Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар! 31-05-2016, 12:01 / Йәмғиәт

Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар!

2016 йылдың икенсе ярты йыллығына "Урал" гәзитенә яҙылыу дауам итә. Уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу ѳсѳн был ярты йыллыҡта ла гәзиткә яҙылыусылар араһында тѳрлѳ приздар уйнатабыҙ һәм бүләк отоусыларҙы фотоға тѳшѳрѳп, гәзиттә биреп барабыҙ. "Аҙна һайын бүләк" уйыны әле лә дауам итә, теләүселәр квитанцияларын килтереп йәшниккә тѳшѳрә йә хат аша ебәрә ала. Бѳгѳн уҡыусыларыбыҙға тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр еткерәбеҙ: ҡалабыҙҙың "Теплотрейд" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте гәзиткә яҙылыусыларға матур бүләк эшләне. Тѳп бүләк - электройылытҡыс икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу...
Мәктәп тотҡалары 31-05-2016, 11:59 / Йәмғиәт

Мәктәп тотҡалары

Абҙаҡ урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләп, күптәргә ѳлгѳ һәм йәштәргә фәһем булырлыҡ уҡытыусылар күп. Бер ғаиләләй татыу эшләгән коллектив менән Гѳлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина етәкселек итә. Абҙаҡ мәктәбенең математика, физика һәм информатика уҡытыусылары берекмәһендә биш уҡытыусы эшләй. Уҡытыусыларыбыҙ барыһы ла тәжрибәле, юғары белемле. Рима Мѳжәһит ҡыҙы менән Гѳлсирә Айрат ҡыҙы - Магнитогорск, Хәтижә Бәхтей ҡыҙы һәм Илүзә Зада ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институттарын тамамлаған. Ә инде йәш белгес Юлия Александровна былтыр Ѳфѳ дәүләт педагогия институтын тамамлап, ҡулына диплом алыуына...
Аттарҙы Сибай батырҙары алды 31-05-2016, 11:53 / Йәмғиәт

Аттарҙы Сибай батырҙары алды

19-20 майҙа Сибай ҡалаһында республика күләмендә 16-18 йәшлек һәм 19 йәштән ѳлкән егеттәр араһында «Ирәндек батыры - 2016» фестивале уҙҙы. Ярыш өс спорт төрө - мылтыҡтан атыу, йүгереү, милли көрәш буйынса үткәрелде. Фестивалгә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгән 62 ир-егет килгән. Белорет районы исеменән 16-18 йәшлектәр араһында Абҙаҡ мәктәбе уҡыусыһы Айбулат Дауытов сығыш яһап, 29 ҡатнашыусы араһында тәүге ун еңеүсе иҫәбенә инде. 19 йәштән ѳлкән 33 ир-егет араһынан Абҙаҡ ауыл Советы исеменән Азамат Монасипов сығыш яһап, етенсе булды. Азамат атыу буйынса иң...
Тәбиғәтте хөрмәтләү - үҙебеҙҙе хөрмәтләү 31-05-2016, 11:51 / Йәмғиәт

Тәбиғәтте хөрмәтләү - үҙебеҙҙе хөрмәтләү

Башҡорттоң бөтә йола, миҙгел байрамдары ла кешенең тәбиғәт менән берлегенә, Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышаныуға ҡоролоп, йыл да йәшелгә баҫҡас, туған тәбиғәтебеҙҙе уятҡан кәкүкте ризалыҡта ҡалдырыуҙы, аяҡ аҫтында түшәлеп үҫкән ниғмәттәрен "бисмилла" әйтеп ауыҙ итеүҙе, унан килә сәсеү тамамлауҙы матур йола байрамына әүерелдергән. Ғәҙәттә, был байрамдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҡатнашҡан, ә ир-ат ҡаҙан аҫып усаҡ яғыуҙа, кәрәк- яраҡ ташыуҙа ярҙамлашып йөрөр булған. Аллаға шөкөр, бөгөн дә ауылдарҙа йола байрамдары шартына килтерелеп үткәрелә....
Беҙ ҙә - гагаринсылар! 31-05-2016, 11:50 / Йәмғиәт

Беҙ ҙә - гагаринсылар!

Ҡаланың 25-се “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре “Беҙ - гагаринсылар!” Республика олимпиадаһында ҡатнашып, еңеү яуланы. Ул мәктәп уҡыусыларының Юрий Гагарин исемендәге кубогына Республика олимпиадаһына ярашлы үткәрелгән мәғариф-патриотик проект булып тора. Олимпиаданы Башҡортостан Республикаһында мәғариф проекттарын үҫтереү буйынса “Виктори” йәмғиәт комитеты ойошторҙо. Уның маҡсаты - кешенең беренсе тапҡыр космосҡа осоуы тураһында иҫтәлекте йәш быуынға еткереү, балаларҙың һәләтен үҫтереү. Олимпиада ѳс йүнәлештә барҙы: интеллектуаль полиолимпиада, физик культура, “Космостағы...
Дуҫлыҡ күпере нығый 31-05-2016, 11:49 / Йәмғиәт

