Ауылға кино килде 26-05-2016, 16:02 / Йәмғиәт

Ауылға кино килде

Үткәл ауылында клуб 1956 йылда тѳҙѳлә. Быға тиклем клуб ролен мәктәп үтәгән: иртән балалар уҡыһа, кистәрен концерт, кино күрһәткәндәр. Клубты ул саҡта бригадир булып эшләгән Шығай ауылы егете, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәһәҙей Бикбай улы Әбсәләмов тѳҙѳтә. Клуб булмағанда йәштәр аулаҡ ѳйгә йыйылған. Улар, тамаҡтары икмәккә, ѳҫтәре кейемгә мохтаж булһа ла, киске уйынға йѳрѳгән. Был бина әле лә бар. 1968 йылдың 11 майында аталы- уллы, ағайлы Сафуановтарҙың ѳс йорто янып ҡуйҙы. Шунан һуң был клуб бинаһын күп ғаиләле һуғыш ветераны Низамитдингә бирҙеләр. Колхоз яңы клуб һалдырҙы. Кино ауылға...
Олойылғала - 26-05-2016, 16:01 / Йәмғиәт

Олойылғала - "Ҡарға бутҡаһы"

Майҙың матур бер кѳнѳндә Олойылға ауылында “Алтынай” фольклор тѳркѳмѳ һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре “Ҡарға бутҡаһы” байрамын үткәрҙе. Ауыл халҡы йылға буйындағы аҡланға йыйылды. Тәмле бутҡа бешкәнсе, сараға килгәндәр “Алтынай” фольклор тѳркѳмѳ менән башҡорт халыҡ йырҙарын йырланы, бала-саға яҙ, ҡоштар тураһында шиғырҙар һѳйләне, “Түбәтәй” уйынын уйнаны. Күңел асҡансы, тәмле бутҡа ла бешеп сыҡты. Балалар артып ҡалған бутҡа менән ҡоштарҙы ла һыйланы. Байрам дуҫтарса мѳхиттә үтте. Ололар ҙа йырлап- бейеп күңел асты. Балалар рәхәтләнеп уйнаны. Байрам ойоштороуҙа ярҙам иткән ауылдаштарға рәхмәт...
Еңеү менән ҡайттылар 26-05-2016, 16:00 / Йәмғиәт

Еңеү менән ҡайттылар

15 майҙа Пермь крайының Чернушка ҡалаһында Афған һуғышы һалдаттары А. Сәмиғолов һәм Р. Фәррәхов иҫтәлегенә арнап, 1999-2001 йылғы малайҙар, ҡыҙҙар араһында Рәсәй күләмендә билбау буйынса турнир ойошторҙолар. Белорет районы исеменән Абҙаҡ ауылы мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Ярышта ҡатнашҡан бѳтә уҡыусылар ҙа урын яулап ҡайтыуы ҡыуаныслы....
Фәһемле кисә 26-05-2016, 15:59 / Йәмғиәт

Фәһемле кисә

Шығай балалар баҡсаһында Лира Таһир ҡыҙы Хәйруллина яҙған сценарий буйынса «Өләсәйем һандығы» тип аталған бик матур байрам ҡуйҙылар. Сараны 30 йылдан ашыу тәрбиәсе булып эшләгән Рәмилә Вәлиәхмәтова әҙерләгән....