Район-ҡала халҡы иғтибарына! 19-04-2016, 13:08 / ---

Район-ҡала халҡы иғтибарына!

22 апрелдә сәғәт 2-лә Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район ха- кимиәтенең бәләкәй залында (Ленин урамы, 71) Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары НАГОРНЫЙ Владимир Александрович граждандарҙы ҡабул итә. Алдан яҙылыр өсөн телефон: (34792) 3-41-59....
Сираттағы бүләк Инйәргә юлланды 19-04-2016, 12:33 / ---

Сираттағы бүләк Инйәргә юлланды

“Урал” гәзите уйнатҡан сираттағы бүләк - туристар ѳсѳн һауыт-һабаны Инйәр ауылында йәшәгән Фәриҙә Хәсән ҡыҙы САМАТОВА отто. - “Урал” гәзитен 20 йылдан ашыу алдырам. Ошондай саралар ойоштороу бик отошло аҙым. Беҙ районда сыҡҡан берҙән-бер башҡорт гәзитен былай ҙа алдырырға тейешбеҙ. Һәр башҡорт гәзиткә яҙылырға, уҡырға, таратыуға ѳлѳш индерергә бурыслы, тип иҫәпләйем. Гәзитебеҙҙе бѳтѳрѳүгә юл ҡуйһаҡ, беҙгә, башҡорттарға, оят булыр. Ѳләсәйем: “Үлән үҫкән ерендә кѳслѳ”, - тип әйтә торғайны. Гәзиттең яҙмышы һәр беребеҙгә бәйле, - тине Фәриҙә Хәсән ҡыҙы. Фәриҙә Хәсән ҡыҙы менән Шайморат Нур улы...
Тыуған ерем - алтын бишек 19-04-2016, 12:32 / Конкурстар

Тыуған ерем - алтын бишек

Белорет районы Көньяҡ Уралдың таулы-урманлы ерендә урынлашҡан. Тәбиғәте менән дә, тарихи йылъяҙмалары менән дә иң йәмле төйәк. Иҙел башы биләмәһе Ҡатай һәм Тамъян ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Һүҙем райондың иң матур тәбиғәтле тыуған ауылым Ҡоҙашмандың яҙмышы, исем-атамаһы һәм ауылымдан сыҡҡан шәхестәр тураһында....
Һаумы, һаумы, әкиәт! 19-04-2016, 12:31 / Конкурстар

Һаумы, һаумы, әкиәт!

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Булған, ти, уларҙың ѳйѳ таштан, һѳйләйемме баштан?.. Әкиәт донъяһы! Кескәй бала күңел донъяһының матурлығын әкиәт аша күҙаллаһа, ә ѳлкәндәр бала күңеленә орлоҡто тап ошо ауыҙ-тел ижады аша һала ла инде. Башҡорт, ғѳмүмән, әкиәттәрҙең нигеҙендә тәрән фәл- сәфә ятҡанын, бәләкәстәрҙең холоҡ-фиғеле формалашыуында ҙур йоғонто яһауын фәҡәт бала үҙе генә тойомлай. Әкиәти персонажға оҡшарға теләй, яуызлыҡтан ҡаса, яҡшылыҡты эшләргә ашыға. Тимәк, әкиәт һѳйләүсе ѳлкәндәр баланың шәхес булып формалашыуында ғәйәт ҙур роль уйнай, тиһәк һис хата булмаҫтыр. ...
Балалар сәсәнлек кѳсѳн һынаны 19-04-2016, 12:29 / ---

Балалар сәсәнлек кѳсѳн һынаны

Ҡаланың лицей-интернатында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү буйынса сара уҙҙы. Был сара йыл һайын уҙғарылып, матур традицияға әйләнгән. Мәғариф министрлығы һәм район мәғариф идаралығы ярҙамы менән ойошторолған сараның маҡсаты - сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, халыҡ ижадының иң матур өлгөләрен һаҡлау, уны киләһе быуынға тапшырыу, балаларҙың сәсәнлек, импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү....