Тѳҙѳкләндереүгә ныҡлап тотонғандар 13-05-2016, 12:23 / Йәмғиәт

Тѳҙѳкләндереүгә ныҡлап тотонғандар

Инйәр ауыл хакимиәте тѳҙѳкләндереү айлығына ихлас ҡушылды. Уның барышы менән Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғ.Ғ. МѲФТӘХЕТДИНОВ таныштырҙы:...
Күнекмәләрҙә генә осрашырға яҙһын 13-05-2016, 12:20 / Йәмғиәт

Күнекмәләрҙә генә осрашырға яҙһын

Яҙ етеү менән урмандарҙа янғын хәүефе арта. Тирә-яҡ мѳхитте, тораҡ пункттарҙы уттан һаҡлау маҡсатында урмансылыҡтар ҙа, янғын һүндереүселәр ҙә иҫкәртеү сараһын күрә. Яңыраҡ Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында башҡа янғын частары менән берлектә күнекмәләр үтте. Ҡурсаулыҡ был сараны ѳсѳнсѳ йыл рәттән ойоштора. - Утты һүндереү планын Мәскәү аша раҫлатып алабыҙ. Ҡурсаулыҡтың янғын-химик станцияһы бар. Оператив план буйынса кѳслѳ янғындар ваҡытында ситтән янғын һүндереү частарын йәлеп итәбеҙ. Бергә, берҙәм эшләү маҡсатында йыл һайын күнекмәләр үткәрәбеҙ....
Балаларҙы  янғындан  һаҡлайыҡ! 13-05-2016, 12:17 / Йәмғиәт

Балаларҙы янғындан һаҡлайыҡ!

Башҡортостанда быйыл 1100-ҙән ашыу янғын булған. Утта 126 кеше, шул иҫәптән 12 бала янып үлгән. Белорет районында ла ошо йылда ғына 5 кеше янғында һәләк булды. 30 апрелдә Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Марданов янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән видеокәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә һүҙ 29 апрелдә Шаран районының Нурый ауылында булған янғын тураһында барҙы. Шәхси йортта электр сымдарынан сыҡҡан утта 5, 3 һәм 1 йәшлек балаларҙың ғүмере өҙөлгән. Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, сабыйҙар өйҙә бикләп ҡалдырылған. Әлегә тикшереү эштәре...
Комбинат ветерандарын онотмай 13-05-2016, 12:14 / Йәмғиәт

Комбинат ветерандарын онотмай

Илебеҙ Бѳйѳк Еңеүҙең 71-се яҙын ҡаршылай. Ошо айҡанлы Рәсәйҙең бѳтә ҡала-ауылдарында ла һуғыш һәм тыл ветерандарына ҡәҙер-хѳрмәт күрһәтелә, вафат булғандарҙы иҫкә алалар....