Тѳҙѳлѳшкә - 110 кубометр 18-04-2016, 17:32 / ---

Тѳҙѳлѳшкә - 110 кубометр

Урман, халыҡҡа ағас бүлеү мәсьәләләре һәр ваҡыт кѳнүҙәк булып тора. Республиканың тѳп байлығы булған урманды нисек рациональ файҙаланыу тураһында әле лә аныҡ ҡына хәл итеү юлдары юҡ. Беҙҙең халыҡ быуаттар тѳпкѳлөнән ағастан йорт һала, тѳп тѳҙѳлѳш материалы, яғыулыҡ итеп файҙалана. Быға тиклем тѳҙѳлѳш ѳсѳн 150 кубометр ағас бүленде. Был норманы 110 кубометрға ҡалдырған яңы закон ошо кѳндәрҙә кѳсѳнә инде....
Камиллыҡҡа ынтылған рәссам 18-04-2016, 17:32 / ---

Камиллыҡҡа ынтылған рәссам

Ҡаланың Картиналар галереяһында Учалы районынан рәссам Зѳфәр ҒИЗИТДИНОВтың күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмәне асыу тантанаһы үҙенсәлекле үтте. Рәссамды галерея директоры Нина Горбатова, муниципаль район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Юрий Байбордин һәм башҡа ҡунаҡтар күргәҙмә ойошторолоуы менән ҡотлап, рәхмәт белдерҙе, ижади уңыштар, яңы еңеүҙәр теләне, был күргәҙмәне кѳтѳп алыуҙарын әйтте. Сығыштар йыр-бейеү менән аралаштырылып алып барылды....
Сәнғәткә юл бында башлана 18-04-2016, 17:29 / ---

Сәнғәткә юл бында башлана

Сермән балалар сәнғәт мәктәбенә - 40 йыл Сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ булған, үҙ мәҙәниәтен яратҡан һәләтле, даланлы кешеләр эшләй бында. Мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһенә ҡарата бала саҡтан уҡ һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятҡан Сермән ауылының Балалар сәнғәт мәктәбе тураһында һүҙебеҙ....
Ғәҙәти һынауҙан ҡурҡырға ярамай 18-04-2016, 17:26 / ---

Ғәҙәти һынауҙан ҡурҡырға ярамай

Тормошта күп һынау тотабыҙ. 2002 йылда ғәмәлгә индерелгән Берҙәм дәүләт имтиханы ла шундай һынауҙар араһында лайыҡлы урынын алды. Берҙәм дәүләт имтиханына өйрәндек тә кеүек. Әммә ҡурҡыу, хәүеф, борсолоуҙар әле булһа бөтмәй. Берҙәм дәүләт имтиханы - тормошта бер тапҡыр ғына булған һынау, унан ҡурҡырға ярамай, ти психологтар. Әгәр уҡыусы үҙен ҡулға алып, дөрөҫ йүнәлеш тапһа, барыһы ла һәйбәт үтәсәк. Бындай осраҡта хатта күптәрҙең көсөнә ышанысы артыуы күҙәтелә. Уңышҡа ышанған кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай, тормошта күп нәмәгә өлгәшә. Ә инде киреһенсә, "минән килеп сыҡмай" тип, тик ултырһаң,...
Сая ҡыҙҙар көс һынашты 18-04-2016, 17:25 / ---

Сая ҡыҙҙар көс һынашты

Абҙаҡ мәктәбендә 1998-2002 йылғы ҡыҙҙар араһында район күләмендә билбау буйынса ярыш үтте. Сарала Әбйәлил районының Ишбулды, Гусевка һәм Асҡар мәктәптәренән ко- мандалар килде. Кѳсѳргәнешле бәйгелә Абҙаҡ ҡыҙҙары һынатманы: 45 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Нәйлә Усманова, 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында - Алина Ишҡыуатова, 55 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында - Эльвина Ғәҙелшина, 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында - Зилиә Ирғәлина, 60 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында Гүзәл Фазилова I урынды яуланы. Ярышты үткәреүҙә ярҙам иткән Белорет...
Йѳйәк ҡыҙҙары һынатманы 15-04-2016, 13:18 / ---

