Йѳйәк ҡыҙҙары һынатманы 15-04-2016, 13:18 / ---

Йѳйәк ҡыҙҙары һынатманы

Архангел районы үҙәге Мәҙәниәт һарайында ”Һылыуҡай-2016“ бәйгеһе үтте. Унда беҙҙең Йөйәк ауылынан Динә Солтанова һәм Фәниә Хужина ҡатнашты. Конкурсанттарға туған телендә матур итеп һөйләшә белеү, башҡорт ҡыҙы булыуы менән ғорурланыу, халҡыбыҙҙың ғөрөф- ғәҙәттәрен, йолаларын белеү талаптары ҡуйылды. Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас мөләйем йөҙлө, тыйнаҡ, бер үк ваҡытта сая 10 ҡыҙ сәхнәгә сыҡты....
Һәр яҡлап та килгән ҡатын 15-04-2016, 13:03 / ---

Һәр яҡлап та килгән ҡатын

Гүзәл тәбиғәтле Көмбә ауылында, күп балалы эшһөйәр ғаиләлә иң кесеһе булып үҫә Тәслимә. Тормош юлы уға бала саҡтан ҡаты талаптар ҡуя, ләкин уҡыуға шәп, тырыш, сос ҡыҙ бирешмәй. Текә, ташлы ҡая буйлап Яңы Хәсән ауылына йөрөп уҡый. Уҡыуҙа ла, мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәгән, тынғыһыҙ, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ бер ҡайҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Бала саҡтағы уҡытыусы булыу хыялы тормошҡа аша Тәслимәнең....
Хәрби хеҙмәттең бурысы арта 15-04-2016, 12:45 / ---

Хәрби хеҙмәттең бурысы арта

1 апрелдән Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Үҙәк хәрби округы штабы ҡушыуы буйынса, быйыл яҙ Башҡортостандан 5300-ҙән ашыу егет Ҡораллы Көстәр сафына алына. Ҡоро ер ғәскәрҙәренә - 2900 самаһы, Хәрби-һауа көстәренә - 360, Хәрби-диңгеҙ флотына - 130, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә - 320, Һауа десанты ғәскәрҙәренә - 120, Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренә 540 кеше хеҙмәткә саҡырылырға тейеш. Федераль закон буйынса балалары булған атайҙар ҙа хәрби бурысын үтәргә тейеш. Хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәрҙең ҡатындарына һәм балаларына йыл һайын индексацияланған...
Республика Башлығына белореттар ҙа һорау бирҙе 15-04-2016, 12:43 / ---

Республика Башлығына белореттар ҙа һорау бирҙе

7 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рѳстәм Хәмитов тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Башлыҡ менән һѳйләшеү БСТ, “Рәсәй-Башҡортостан”, “Вся Уфа”, “РБК-Уфа” телеканалдары аша күрһәтелде һәм “Спутник 107FM”, “Юлдаш” радио тулҡындары аша тапшырылды. Аралашыу яңы форматта барҙы. Студияға дүрт каналдан журналистар саҡырылды. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Октябрьский, Күмертау, Нефтекама ҡалалары, Янғантау ауылы менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә район- ҡалаларҙан 10 меңдән ашыу һорау килгән, уларҙың кѳнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы тип табылғандары тура эфир...
ЮЛДАР: өҫтөнлөклө бурыс 15-04-2016, 12:42 / ---

ЮЛДАР: өҫтөнлөклө бурыс

Юлдар - муниципаль райондың иң көнүҙәк, киҫкен проблемаларының береһе. Уларҙы ремонтлау, тәртиптә тотоу һәм яңыларын төҙөү өсөн йыл һайын ҙур күләмдә аҡса бүленә. Һуңғы биш йылда ҡала урамдарындағы юлдарҙы ремонтлау өсөн генә 216 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Был аҡсаға 13 саҡрымдан ашыу юл тәртипкә килтерелгән. Йыл һайын юлдар ремонтлау буйынса бурыстар ҡуйылып, пландар ҡабул ителһә лә, бөтә участкаларҙа ла бер юлы эш башлап булмай, бында хакимиәттең финанс яғы сикле булыуы ла, миҙгел алышынып тороуы ла эште тотҡарлай. Аҡса мәсьәләһе буйынса республика етәкселегенә сығырға, аңлатырға, төрлө...
Военный прокурор разъясняет 15-04-2016, 12:41 / ---

Военный прокурор разъясняет

Военный прокурор разъясняет о порядке реализации бывшими военнослужащими права на бесплатное изготовление и ремонт зубных протезов. Вопрос: «Я являюсь военным пенсионером Минобороны РФ с 1991 года. На основании закона о статусе военнослужащих имею право на бесплатное протезирование зубов (гл. 3, ст. 16, пп. 2-5). Как мне воспользоваться этим правом при отсутствии денежных средств в военном комиссариате? Насколько мне известно военное ведомство должно заключить договор с гражданским медучреждением по поводу протезирования зубов путём взаиморасчёта. Так ли это?» Фомин К.Л....