Бүләк хужаһына тапшырылды 11-03-2016, 17:48 / ---

Бүләк хужаһына тапшырылды

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы ойошторған акцияла ҡатнашҡан тағы ла бер уҡыусыбыҙ - Үткәл ауылынан Фәрзәнә Сәмситдин ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНАның мультиварка отоуы тураһында яҙғайныҡ. Ошо кѳндәрҙә уға ла бүләкте тапшырҙыҡ....
Сихрилеккә сорнай гүзәллек байрамы 11-03-2016, 17:46 / ---

Сихрилеккә сорнай гүзәллек байрамы

Тәү башлап 20 йыл элек муниципаль район хакимиәтенең Йәштәр һәм спорт бүлеге ойоштора башлаған башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» конкурсы күңелдәрҙе елкендергән сағыу тамашаларҙың береһе ине. Йыл да яҙ ҡояшы көлә башлау менән ашҡынған күңелдәрҙе сихрилеккә сорнай ине матурлыҡ байрамы. Күп йылдарға туҡталып ҡалған гүзәллек байрамы быйыл, ниһайәт, яңынан тергеҙелеп, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан ҡаланың “Вертикаль” мәҙәни-ял итеү клубы ойошторған “Һылыуҡай-2016” конкурсы “Металлург” кинотеатрында үтте. Сара март айының тәүге көндәренә тура килеүе менән отошло булды, күңелдәргә дәрт өҫтәне,...
Ваҡытында таҙарталар 11-03-2016, 17:45 / ---

Ваҡытында таҙарталар

Быйыл ҡыш ҡар күп яуыу сәбәпле, урындағы хакимиәттәргә юлдарҙы ваҡытында таҙартыу ѳсѳн ҙур кѳс һалырға, техниканы һәр ваҡыт сафта тоторға тура килә. Был йәһәттән үҙ-ара килешеп, бер-береһенә ярҙамға ла килә улар. Мәҫәлән, “Урал” ПКС-ы Сермән, Әзекәй, Ишле ауылдарында ҡар таҙартыуҙы үҙ ѳҫтѳнә алған. Эш тығыҙ булып, улар ѳлгѳрә алмай киткән саҡта Сермән хакимиәтенең тракторы ла ярҙамлаша....
Балалар менән дә тығыҙ эшләйҙәр 11-03-2016, 17:44 / ---

Балалар менән дә тығыҙ эшләйҙәр

Шуныһы ҡыуаныслы, бѳгѳн белем учреждениелары ғына түгел, ҡайһы бер ауыл хакимиәттәре лә йәш быуында илһѳйәрлек тойғолары, Тыуған илгә, тыуған ергә хѳрмәт, һѳйѳү, рухи ҡиммәттәр тәрбиәләү йәһәтенән ҙур эш алып бара һәм мәктәптәр, балалар баҡсалары менән тығыҙ бәйләнеш тота....
Халыҡтың ялын дѳрѳҫ ойошторалар 11-03-2016, 17:42 / ---

Халыҡтың ялын дѳрѳҫ ойошторалар

Тѳрлѳ байрамдар алдынан ауыл хакимиәттәре кешеләрҙең ялын дѳрѳҫ һәм файҙалы итеп ойоштороу, халыҡты туплау йәһәтенән ҙур эш алып бара, тѳрлѳ мәҙәни саралар, байрамдар уҙғара....
Ауылдаштарын ҡыуандырҙылар 11-03-2016, 17:41 / ---

Ауылдаштарын ҡыуандырҙылар

Ҡаһарман ауылы мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын- ҡыҙҙар кѳнѳнә арналған байрам үтте. Сара ике ѳлѳштән торҙо: “Атай йорто” тип аталған инсценировка һәм концерт күрһәтелде....
4-03-2016, 16:18 / ---

"Мин сәнғәткә ғашиҡ"

Февралдә ҡала Мәҙәниәт һарайында Башҡорт халыҡ театры тамашасы хѳкѳмѳнә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” драмаһын сығарҙы. Унда тѳп ролдәрҙең береһен - Ғәлиәбаныуҙы Гѳлнара БӘШӘРОВА уйнаны. Ҡыҙ режиссерҙың ышанысын аҡланы һәм образды асыуға иреште....
Һыуытҡысты тапшырҙыҡ! 4-03-2016, 16:07 / ---

Һыуытҡысты тапшырҙыҡ!

“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы 2016 йылдың тәүге ярты йыллығына үҙенә ҡараған гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында акция ойошторҙо. Уйын шарттары буйынса, унда ҡатнашыу ѳсѳн район һәм республика баҫмаларына яҙылғандар абонемент күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрҙе. Беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа әүҙемлек күрһәтеп, был акцияла ҡатнашты. Һѳҙѳмтәлә, Нәшриәт йорто уйнатҡан 21 бүләктең икәүһе (!) “Урал” гәзитенә һәм республика баҫмаһына яҙылған уҡыусыларыбыҙға эләкте....
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 4-03-2016, 16:05 / ---

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Самуил Маршактың 1937 йылда балалар ѳсѳн яҙған “Билдәһеҙ герой тураһында” исемле шиғырында янғын һүндереүселәр, милиция һәм фотографтар ҡыҙҙы уттан алып сыҡҡан 20 йәшлек егетте эҙләй. “Билдәләренән - урта буйлы, киң яурынлы, кѳслѳ, аҡ футболкала һәм кепкала йѳрѳй. Күкрәгендә “ГТО” билдәһе. Башҡа уның тураһында бер нәмә лә белмәйҙәр” тигән юлдар бар. Шиғырҙың эстәлеге шунда, ул ваҡытта ярты ил “ГТО” билдәһе таға, хеҙмәткә һәм оборонаға һәр береһе әҙер була. Кемдәр Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем мәктәптә уҡыған, шулар ѳс кенә хәрефтән торған “ГТО” йәки “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” тигән...
Ир яҙмышы - ил яҙмышы 4-03-2016, 16:04 / ---

Ир яҙмышы - ил яҙмышы

Ил, халыҡ хәстәре менән янып йѳрѳгәндәр һәр ваҡыт хѳрмәт һәм ихтирам уята. Ә инде ундай кешенең ѳлгѳлѳ ғаилә башлығы булыуы етәксенең абруйын тағы ла арттырып ебәрә. Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбе директоры Рәфил Нуриәхмәт улы ИҘРИСОВ тураһында һүҙебеҙ....