Күңелгә ѳмѳт сатҡыһы һалды 25-04-2016, 11:15 / ---

Күңелгә ѳмѳт сатҡыһы һалды

Март айында Сибайҙа IV Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһын тормошҡа ашырыу проблемаларына арналған Бѳтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Доклад-сығыштар эшлекле, йѳкмәткеле булды. Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғоловтың һорауҙарға тѳплѳ яуап биреүе, ҡоролтайҙың киләсәктәге эшен яйға һалыуҙы күҙаллауы күңелгә ниндәйҙер ѳмѳт сатҡыһы һалды....
Туған телебеҙгә битараф булмайыҡ! 25-04-2016, 11:14 / ---

Туған телебеҙгә битараф булмайыҡ!

Тел... Ҡыҫҡа ғына һүҙ, ә үҙе ниндәй ҡөҙрәтле көскә эйә! Ул - быуаттар буйына тупланған рухи хазина, ата- бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән изге аманаты. Аманатҡа хыянат итергә ярамай, ә уны һаҡлай, ҡәҙерләй белергә кәрәк. “Башҡорт теле ниңә кәрәк, беҙ бит һөйләшә беләбеҙ, ә ни өсөн дәрес итеп өйрәнәбеҙ ул?” - тигән һүҙҙәрҙе ишетеүҙән йѳрәгем әр- неп, ҡулыма ҡәләм алдым. Уҡыусыларҙың башҡорт әҙәбиәтен белмәүе, китап уҡымауы күңелде ҡыра. Башҡорт ауылында шундай быуын үҫеп килеүенә кем ғәйепле?...
Вот это кадр! 21-04-2016, 12:28 / ---

Вот это кадр!

В Год российского кино детский телеканал "Тамыр" ГУП ТРК "Башкортостан" приглашет всех на необычное представление, во время которого каждый зритель сможет не только увидеть как снимается настоящее кино, но и принять участие в его создании. Съемочная группа, которая начнет свою работу прямо после третьего звонка, состоит исключительно из детей-“профессионалов”. Оператору недавно исполнилось 12 лет, сценаристу уже 6, звукорежиссеру 5 лет – ребята уже давно переросли микрофон, а значит готовы к работе. Только вот команду “Съемка!” пока выкрикнуть некому – с режиссером большой вопрос! И здесь...
Район-ҡала халҡы иғтибарына! 19-04-2016, 13:08 / ---

Район-ҡала халҡы иғтибарына!

22 апрелдә сәғәт 2-лә Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район ха- кимиәтенең бәләкәй залында (Ленин урамы, 71) Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары НАГОРНЫЙ Владимир Александрович граждандарҙы ҡабул итә. Алдан яҙылыр өсөн телефон: (34792) 3-41-59....
Сираттағы бүләк Инйәргә юлланды 19-04-2016, 12:33 / ---

Сираттағы бүләк Инйәргә юлланды

“Урал” гәзите уйнатҡан сираттағы бүләк - туристар ѳсѳн һауыт-һабаны Инйәр ауылында йәшәгән Фәриҙә Хәсән ҡыҙы САМАТОВА отто. - “Урал” гәзитен 20 йылдан ашыу алдырам. Ошондай саралар ойоштороу бик отошло аҙым. Беҙ районда сыҡҡан берҙән-бер башҡорт гәзитен былай ҙа алдырырға тейешбеҙ. Һәр башҡорт гәзиткә яҙылырға, уҡырға, таратыуға ѳлѳш индерергә бурыслы, тип иҫәпләйем. Гәзитебеҙҙе бѳтѳрѳүгә юл ҡуйһаҡ, беҙгә, башҡорттарға, оят булыр. Ѳләсәйем: “Үлән үҫкән ерендә кѳслѳ”, - тип әйтә торғайны. Гәзиттең яҙмышы һәр беребеҙгә бәйле, - тине Фәриҙә Хәсән ҡыҙы. Фәриҙә Хәсән ҡыҙы менән Шайморат Нур улы...
Тыуған ерем - алтын бишек 19-04-2016, 12:32 / Конкурстар

Тыуған ерем - алтын бишек

Белорет районы Көньяҡ Уралдың таулы-урманлы ерендә урынлашҡан. Тәбиғәте менән дә, тарихи йылъяҙмалары менән дә иң йәмле төйәк. Иҙел башы биләмәһе Ҡатай һәм Тамъян ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Һүҙем райондың иң матур тәбиғәтле тыуған ауылым Ҡоҙашмандың яҙмышы, исем-атамаһы һәм ауылымдан сыҡҡан шәхестәр тураһында....
Һаумы, һаумы, әкиәт! 19-04-2016, 12:31 / Конкурстар

Һаумы, һаумы, әкиәт!

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Булған, ти, уларҙың ѳйѳ таштан, һѳйләйемме баштан?.. Әкиәт донъяһы! Кескәй бала күңел донъяһының матурлығын әкиәт аша күҙаллаһа, ә ѳлкәндәр бала күңеленә орлоҡто тап ошо ауыҙ-тел ижады аша һала ла инде. Башҡорт, ғѳмүмән, әкиәттәрҙең нигеҙендә тәрән фәл- сәфә ятҡанын, бәләкәстәрҙең холоҡ-фиғеле формалашыуында ҙур йоғонто яһауын фәҡәт бала үҙе генә тойомлай. Әкиәти персонажға оҡшарға теләй, яуызлыҡтан ҡаса, яҡшылыҡты эшләргә ашыға. Тимәк, әкиәт һѳйләүсе ѳлкәндәр баланың шәхес булып формалашыуында ғәйәт ҙур роль уйнай, тиһәк һис хата булмаҫтыр. ...
Балалар сәсәнлек кѳсѳн һынаны 19-04-2016, 12:29 / ---

Балалар сәсәнлек кѳсѳн һынаны

Ҡаланың лицей-интернатында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү буйынса сара уҙҙы. Был сара йыл һайын уҙғарылып, матур традицияға әйләнгән. Мәғариф министрлығы һәм район мәғариф идаралығы ярҙамы менән ойошторолған сараның маҡсаты - сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, халыҡ ижадының иң матур өлгөләрен һаҡлау, уны киләһе быуынға тапшырыу, балаларҙың сәсәнлек, импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү....
18-04-2016, 17:35 / ---

"Иң ҙур бәхет - ғаиләм"

Эш телефоны бер туҡтауһыҙ шылтырай: кемдер кәңәш, кемдер ярҙам һорап мѳрәжәғәт итә, кемдер тәҡдим, пландары менән уртаҡлаша. Шулай тынғыһыҙ үтә район һәм ҡаланың ветерандар советы рәйесе Нина Сафонованың эш кѳнѳ. Ғүмер буйы йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәгән Нина Николаевна бындай тормош рәүешенә күнегеп тә бѳткән инде......
Аҙна бүләге – Сермәндә 18-04-2016, 17:34 / ---

Аҙна бүләге – Сермәндә

Вәғәҙә иткән, «Урал» гәзитенә икенсе ярты йыл- лыҡҡа яҙылып, квитан- цияларын мѳхәр- ририәткә ебәргәндәр араһында тәүге лотерея уйыны үткәрелде. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың беҙ- ҙең баҫма ойошторған акциялар- ҙа, конкурстарҙа, уйындарҙа әү- ҙем ҡатнашыуы һөйөндөрә. Ә бына шул сараларҙа еңеүселәр менән осрашып танышыу, уларға бүләктәребеҙҙе тапшырыу икеләтә ҡыуаныслы. Сермәндән Гѳлнур һәм Рәмил МУСИНДАР тәүгеләрҙән булып бүләк - мангал отто....