Дуҫлыҡ күпере нығый

Белорет ерендә 2001 йылдан бирле ойошторолоп килгән традицион сара - «Иҙел башы йондоҙҙары» хор һәм вокаль ансамблдәренең VII тѳбәк-ара фестивале үтте. Сара ѳс кѳн барҙы. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Белорет муниципаль район хакимиәте ойошторҙо. Етенсе тапҡыр уҙғарылған оло сараға ҡарап, вокаль-хор жанрын, уның традицияларын һаҡлау һәм артабан дауам итеү, халыҡ, классик, заманса хор йырҙарын пропагандалау, яңы таланттарҙы асыу, хор дирижерҙарының профессиональ кимәлен күтәреү һәм башҡарыусыларҙың һәләтен үҫтереп, уларҙа юғары үҫеш...
«Кәкүк сәйе»н байрам иткәс,  матур килhен йәйебеҙ 31-05-2016, 11:47 / Йәмғиәт

«Кәкүк сәйе»н байрам иткәс, матур килhен йәйебеҙ

Борон-борондан башҡорттар ҡоштарға табынып йәшәгән. Кәкүк - халҡыбыҙҙың риүәйәт-әкиәттәрендә ҡошҡа әйләнгән әсәне йәки һөйгәненә тоғро ҡалған ҡыҙҙы сағылдырған. Ҡарға, кәкүк кешеләргә изгелек килтергән ҡоштар, тип иҫәпләгән халҡыбыҙ. Кәкүк сәйе лә борондан килгән матур йола. Икенсе төрлө уны Яҙ байрамы, тиҙәр. Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелеү менән ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыҡҡан. Халыҡ изге тип һаналған ҡошто ризалатыу өсөн тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторған, сәй табыны әҙерләгән. Ҡатындар, күккә ҡарап, йылдың уңышлы, имен килеүен...
Тыл ветерандары 31-05-2016, 11:43 / Йәмғиәт

Тыл ветерандары

Ауылдарҙа коллективизация башланғас, Аҙнағолда ла «Ҡамшаҡ» колхозы ойошторола. Ғимранов Әхмәди ағайҙың ғаиләһе лә колхоз ағзалары булып китә. Татыу, матур донъя ҡороп, тырышып эшләйҙәр. Бер-бер артлы 4 ир бала: 1928 йылда - Мотаһар, 1930 йылда - Моталап, 1934 йылда - Хәҙис, 1940 йылда Хатап донъяға килә. Колхозда йыл әйләнәһенә эш бөтмәй. Әхмәди ағай ирҙәр эшен башҡарһа, тормош иптәше Гөлйыһан һыйырын да һауа, көлтә лә бәйләй, игенен дә утай. Тырышып эшләп йөрөгәндә ҡәһәрле һуғыш башлана. Бөтә көс дошманды еңеүгә йүнәлтелә. Аҙнағолдан 6 ғаиләне Сатра йәйләүенә ағас әҙерләргә ебәрәләр. Улар...
Тынғыһыҙ ҙа, тәүәккәл дә Хоҙайбирҙе ҡыҙы 31-05-2016, 11:40 / Йәмғиәт

Тынғыһыҙ ҙа, тәүәккәл дә Хоҙайбирҙе ҡыҙы

Эргә-тирәбеҙҙә ниндәй генә кешеләр юҡ, күңеле менән матур булғандар, тырыштары, ғәмһеҙҙәре, янып-ярһып торғандары, һүнеп-һүрелеп йәшәгәндәре бар. Берәүҙәре баш күтәрмәй, артыҡ күҙгә салынмай ғына әллә күпме эштәр башҡарһа, ѳсѳнсѳләренә ваҡытында әйтелгән маҡтау, дәртләндереү һүҙҙәре кәрәк. Был кешеләрҙең ҡайһыларын бѳтѳнләй күрмәйбеҙ ҙә белмәйбеҙ, икенселәренән үрнәк алабыҙ, уларҙың йәшәү рәүешен башҡаларға ѳлгѳ итеп ҡуябыҙ. Иғтибарҙы йәлеп иттереп, һоҡландырып йәшәгәндәре олоғайған кѳнѳндә лә йәш саҡта үҙе һалған юлдан һис тайпылмай, һаман да тирә-яҡты йәмләндереп, башҡаларға нур ѳләшеп...
Милләттәштәребеҙҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайыҡ! 31-05-2016, 11:39 / Йәмғиәт

Милләттәштәребеҙҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайыҡ!

«ГАРАЖДА ЙӘШӘП ЯТАМ...» Быйыл ғинуарҙа Үҙәнбаш ауылында ут сығып, ике хужа йәшәгән йорт яна. Улар ҙа бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Апрелдә Нәсиха Баязит ҡыҙы Нәбиуллина «Урал» гәзите мѳхәрририәтенә түбәндәге хат менән килде: «Хѳрмәтле редакция! Минең донъям 2016 йылдың 1 ғинуарында тѳндә янды. Бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалдым. Миңә быйыл 80 йәш тула. 15 йәштән эшләй башланым: тәүҙә колхозда, 1960 йылдан Белорет леспромхозының Үҙән- баш участкаһында. Иретеп йәбештереүсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Еңел тормошта йәшәмәнем, донъя йѳгѳн үҙем тарттым. Янғандан һуң документтарҙы юллап алғас,...