Ошо айҙа уларҙың иңгә-иң терәшеп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл булһа, Асия Бәҙретдин ҡыҙы 80 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Күркәм юбилейҙар уңайынан муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Мироновтың, Пенсия фонды идаралығы начальнигы К.В. Полетавкиндың, район- ҡала ветерандар советы рәйесе Н.Н. Сафонованың ҡотлау открыткаһын алыуҙарына ғорурлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо кисерә хеҙмәт ветерандары....
25-03-2016, 17:40 / ---

"Татыу коллективта эшләнем"

Әнисә ИБРАҺИМОВА 1941 йылдың 26 мартында Мѳфлиха Хәмит ҡыҙы һәм Хәйербәшәр Хабрахман улы Хабрахмановтарҙың күп балалы ғаиләһендә ѳсѳнсѳ бала булып донъяға килә....
Йомро-йомро йомғағым 25-03-2016, 16:09 / ---

Йомро-йомро йомғағым

Ғәбдѳк ауылы ағинәйҙәре “Йомро-йомро йомғағым” тигән кисә үткәрҙе. Сарала ағинәйҙәрҙең һәм ауыл оҫталарының ҡул эштәренән бай күргәҙмә ойошторолдо. Әҡлимә Айытбаеваның, Рәйфә Абдрахманованың, Ләлә Баязитованың, Вәрә Шөғәйепованың, Рафиға Ибраһимованың күҙ яуын алып торған ҡул эштәрен халыҡ һоҡланып ҡараны һәм уларҙы эшләү буйынса дәрес үткәреүҙәрен дә һораны. Кисәнең икенсе өлөшөндә ғаилә парҙары һәм йәштәр өсөн конкурс үткәрелде. “Танышыу”, “Золушканы тап”, “Иң һиҙгер йөрәк”, “Ғаилә төйөнө”, “Вальс” һәм башҡа ярыштарҙа ғаилә парҙары бер ҙә юғалып ҡалмай, бер-береһен уҙҙырып ярышты. Гөлсәсәк...
«Бала һатып алыу» 25-03-2016, 16:08 / ---

«Бала һатып алыу»

Халҡыбыҙҙа балаға бәйле йолалар күп. Шуларҙың береһе «Бала һатып алыу» йолаһы. Уны ғаиләлә бала тормағанда, йәғни үлеп торғанда башҡарғандар. Әсә була торған ҡатын тулғаҡ тота башлағас, Кендек инәһе саҡырылған. Ул уң аяҡ менән ѳйгә үткәс: «Тоҡ бушатырға килдем, тоҡ бушатырға килдем», - тип һамаҡлаған. Бала тыуғас, Кендек инәһе: «Бала һатам, бала һатам, кем ала», - тип һѳрәнләй. Ә атай кеше: «Бала һатһаң, миңә һат, мин алам. Нимәһе менән һатаң?» - ти. Кендек инәһе: «Ғүмере, бәхете менән һатам, алып ҡал», - ти. Шулай итеп, атай кеше мал биреп, баланы тәҙрә аша һатып ала. Был ғаиләнең...