Инйәрҙәр старостанан уңды 4-04-2016, 14:43 / ---

Инйәрҙәр старостанан уңды

Инйәр ауылы старостаһы Зәйнәп Ғилметдин ҡыҙы Сойкинаны Инйәр ауылында һәр кем белә, хѳрмәт итә, ғәҙеллек, дѳрѳҫлѳк ѳсѳн кѳрәшеүе кешеләрҙә һоҡланыу тойғоһо уята. Ул һәр ерҙә лә ѳлгѳрә, тәртип урынлаштырыуға үҙ ѳлѳшѳн индерә. Зәйнәп Ғилметдин ҡыҙынан яҡлау, ярҙам һорап Инйәр ауылы халҡынан тыш күрше ауылдарҙан да киләләр. Сигнал килеү менән ул тейешле урынға хәбәр итеп, был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләргә тотона....
4-04-2016, 14:42 / ---

"ТҮҢӘРӘК ѲҪТӘЛ"дә урман проблемаһы ҡаралды

Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәтендә урман ҡануниәтен күҙәтеү, урманды тергеҙеү һәм һаҡлау, урындағы халыҡҡа ағас бүлеп биреү мәсьәләләре буйынса “түңәрәк ѳҫтәл” ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһының урман ми- нистры Д.Ә. Әхмәтйәнов, министр урынбаҫары М.И. Шәрәфетдинов, министрлыҡтың хоҡуҡ һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы В.Х. Вәхитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Бѳтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостанда экология һәм урманды һаҡлау проблемалары буйынса йәмәғәт мониторингы тѳбәк тѳркѳмѳ етәксеһе З.Ә. Хәкимов, тѳбәк штабы ағзаһы Ә.Р. Янбаева,...
Кеше ғүмере бер һулыш... 4-04-2016, 14:41 / ---

Кеше ғүмере бер һулыш...

Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыуға тиң, күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Бына әле генә билдәле уҙаман, Үҙәнбаш мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Заһир Сәғит улы Муллағәлләмовҡа 60 йәш тулды тип яҙғайныҡ, ошо кѳндәрҙә ул 65 йәшен билдәләй. Үҙе лә тормош ҡанундары менән килешеп: “Кеше ғүмере - бер һулыш... Әммә уның эсендә күпме сер, күпме мѳғжизә, күпме юл. Барыһын да һѳйләп тә, яҙып та бѳтѳрѳрлѳк түгел”, - ти. Нәҡ ошо теманы дауам итеп, тормош ағышы, үткәндәр тураһында Заһир Сәғит улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ....
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәҫ... 4-04-2016, 14:34 / ---

Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәҫ...

Һүҙем йәмәғәт ойошмалары тураһында. Беҙҙең башҡорт үҙ-үҙен тәнҡитләргә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе бизмәнгә һалып үлсәргә һәм һығымта яһарға ярата. “Тарҡаубыҙ”, “уңышлыларҙы күтәрә белмәйбеҙ”, “көнсөллөк, тар күңеллелек бөлдөрә” тигән үҙтәнҡит йыш ишетелә. Шулай уҡ өмөтһөҙмө беҙҙең иртәгәһе көнөбөҙ, халыҡты халыҡ иткән уртаҡ ҡиммәттәр юҡҡа сығамы? Йәмәғәт ойошмаһы ауыл кешеләрен тарҡатамы, әллә, киреһенсә, туплау көсөнә эйәме? Әгәр ҙә был йәмәғәт ойошмаһы изге, яҡты уйлыларҙы, әле янып эшләү теләге булған әүҙемдәрҙе, таланттарҙы бер урынға туплай икән, ул кемгә оҡшамай? Теләһә-теләмәһә лә,...
Йолалы ил тарҡалмаҫ! 4-04-2016, 14:33 / ---

Йолалы ил тарҡалмаҫ!

«Йола тотҡан - хур булмаҫ, йолалы ил - тарҡалмаҫ!» девизы аҫтында Асы мәҙәниәт йортонда февраль-мартта фольклор айлыҡтар үтте. Эйе, Асы ауылында элек-электән халыҡ йолаларын үткәреүгә ҙур иғтибар бүленә. Халыҡ “Еңгәләр” фольклор ансамбле “Һалабаш өмәһе” йолаһын әҙерләп, сәхнәгә сығарҙы, ысынлап та, бөгөнгө көндә лә ауылыбыҙҙа күл һыуына йүкә ҡабығы һалыу, ҡабығынан һалабаш һыҙырыу, һалабаштан төрлө көнкүреш әйберҙәре эшләү - халыҡта йәшәп килә. Тау-таш араһында урынлашҡан ауылдарҙа борон- борондан, ҡарға батмаһын өсөн, атҡа сабата кейҙереп, юлһыҙ ерҙән бүрәнә, бесән ташығандар, был хатта...
Фәһемле осрашыу 4-04-2016, 14:32 / ---

Фәһемле осрашыу

Яныбай Хамматов исемендәге гимназия директоры Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова, уҡытыусылар коллективы етәкселегендә гимназистар осрашыуға ентекле әҙерләнгән. Сарала мәғариф идаралығы белгестәре, район-ҡала мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар ҡатнашты. Тантаналы линейкала гимназияның байрағын сығарып, ырыу билдәләрен ҡысҡырып әйткәндән һуң, Өфө ҡунаҡтарына һүҙ бирелде....