Тхэквон-до - ҡыйыуҙар шөғөлө 23-05-2016, 12:00 / Йәмғиәт

Тхэквон-до - ҡыйыуҙар шөғөлө

Ҡала медицина колледжының спорт залында тхэквон-до буйынса ҡала- район беренселеге һәм фестивале уҙҙы. Унда Өфөнән, Әбйәлилдән, ҡала-райондан 6 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Ярыштарҙы асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук, 1-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Г.Ю. Рыжкина, Башҡортостан Республикаһының Тхэквон-до Федерацияһы президенты Ш.Р. Ишбирҙин, район-ҡалала тхэквон- до буйынса инструктор һәм ярыштарҙың баш судьяһы А.М. Балаев, инструктор О.В. Борисевич, судья Н.В. Щербаков һәм башҡалар ҡатнашты, сығыш яһаны....
Енәйәтселәрҙән һаҡ булығыҙ! 23-05-2016, 12:00 / Йәмғиәт

Енәйәтселәрҙән һаҡ булығыҙ!

Белорет эске эштәр бүлегенең дежур часында граждандарҙың әйбер алам тип билдәһеҙ кешегә алдан аҡса күсереү, банк карталарынан аҡса юғалыуы тураһында мѳрәжәғәттәр кѳн дә тиерлек теркәлеп тора. Белорет район-ара прокуратураһында закондың үтәлеше һәм банк карталарынан аҡса урлауға бәйле енәйәттәрҙе профилактикалау буйынса күрелгән саралар тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡарау буйынса кәңәшмә үтте. Унда прокуратура, полиция, банк һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты....
Ветеранды 95 йәше менән ҡотланылар 23-05-2016, 11:58 / Йәмғиәт

Ветеранды 95 йәше менән ҡотланылар

Үҙәнбаш ауылында йәшәгән Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Әбүбәкир улы ӘБҮТАЛИПОВ 18 майҙа 95 йәшен билдәләне. Ул Шығай ауылы хакимиәте биләмәһендә йәшәгән иң оло кеше. Белорет, Бѳрйән райондары һәм Белорет ҡалаһы хәрби комиссары Вадим Сәйәхов, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Рәмил Шәрәфетдинов, Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Мѳхәмәтдинов ветеран- ды ѳйѳнә барып ҡотланы. Вадим Сәйәхов Рәсәй Президенты В.В. Путиндың һәм хәрби комиссариаттың ҡотлау открыткаларын уҡып ишеттерҙе. Рәмил Шәрәфетдинов хакимиәт һәм үҙенең исеменән бүләктәр тапшырҙы. Фәтих Мѳхәмәтдинов та Хәсән...
Өмөтбайҙа - Еңеү байрамы 23-05-2016, 11:56 / Йәмғиәт

Өмөтбайҙа - Еңеү байрамы

Ѳмөтбайҙар Бөйөк Еңеү байрамы алдынан өмәгә сығып, 15 йыл элек яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелискының тирә- яғын, клуб баҡсаһын, Йәшеллек аллеяһын, ауыл урамын сүп- сарҙан таҙартты, тәртипкә килтерҙе. Ауыл активистары Малия Күлбаева, Людмила Плотникова, Нурия Яныбаева, Минзәлә Кинйәбузованы, ауыл старостаһы Венера Яныбаева, Гөлфиә Сәғәҙәтова, Мәүсилә Лоҡманованы, ир-егеттәрҙән Фәрих Хәйруллин, Фәниз Сәғәҙәтовты, Егәҙе ауыл Советы депутаты Ринат Яныбаевты билдәләп үтке килә. Байрам көндө 15 өйҙән торған ауыл халҡы обелиск янына митингыға йыйылды. Тантананы хаҡлы ялда булған ауыл патриоты...
Юлдарын үҙҙәре ремонтлай 23-05-2016, 11:55 / Йәмғиәт

Юлдарын үҙҙәре ремонтлай

Сермән ауылында йәшәгән Рушан Мәғәфүровтың юлдар тѳҙѳү эше буйынса эшҡыуар булып теркәлеүен һәм ошо йүнәлештә ҡайһы бер ауыл хакимиәте биләмәләре менән уңышлы хеҙмәттәшлек алып барыуын яҙып сыҡҡайныҡ инде. Быйыл да, ер-һыу кибеү менән, Рушан башлаған эшенә ныҡлап тотондо. Әлеге ваҡытта ул үҙенең командаһы менән Сермән ауылының Калинин урамындағы асфальт юлдың соҡорҙарын яманы, Яр буйы һәм З. Исмәғилев урамдарында ҡырсынташ түшәгән. Рушан быйыл техникаһын да арттырыуға ирешкән һәм үҙ иҫәбенә КамАЗ машинаһы һатып алған. Бѳгѳн йәш эшҡыуар райондың башҡа хакимиәттәре менән юл ремонтлау эштәрен...
Урман шаулап үҫһен 23-05-2016, 11:53 / Йәмғиәт

Урман шаулап үҫһен

Үткән аҙнала Сосновка ауыл хакимиәте һәм Белорет урмансылығы буйынса территориаль бүлек, Белорет урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Сосновка ауылы эргәһендәге Кардон тип аталған урында ағас ултыртты.Сара Белорет урмансылығы хужалығына һәм Сосновка ауыл хакимиәте барлыҡҡа килеүгә 80 йыл тулыуға бағышланды....