Ныҡлы аҙымдар менән 25-03-2016, 17:42 / ---

Ныҡлы аҙымдар менән

Ҡайҙа уҡырға барырға? Был һорау мәктәп, гимназия, лицейҙарҙы тамамлаусылар өсөн һәр ваҡыт көнүҙәк булды һәм булып ҡала. Тағы бер нисә айҙан сығарылыш уҡыусылары өсөн һынаулы осор башлана. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғандан һуң улар алдында күңелдәренә яҡын уҡыу йортона инеү бурысы тора. Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлаған егет һәм ҡыҙҙарҙың, балалары мәктәп тупһаһынан оло тормош юлына баҫырға йыйынған ата-әсәләрҙең кисерештәрен, тулҡынланыуҙарын аңларға була. Тәүге аҙым - Берҙәм дәүләт имтиханы. Сығарылыш уҡыусыларының күңелдәре урында түгел әле: имтихандарҙы нисек тапшырырға, ниндәй һөнәрҙе үҙ...
Ветерандарҙың ҡыуанысы 25-03-2016, 17:41 / ---

Ветерандарҙың ҡыуанысы

Март - ҡалабыҙҙа йәшәгән Асия Бәҙретдин ҡыҙы менән Хәлил Мәхмүт улы Садиҡовтар өсөн икеләтә ҡыуаныслы ай һанала. Ошо айҙа уларҙың иңгә-иң терәшеп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл булһа, Асия Бәҙретдин ҡыҙы 80 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Күркәм юбилейҙар уңайынан муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Мироновтың, Пенсия фонды идаралығы начальнигы К.В. Полетавкиндың, район- ҡала ветерандар советы рәйесе Н.Н. Сафонованың ҡотлау открыткаһын алыуҙарына ғорурлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо кисерә хеҙмәт ветерандары....
25-03-2016, 17:40 / ---

"Татыу коллективта эшләнем"

Әнисә ИБРАҺИМОВА 1941 йылдың 26 мартында Мѳфлиха Хәмит ҡыҙы һәм Хәйербәшәр Хабрахман улы Хабрахмановтарҙың күп балалы ғаиләһендә ѳсѳнсѳ бала булып донъяға килә....
Йомро-йомро йомғағым 25-03-2016, 16:09 / ---

Йомро-йомро йомғағым

Ғәбдѳк ауылы ағинәйҙәре “Йомро-йомро йомғағым” тигән кисә үткәрҙе. Сарала ағинәйҙәрҙең һәм ауыл оҫталарының ҡул эштәренән бай күргәҙмә ойошторолдо. Әҡлимә Айытбаеваның, Рәйфә Абдрахманованың, Ләлә Баязитованың, Вәрә Шөғәйепованың, Рафиға Ибраһимованың күҙ яуын алып торған ҡул эштәрен халыҡ һоҡланып ҡараны һәм уларҙы эшләү буйынса дәрес үткәреүҙәрен дә һораны. Кисәнең икенсе өлөшөндә ғаилә парҙары һәм йәштәр өсөн конкурс үткәрелде. “Танышыу”, “Золушканы тап”, “Иң һиҙгер йөрәк”, “Ғаилә төйөнө”, “Вальс” һәм башҡа ярыштарҙа ғаилә парҙары бер ҙә юғалып ҡалмай, бер-береһен уҙҙырып ярышты. Гөлсәсәк...
«Бала һатып алыу» 25-03-2016, 16:08 / ---

«Бала һатып алыу»

Халҡыбыҙҙа балаға бәйле йолалар күп. Шуларҙың береһе «Бала һатып алыу» йолаһы. Уны ғаиләлә бала тормағанда, йәғни үлеп торғанда башҡарғандар. Әсә була торған ҡатын тулғаҡ тота башлағас, Кендек инәһе саҡырылған. Ул уң аяҡ менән ѳйгә үткәс: «Тоҡ бушатырға килдем, тоҡ бушатырға килдем», - тип һамаҡлаған. Бала тыуғас, Кендек инәһе: «Бала һатам, бала һатам, кем ала», - тип һѳрәнләй. Ә атай кеше: «Бала һатһаң, миңә һат, мин алам. Нимәһе менән һатаң?» - ти. Кендек инәһе: «Ғүмере, бәхете менән һатам, алып ҡал», - ти. Шулай итеп, атай кеше мал биреп, баланы тәҙрә аша һатып ала. Был ғаиләнең...
Иң яҡшы балалар баҡсаһы иҫәбендә 25-03-2016, 16:07 / ---