Йѳйәк ҡыҙҙары һынатманы

Архангел районы үҙәге Мәҙәниәт һарайында ”Һылыуҡай-2016“ бәйгеһе үтте. Унда беҙҙең Йөйәк ауылынан Динә Солтанова һәм Фәниә Хужина ҡатнашты. Конкурсанттарға туған телендә матур итеп һөйләшә белеү, башҡорт ҡыҙы булыуы менән ғорурланыу, халҡыбыҙҙың ғөрөф- ғәҙәттәрен, йолаларын белеү талаптары ҡуйылды. Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас мөләйем йөҙлө, тыйнаҡ, бер үк ваҡытта сая 10 ҡыҙ сәхнәгә сыҡты....
Һәр яҡлап та килгән ҡатын 15-04-2016, 13:03 / ---

Һәр яҡлап та килгән ҡатын

Гүзәл тәбиғәтле Көмбә ауылында, күп балалы эшһөйәр ғаиләлә иң кесеһе булып үҫә Тәслимә. Тормош юлы уға бала саҡтан ҡаты талаптар ҡуя, ләкин уҡыуға шәп, тырыш, сос ҡыҙ бирешмәй. Текә, ташлы ҡая буйлап Яңы Хәсән ауылына йөрөп уҡый. Уҡыуҙа ла, мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәгән, тынғыһыҙ, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ бер ҡайҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Бала саҡтағы уҡытыусы булыу хыялы тормошҡа аша Тәслимәнең....
Хәрби хеҙмәттең бурысы арта 15-04-2016, 12:45 / ---

Хәрби хеҙмәттең бурысы арта

1 апрелдән Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Үҙәк хәрби округы штабы ҡушыуы буйынса, быйыл яҙ Башҡортостандан 5300-ҙән ашыу егет Ҡораллы Көстәр сафына алына. Ҡоро ер ғәскәрҙәренә - 2900 самаһы, Хәрби-һауа көстәренә - 360, Хәрби-диңгеҙ флотына - 130, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә - 320, Һауа десанты ғәскәрҙәренә - 120, Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренә 540 кеше хеҙмәткә саҡырылырға тейеш. Федераль закон буйынса балалары булған атайҙар ҙа хәрби бурысын үтәргә тейеш. Хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәрҙең ҡатындарына һәм балаларына йыл һайын индексацияланған...
Республика Башлығына белореттар ҙа һорау бирҙе 15-04-2016, 12:43 / ---

Республика Башлығына белореттар ҙа һорау бирҙе

7 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рѳстәм Хәмитов тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Башлыҡ менән һѳйләшеү БСТ, “Рәсәй-Башҡортостан”, “Вся Уфа”, “РБК-Уфа” телеканалдары аша күрһәтелде һәм “Спутник 107FM”, “Юлдаш” радио тулҡындары аша тапшырылды. Аралашыу яңы форматта барҙы. Студияға дүрт каналдан журналистар саҡырылды. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Октябрьский, Күмертау, Нефтекама ҡалалары, Янғантау ауылы менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә район- ҡалаларҙан 10 меңдән ашыу һорау килгән, уларҙың кѳнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы тип табылғандары тура эфир...
ЮЛДАР: өҫтөнлөклө бурыс 15-04-2016, 12:42 / ---

ЮЛДАР: өҫтөнлөклө бурыс

Юлдар - муниципаль райондың иң көнүҙәк, киҫкен проблемаларының береһе. Уларҙы ремонтлау, тәртиптә тотоу һәм яңыларын төҙөү өсөн йыл һайын ҙур күләмдә аҡса бүленә. Һуңғы биш йылда ҡала урамдарындағы юлдарҙы ремонтлау өсөн генә 216 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Был аҡсаға 13 саҡрымдан ашыу юл тәртипкә килтерелгән. Йыл һайын юлдар ремонтлау буйынса бурыстар ҡуйылып, пландар ҡабул ителһә лә, бөтә участкаларҙа ла бер юлы эш башлап булмай, бында хакимиәттең финанс яғы сикле булыуы ла, миҙгел алышынып тороуы ла эште тотҡарлай. Аҡса мәсьәләһе буйынса республика етәкселегенә сығырға, аңлатырға, төрлө...