Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәҫ... 4-04-2016, 14:34 / ---

Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәҫ...

Һүҙем йәмәғәт ойошмалары тураһында. Беҙҙең башҡорт үҙ-үҙен тәнҡитләргә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе бизмәнгә һалып үлсәргә һәм һығымта яһарға ярата. “Тарҡаубыҙ”, “уңышлыларҙы күтәрә белмәйбеҙ”, “көнсөллөк, тар күңеллелек бөлдөрә” тигән үҙтәнҡит йыш ишетелә. Шулай уҡ өмөтһөҙмө беҙҙең иртәгәһе көнөбөҙ, халыҡты халыҡ иткән уртаҡ ҡиммәттәр юҡҡа сығамы? Йәмәғәт ойошмаһы ауыл кешеләрен тарҡатамы, әллә, киреһенсә, туплау көсөнә эйәме? Әгәр ҙә был йәмәғәт ойошмаһы изге, яҡты уйлыларҙы, әле янып эшләү теләге булған әүҙемдәрҙе, таланттарҙы бер урынға туплай икән, ул кемгә оҡшамай? Теләһә-теләмәһә лә,...
Йолалы ил тарҡалмаҫ! 4-04-2016, 14:33 / ---

Йолалы ил тарҡалмаҫ!

«Йола тотҡан - хур булмаҫ, йолалы ил - тарҡалмаҫ!» девизы аҫтында Асы мәҙәниәт йортонда февраль-мартта фольклор айлыҡтар үтте. Эйе, Асы ауылында элек-электән халыҡ йолаларын үткәреүгә ҙур иғтибар бүленә. Халыҡ “Еңгәләр” фольклор ансамбле “Һалабаш өмәһе” йолаһын әҙерләп, сәхнәгә сығарҙы, ысынлап та, бөгөнгө көндә лә ауылыбыҙҙа күл һыуына йүкә ҡабығы һалыу, ҡабығынан һалабаш һыҙырыу, һалабаштан төрлө көнкүреш әйберҙәре эшләү - халыҡта йәшәп килә. Тау-таш араһында урынлашҡан ауылдарҙа борон- борондан, ҡарға батмаһын өсөн, атҡа сабата кейҙереп, юлһыҙ ерҙән бүрәнә, бесән ташығандар, был хатта...
Фәһемле осрашыу 4-04-2016, 14:32 / ---

Фәһемле осрашыу

Яныбай Хамматов исемендәге гимназия директоры Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова, уҡытыусылар коллективы етәкселегендә гимназистар осрашыуға ентекле әҙерләнгән. Сарала мәғариф идаралығы белгестәре, район-ҡала мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар ҡатнашты. Тантаналы линейкала гимназияның байрағын сығарып, ырыу билдәләрен ҡысҡырып әйткәндән һуң, Өфө ҡунаҡтарына һүҙ бирелде....