Иң яҡшы балалар баҡсаһы иҫәбендә

Башҡортостанда иң яҡшы балалар баҡсалары билдәләнде. Белем биреүҙе үҫтереү һәм Балалыҡ, ғаилә һәм тәрбиәләүҙе ѳйрәнеү институттары Рәсәй Федерацияһы Белем биреү идаралығының тѳбәк органдары ҡатнашлығында Рәсәйҙең муниципаль балалар баҡсалары рейтингын тѳҙѳнѳ. Рейтингта Рәсәйҙең 24 тѳбәгенән 7182 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ҡатнашты. Унда бала ѳсѳн тыуҙырылған шарттар, педагогтарҙың һѳнәри кимәле һәм ѳҫтәмә хеҙмәттәр ҡаралды. Башҡортостандың иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тип Бәләбәйҙәге 36-сы балалар баҡсаһы та- былды. Икенсе позицияла - Ѳфѳнѳң 55-се һәм ѳсѳнсѳлә Белорет...
Полиция балалыҡ һағында 25-03-2016, 16:06 / ---

Полиция балалыҡ һағында

Бәлиғ булмағандарҙың енәйәт ҡылыуы дәүләт һәм йәмғиәт ѳсѳн айырыуса ҙур борсолоу тыуҙыра. Ғаиләнең, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларының балаларҙың тәртибен, шәхес булып формалашыуын контролдә тотмауы енәйәт ҡылыуға килтергән тѳп сәбәптәр булып тора. Насар ғаиләләр, уларҙың тарҡалыуы, ата-әсәнең бала тәрбиәләүҙән ситләшеүе үҫмерҙәрҙә йәмғиәткә ҡарата насар ҡараш тыуҙыра. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоу, ололарҙың уларҙы енәйәт ҡылыуға йәлеп итеү факттарын асыҡлау маҡсатында йыш рейдтар уҙғарыла. Былтыр Белорет районында үҫмерҙәрҙең енәйәт ҡылыу күрһәткесе 1,5%...
Аш оҫтаһы менән татлы 25-03-2016, 16:05 / ---

Аш оҫтаһы менән татлы

Икмәк бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Йылдар үтә, тормош үҙгәрә, төрлө ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай алған заманда йәшәһәк тә, тәү сиратта, өҫтәлебеҙҙе ҡәҙерле һәм туҡлыҡлы ризыҡ - икмәк биҙәй. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле икмәк - һәр табындың йәме. Элек-электән иң ҡәҙерле, хөрмәтле ҡунаҡтарҙы икмәк- тоҙ менән ҡаршы алғандар. Хужабикәнең уңғанлығын да бешергән икмәгенә ҡарап баһалағандар. Хәҙер йорттарҙа, хатта ауылдарҙа ла, утын менән яғыла торған мейестәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙар икмәк башы - әсетке яһап, уны һалып тормай. Икмәкте магазиндан һатып алыуға ғәҙәтләнеп киттек. Бөгөн магазин...
БЕҘ БЕРГӘ! 25-03-2016, 16:02 / ---

БЕҘ БЕРГӘ!

Ошондай девиз аҫтында Рәсәй халҡы Ҡырым ярымутрауы һәм Севастополь ҡалаһының илгә ҡушылыуына ике йыл тулыуын байрам итте. Илебеҙҙең бѳтә ҡалаларында ла ошо йәһәттән 18 мартта митингылар, байрам концерттары ойошторолдо....
Бала саҡтан таныш тәм 25-03-2016, 15:59 / ---

Бала саҡтан таныш тәм

12 мартта ҡаланың «Металлург» кинотеатрында аграрийҙар һәм эшҡыуарҙар «түңәрәк ѳҫтәл» артында «Башҡортостандың легендар бренды» пилот проектының киләсәге тураһында фекер алышты. «Ҡарлыман продукттары» заводы пилот проектының беренсе ҡатнашыусыһы булды. Осрашыуҙың маҡсаты - Ватан етештереүсеһе тауарын пропагандалау. Предприятие бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм ғаилә фермалары менән эшләргә әҙер булыуын белдерҙе....